RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәш журналистар стресҡа бирешмәй

27.09.2013 Йәш журналистар стресҡа бирешмәй

Йәш журналистар стресҡа бирешмәйКисә баш ҡала янындағы һауыҡтырыу үҙәктәренең береһе байрамға килгән ҡунаҡтарҙы, абруйлы ҡәләм оҫталарын һәм йәш журналис­тарҙы ҡабул итте. Сараны ойоштороусылар – БР Мат­буғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, БР Жур­налистар союзы, “Моло­деж­ная газета” республика гәзите.
Фестивалдә ҡатнашыусылар­ҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов сәләмләне. Яңы медиа һәм заманса журналистика хаҡында Воронеж дәүләт университеты деканы Владимир Тулупов һөйләне. Йәштәр Ufa1.ru сайтының баш редакторы Олег Смаковтың интернет-журналистика хаҡында сығышын тыңланы.
Бындай сарала тәү тапҡыр ҡатнашыусы Туймазы ҡыҙы Зөлфиә Ишмәева һөйләүенсә, фестиваль юғары кимәлдә ойошторолған. Бик аҙ ғына ваҡытта ул яңы дуҫтар табып өлгөргән, хатта үҙенең яҡташын осратҡан. Яҙыуҙан тыш, гәзитте баҫыуҙа техник яҡтан яуап­лы белгестәр ҙә бар. Мәҫәлән, Динис Сафин Неф­текама ҡалаһының машиналар эшләү колледжын тамамлағандан һуң “Балтач таңнары” гәзитенә верстка инженеры булып эшкә урынлашҡан. “Журналистар коллективында эшләү бик оҡшай. Улар ‒ асыҡ һәм ярҙамсыл кешеләр. Был сарала барлыҡ республиканан килгән коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге лә тыуҙы”, – тип һөйләй егет. Ә бына “Әбйәлил” гәзитенән килгән Әлиә Мусина фестивалдә тәүгә ҡатнашмай. Уның фекеренсә, журналистарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу маҡсатында тиҫтә йыл ойошторолған сараның форматын бер аҙ үҙгәрткәндә лә була.
Фестивалдең программаһы, йылдағыса, бай һәм актуаль: оҫталыҡ дәрестәре, “Беҙ беренсе булдыҡ” темаһына “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә, “Журналист – стресҡа бирешмәүсән һөнәр” тип аталған эшлекле уйындар, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған ижади конкурстар ойошторола, күренекле журналистар лекция уҡый.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”