13.11.2010 һуңғы тапҡыр байрам итте... милиция
Рәсәй милицияһының 93 йыллығы Башҡортостанда ла тантаналы билдәләнде. 10 ноябрҙә Милиция көнө һуңғы тапҡыр үткәрелде, тиергә лә мөмкин. Сөнки беҙҙе алда ошо тармаҡ, теүәлерәге, уның исеме тирәләй реформа көтә. Полиция һаҡлаясаҡ бит бынан ары. Шулай ҙа был иҫтәлекле дата бөтөнләй үк онотолоп та ҡуймаясаҡ.
– Эске эштәр министрлығына хеҙмәткә һәр береһе үҙ сәбәбе менән килә. Ошонда ултырыусыларҙың да һәр ҡайһыһы, аҡса эшләү өсөн генә йәшәү – күңелһеҙ, тип уйлап, тәртип һәм изгелек һағына баҫҡандыр, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ ҡотлауында. – Енәйәтселек тә үҫә, уны ҡылыусыларҙың «ғилеме» лә бер урында тормай. Әгәр белекһеҙ бур аҡса урлаһа, белемлеһе тотош предприятиеға ҡул һуҙа.
Республика етәкселеге милиционерҙарҙың эш һәм йәшәү шарттарын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә булышлыҡ итергә тырыша. Был хаҡта сығышында БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин да әйтте.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт комитеты рәйесе Павел Крашенинников, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе ведомстволар етәкселәре ҡотланы.
Һөнәри байрамдары уңайынан күп кенә хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы баһаланды: уларға яңы званиелар, ватан алдындағы, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалдар тапшырылды.
Милиция исеме киләсәктә тарихта ғына ҡаласаҡ. Әммә төп функциялары һаҡланып, полиция уны лайыҡлы дауам итеүсе булыр.
А. ЗИННУРОВА.