RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Интернет: зыянмы, файҙамы?

27.09.2013 Интернет: зыянмы, файҙамы?

Бер көн иремде эштән ҡайтыуына тәмле ҡаластар менән ҡыуандырырға булдым. Әйт­кәндәй, бер рецепты ла башымда йөрөтмәйем. Сөнки һәр саҡ ҡул аҫтында интернет бар. Ә унда-а! Йәне теләгән йылан ите ашаған, тиҙәрме әле. Ана шул йыланды нисек таҙартып бешерергә тиклем өйрәнергә була.
Нимә генә юҡ бында, ҡабатлап әйтәм, күңелемә оҡшаған рецепты һә тигәнсе таптым. Күрһәтелгәнсә ҡамыр баҫтым, ҡаластарҙы әүәләп майлы табаға теҙеп, мейескә ҡуйҙым. Һәм ябырға онотҡан ноутбукты күреп, мауыҡтырғыс интернет донъяһына инеп сумдым.
... Иғтибарымды ҡайҙандыр килгән көйгән еҫ бүлде. Их-ма, был бит минең ҡаластар! Йүгереп барып, мейес­те асып ебәрһәм, ҡуйы төтөн эсендә ҡарайышып ятҡан тәмлекәстәрҙе көскә күрҙем...
Уларҙың көйгән ерҙәрен бысаҡ менән ҡыра-ҡыра, уйға баттым. Был интернет тигән әйберҙең файҙаһы күберәк булып сығамы, әллә зыянымы?

Сания СӘҒИТОВА, пенсионер:
– Мин әлегә интернет менән ҡуллана белмәйем. Ноутбук һатып алғаныма ике йыл булһа ла, компьютер грамотаһын үҙләштерергә һис тә буш ваҡыт таба алмайым. Былтыр Ғәрәп Әмирлек­тәренән хатта планшет та һатып алып ҡайттым. Ул да ҡумтанан сығарылмаған көйө компьютерҙы ҡулланырға өйрәнеүемде көтөп ята.
“Өсөнсө быуын халыҡ университеты” программаһына ҡушылып, уҡып сығырға мөмкин, әлбиттә. Тик мин шәхси дәрестәр алыу өсөн үҙемә айырым белгес яллар­ға теләйем.
Интернет мин алып барған әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегендә бик ярап ҡалыр ине. Уның аша аралашырға, яңы дуҫтар-таныштар табырға, юридик документтар менән эш итергә һ.б. Киләсәктә туған телде һаҡлауҙы пропагандалаған, Конституция биргән хоҡуҡтарҙы милләттәштәргә аңлатыу, федераль ҡанундарҙы файҙаланыу буйынса сайт булдырыу – оло маҡсатым.

Илдар КАСПРАНОВ, водитель:
– Ҡатынымдың көнө-төнө “Бәйләнештә”, “Клас­таштар”, “Фейсбук” һәм башҡа социаль сайттарҙа ваҡыт уҙғарыуы арҡаһында ғаиләлә йыш ҡына тауыш сыға. Уның бар ҡайғыһы – бәләкәй баланы тиҙерәк йоҡлатырға һәм интернетҡа инергә, ҡайсаҡ эштән ҡайтыуыма аш-һыуын әҙерләргә лә онота. Ноутбукты сүплеккә ырғытам, интернетты өҙәм, тип янағандан һуң, бер-ике көн интернетһыҙ түҙеп йөрөй, тик барыһы ла яңынан башлана. Мине лә төрлө социаль сайттарға теркәп бөттө, ләкин бында бушҡа ваҡыт уҙғарыуҙың һис тә ҡыҙығын тапмайым. Ҡайҙа ғына бармаһын, нимә генә һатып алмаһын, миңә сайтҡа ҡуйырға, “дуҫтар”ыма күрһәтергә кәрәк, тип, иң тәүҙә фотоаппаратын сығара. Интернет тулыһынса уның кәйефе менән етәкселек итә, йәғни фотолары аҫтына яҙылған комплименттар, “йөрәк”тәр ни тиклем күберәк, хәләлемдең кәйефе күтәренке, юҡ икән – балтаһы һыуға төшкән кеүек йөрөй.

Абдрахман ҠАРАБАЕВ, хәҙрәт:
– Мин һеҙгә интернеттан килгән зыянды теҙеп китәм – кире мәғлүмәт, секталар, экстремистик сайттар (скинхедтар, неонацистар, үҙ-үҙҙәрен үлтереүселәр һ.б), көсләүҙе рекламалау, цензураһыҙ лексика, оятһыҙ сайттар, психологик баҫым яһау, маньяктар, мутлашыусылар… Был исемлекте тағы дауам итергә була, ә кешеләрҙең, бигерәк тә нығынып бөтмәгән үҫмерҙең психикаһы ошоларға бирешә, агрессияға бирелеүсән була, енәйәт ҡыла. Интернет барлыҡ ҡара эштәр, әхлаҡһыҙлыҡ ояһы, ул кешене насарлыҡҡа өйрәтеп кенә ҡалмай, ә яҡшылыҡ эшләй торған барлыҡ ваҡытын тартып ала, щайтан кеүек аҙҙыра. Мине йәш быуындың интернет менән ҡулланыу мәҙәниәтен һис белмәүе борсой. Хәйер, уларҙың ата-әсәһе быға тиклем үҙҙәре интернет хаҡында хәбәрҙар булманы, ә хәҙер уның менән нимә эшләргә лә белмәйҙәр. Өлкәндәргә балаларын яман эштәрҙән аралау өсөн интернетта уҙғарған һәр минутын контролдә тоторға кәңәш итәм.

Салауат Т., 10-сы класс уҡыусыһы:
– О-о, мин интернетты уйлап тапҡан ағайға оло рәхмәт әйтеп, ҡулын ҡыҫыр инем. Уның арҡаһында дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы имтихандарын бер ниндәй әҙерлекһеҙ бирә алдым. Сөнки әҙер яуаптар интернетта бар ине. Шулай уҡ барлыҡ өйгә эштәрҙе уның аша күсерергә була. Иҫ киткес шәп әйбер, мин интернетһыҙ йәшәй алмаясаҡмын!

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”