27.09.2013 АҒАС ҠӘҘЕРЛЕРӘКМЕ, ӘЛЛӘ ТРАМВАЙМЫ?
Торатау, «Кроношпан», һыу сифаты һәм башҡалар хаҡында
2013 йыл Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Матур, бай һәм үҙенсәлекле тәбиғәте менән дан тотҡан Рәсәйҙә тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе юҡҡа ғына ҡырҡа тормай – беҙгә әле булған бәрәкәттең ҡәҙерен белергә өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Хоҙай биргән тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланмай сара юҡ. Ләкин был эште һәр кем үҙе теләгәнсә башҡарған хәлдә һөҙөмтә ҡурҡыныс буласаҡ. Был турала уйлағы килмәй, ләкин һайыға барған йылғалар, ҡороған шишмәләр кешелекте һаҡсыллыҡҡа саҡырыусы ауаз булып тора.
Бөгөн көнүҙәк булған экология, туризм һәм башҡа ҡыҙыҡлы темаларға һөйләшеү өсөн редакцияға Башҡорт дәүләт университетының физик география, крайҙы өйрәнеү һәм туризм кафедраһы доценты Инбер Мөхәммәт улы Яппаровты ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.
– Инбер Мөхәммәт улы, һүҙҙе бөгөнгө көндөң йүнәлеше түгел, ә хыялы булған туризм мәсьәләһенән башлайыҡ. Иҡтисадтың был тармағын үҫтерергә мөмкинлек бармы ул беҙҙә, әллә инде иҫ киткес матур тәбиғәтебеҙҙе башҡаларға ла күрһәтергә бер нисек тә өйрәнә алмаҫбыҙмы икән?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса бик күп һөйләйбеҙ һәм бик аҙ эшләйбеҙ. Республиканың үҙебеҙҙең халыҡҡа ла, ситтән килгән туристарға ла күрһәтерлек урындары бик күп. Иң мөһиме – Башҡортостандың милли үҙенсәлеге бар һәм был туристар өсөн иң ҡыҙыҡ “экспонат”. Башҡа урындарҙа ла булған объекттар, тәбиғәт матурлыҡтары ситтән килгән кешеләрҙә әллә ни ҡыҙыҡһыныу уятмай. Сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан буйлап оҙатып йөрөгәнем бар. Улар беҙ әллә ни илтифат та бирмәгән нәмәләр менән һоҡлана. Мәҫәлән, һәр кем үҙ зауығы менән эшләгән ауыл йорттары. Шул йорттарҙы арҡырыға-буйға тикшерәләр. Ауылдарыбыҙҙа ҡаймаҡ, эремсек кеүек ризыҡтар ҙа еренә еткереп, тиңе булмаған итеп әҙерләнә бит. Ә инде ҡорот, ҡаҡ, бал тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Туристар өсөн маршруттарҙы ошондай аҙыҡ-түлек һатыусы урындарға туҡтарлыҡ, матур йорттарҙы күрһәтерлек, тәбиғәт ҡосағында ял итерлек, теләгәндәр өсөн әллә ни ҡиммәт булмаған ҡунаҡханалар эшләрлек итеп төҙөгәндә, уңышлы булыр ине. Туристарға урындағы халыҡтың шөғөлө, көнитмеше, үҙенсәлеге ҡыҙыҡ. Һыу инеү кеүек ял өсөн беҙгә килмәйәсәктәр, уныһы өҫтәмә рәүештә генә. Ә бына экскурсия туризмын үҫтереүгә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Бер мәл сит илдән килгән кешеләр менән Торатауға барҙыҡ. Тегеләр Торатауға биш менеп, биш төштө, әле был, әле теге ракурстан ҡарайҙар. Беҙ күрмәгәнде күрәләр, беҙҙең күҙ өйрәнеп бөткән нәмәләргә ҡарап һоҡланалар. Шунда урындағы хакимиәт туристар өсөн төшкө аш ойошторҙо. Беренсегә – итле аш, икенсегә ҡарабойҙай бутҡаһы әҙерләгәндәр. Тик Германияла ҡарабойҙайҙы сусҡаларға ғына ашаталар булып сыҡты, ҡунаҡтар бутҡаға яҡын да юламай. Ашнаҡсы ҡатын юғалып ҡалманы: “Боҫло ашты бора баҫмайҙар”,– тип, мәҡәлдең мәғәнәһен аңлата-аңлата, һәр турисҡа бутҡаны тәмләтеп ҡарау мөмкинлеген тапты. Тегеләрҙең, йор һүҙле ҡатындың һүҙенә әүрәп, ҡарабойҙайҙы нисек яратып ашағанын күрһәгеҙ! Быларҙы ниңә һөйләйемме – туристар күңеленә юл таба белергә кәрәк, һәр аш, һәр тәбиғәт паркы, һәр объект хаҡында оҫта итеп аңлата белерлек белгестәр талап ителә. Туризм өлкәһендә эшләүселәр ауыҙ-тел ижадын да, тарихты ла белһен, үҙенең илен яратһын һәм ситтән килгәндәргә хөрмәт менән ҡараһын. Беҙ сит илгә барғанда алдыбыҙҙа йүгереп йөрөгәндәрен яратабыҙ, башҡалар ҙа шулай.
Германияла бер хәлгә һоҡланғайным: элекке күмер сығарыу урынының тирә-яғын матурлап, ағастар ултыртып, соҡорҙа күл эшләгәндәр һәм бик матур ял итеү урынына әйләндергәндәр. Беҙҙә бындай хәлде күҙ алдына ла килтереп булмай, шулай бит?
– Торатауҙы телгә алдығыҙ – шихандарҙы һаҡлау, яҡлау кәрәк-кәрәкмәгәнлеге тураһындағы фекерегеҙҙе белге килә.
– Ныҡ күренеп торған, бейек дүрт шиханыбыҙ бар – Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау һәм Шахтау. Уникаль тәбиғәт һәйкәлдәре, халыҡ изге тип һанаған урындар. Шахтау бөттө инде, ә бына Торатауға ҡағылыуға мин ҡырҡа ҡаршымын. Ниңә тик торғандан әллә күпме легендаға, ышаныуҙарға бай, таштарында боронғо хайуандар, үҫемлектәр эҙҙәрен һаҡлаған матур тәбиғәт ҡомартҡыһын юҡ итергә? Был – вәхшилек. Торатау кешелек йәшәйешендә ҙур урын алып тора, был юҡҡа ғына түгел.
Тап Торатау байлыҡтарын производствола сеймал итеп файҙаланыу өсөн бер ниндәй нигеҙ ҙә юҡ. Сөнки ундағы сеймал уникаль түгел, республиканың башҡа урындарында ла шундайҙы табырға була. Ғөмүмән, Башҡортостан тулыһынса тиерлек эзбиз таштар өҫтөндә ултыра, ҡытлыҡ юҡ. Торатауҙан түгел, саҡ ҡына алыҫыраҡ урындан ташыу тураһында ғына һүҙ бара.
Икенсе яҡтан да ҡарарға кәрәк – халҡыбыҙ изге тип һанаған белемле, даһи кешеләрен теләһә ҡайҙа күммәгән, шул Торатауҙа ла зыяраттар булғанлығы билдәле. Әле уларҙы өйрәнәһе бар. Халыҡ араһында: “Торатау бөтһә – халыҡ та бөтә”, – тигән һүҙ йөрөй. Халыҡ теленә бер нәмә лә нигеҙһеҙ килеп инмәй ул, шуға ла иғтибарлы булырға кәрәк. Мин кешеләрҙең Торатауҙы шул тиклем ҡыйыу яҡлап сығыуына шатландым. Бөтә донъя геологтары килеп өйрәнерлек урындарыбыҙ бар, бер ниндәй нигеҙһеҙ шундай матурлыҡты, фәһемле урындарҙы юҡҡа сығарыу, ҡабатлап әйтәм, вәхшилек.
– Һуңғы ваҡытта Салауат ҡалаһында төҙөләсәк акрил заводы тирәһендә лә төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Халыҡ, был завод урындағы халыҡҡа, тәбиғәткә ҙур зыян килтерәсәк, тип һанай. Шулай уҡ ағас эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләгән “Кроношпан” заводы ла күңелгә тынғы бирмәй. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: халыҡ юҡҡа ризаһыҙлыҡ белдерәме, әллә инде беҙгә, ысынлап та, хәүеф янаймы?
– һәр эште башлар алдынан белгестәрҙең фекерен белеү зарур. Салауат ҡалаһындағы завод тураһында химия фәндәре докторы Валерий Майстренко үҙенең фекерен әйтте – завод бик ябай һәм ул эшләй башлаған шартта бер кемгә лә зыян килмәйәсәк. Хөрмәтле, белемле кешенең һүҙҙәренә ышанмаҫҡа нигеҙ юҡ. Үҙен хөрмәт иткән профессорҙар, ғалимдар, билдәле сәбәптәр арҡаһында, бындай сетерекле мәсьәләләргә ҡарата фекерен йәшереп ҡалһа-ҡаласаҡ, әммә ялғанды һөйләмәйәсәк.
Ә бына “Кроношпан” заводы тураһында әйтелгән лайыҡлы фекерҙәрҙе ишеткәнем юҡ әле. Улар, бәлки, барҙыр, ләкин ябай халыҡ белмәй бит. Бында химиктар үҙ һүҙен әйтергә тейеш, был асыҡ һәм барса халыҡ белерлек булһын. Шәхси фекерем – ул предприятие беҙгә ысынлап та кәрәк. Билдәле булыуынса, “Кроношпан” заводы насар сифатлы, ваҡ-төйәк ағастарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә. Башҡортостанда ундай ағастар артыҡ күп һәм уларҙы кисекмәҫтән эшкәртергә кәрәк. Урмандар хәҙер өлгөргән, уларҙы файҙаланырға ғына ҡала. Тик шуныһы аңлашылмай: ни өсөн завод тап Өфө эргәһендә төҙөлөргә тейеш? Баш ҡалала былай ҙа предприятиелар быуа быуырлыҡ. Башҡортостандың территорияһы бик ҙур, эш урындары кәрәк булған ҡала һәм ауылдар күп. Заводты, мәҫәлән, Ағиҙел ҡалаһында төҙөп булыр ине. Башҡа ерҙә лә мөмкин.
– Тимәк, халыҡ ниндәйҙер бер яңылыҡты ҡабул итмәгән, ризаһыҙлыҡ белдергән ваҡытта хаҡлыҡ предприятиелар төҙөргә йыйыныусылар яғында булған осраҡтар ҙа йыш осрай инде?
– Әлбиттә. Мәҫәлән, ҡасандыр Нөгөш һыу һаҡлағысынан аҫтараҡ Иштуған һыу һаҡлағысын төҙөргә ниәтләнеләр. Ләкин был объектҡа ҡаршы тороусылар күп булыуы арҡаһында эш аҙағына еткерелмәне. Иштуған һыу һаҡлағысы ярҙамында әллә күпме мәсьәләне хәл итә алыр инек, шул иҫәптән бөгөн һыуға ҡытлыҡ кисергән урындарҙың проблемаларын да.
Ағастарҙы ҡырҡырға йәлләп, Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай юлын төҙөү планына ҡаршы төштөләр. Һис дөрөҫ түгел. Бер-ике мең ағас ҡырҡылыр ине, баш ҡалала йылына бынан артығыраҡ ағас ултыртыла. Ни өсөн халҡы миллиондан ашҡан өфөләр Блюхер урамында йәшәүселәрҙең генә мәнфәғәтен уйларға тейеш? Бер аҙ ағас ҡырҡылғандан бер кемгә лә зыян килмәйәсәк, ә файҙа бик ҙур. Тиҙ йөрөшлө трамвайҙар әллә күпме пассажирҙы ташып, урамдарҙа транспортты кәметә. Транспорт һауаны нисек бысратҡанын беләбеҙ, был ҡырҡылған бер-ике мең ағас мәсьәләһе менән сағыштырырлыҡ та түгел. Иҫегеҙҙәме икән: Өфө – аэропорт юлын төҙөгәндә күп матди сығым талап иткән был проект, күпер кәрәкмәй, машиналар беҙҙә ҡасан шул тиклем күп була әле ул, тип дау ҡуптарыусылар булды. Ә хәҙер нимә күрәбеҙ – машиналар шул тиклем күп, хатта төҙөлгән юл да етмәй. Артабан да ошолай дауам итһә, Өфөлә тонсоға башлаясаҡбыҙ. Бына ни өсөн тиҙ йөрөшлө йәмәғәт транспорты бик кәрәк. Был – кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьәлә, тип һанайым.
– Ҡоролоҡ йылдарынан һуң һыу мәсьәләһе киҫкенләшкән төбәктәр бар. Республикала һыу запасы етерлекме? Ҡоҙоҡтарында һыу бөтөп, ямғыр яуһа ла, һыуы кире ҡайтмаған хужалыҡтар бар…
– Республикала һыу запасы етерлек. Эсәр һыуҙың сифаты ла насар түгел. Һыуҙың сифатын категорияларға бүлеп баһалайҙар. Мәҫәлән, баш ҡалала һыу өсөнсө категорияға ҡараһа, Учалы ҡалаһында алтынсы тип билдәләнә. Бөтә урындағы һыу ҙа стандарттарға тап килә.
Ҡоҙоҡтарҙан һыу китеүенең сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин. Тәбиғи юл менән – ер аҫты мәмерйәләренә юлланыуы ла ихтимал, шулай уҡ нефть сығарған урындарға. Ләкин кешеләр үҙҙәре ғәйепле булған осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, ике күршенең береһенең ҡоҙоғо – 6 метр, икенсеһенеке 20 метрға тиклем ҡаҙылған икән. Тора-бара ҡоҙоғо алты метр булған хужаның һыуы бөтөүе ихтимал, сөнки барлыҡ һыу тәрәнгә китеп бөтәсәк. Артыҡ тәрән итеп ҡаҙылған бер ҡоҙоҡ бар ауылды ла һыуһыҙ ҡалдыра ул. Шуға ла был мәсьәләгә ҙур иғтибар биреп, ҡоҙоҡ ҡаҙыр алдынан белгестәр менән кәңәшләшеү зарур.
Тәбиғәттә һыу запасы ете йыл һайын үҙгәрә, яңыра. Шуға ла һыуға ҡағылышлы пландар, ҡағиҙәләр ҡабул иткәндә ошо фактты күҙ уңында тоторға кәрәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һәр кем үҙе йәшәгән ерҙәге һыуға өйрәнә. Ситтән килгән кешеләрҙең тик торғандан тештәре ҡойолған, тиреһе ҡороған осраҡтар бар. Был хәлдең һыуға бәйле булыуы ихтимал. Ләкин һыу насар булғанлыҡтан түгел, кешенең организмы башҡа төрлө һыуға өйрәнгәнлектән. Беҙҙең һыуҙы крандан да алып эсергә була тип иҫәпләйем, ләкин яҙлы-көҙлө фильтр аша үткәреү артыҡ булмаҫ.
– Инбер Мөхәммәт улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең менән артабан да хеҙмәттәшлек итеүгә өмөтләнәбеҙ!
Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.