27.09.2013 Бөтә ғәйеп – бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙың донъяға ҡарашында
(“Сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға теләйем”, “Йәшлек”, N 12, 20 сентябрь, 2013 йыл)
“Йәшлек“тең һуңғы һанында Айсын Аҡбулатованың мәҡәләһен һәм Хәйбулла районынан Венераның хатын уҡып сыҡҡас, ҡәләмгә тотонмайынса булдыра алманым. Йәштәр баҫмаһы биттәрендә Баныу Ҡаһарманованың ҡатын-ҡыҙҙарҙың “әсе“ тормошона бәйле ғибрәтле мәҡәләләрен уҡып сыҙарлыҡ ине. Ә был һанда бер юлы ике материалдың баҫылыуы ныҡ аптыратты.
Ҡатын-ҡыҙҙар позицияһын ғына яҡлап сығыу төптән дөрөҫ түгел. Бының сәбәбе лә билдәле – бөгөн, үкенескә күрә, журналистар араһында ир-егеттәр юҡ хәлендә. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Айсын Аҡбулатова икеләнгән ҡыҙҙың хатын төрлө күҙлектән тикшереп сыға. Әммә унда бер төп мәсьәлә ситтә ятып ҡала – ул да булһа бөгөнгө башҡортта сәскә атҡан яңғыҙлыҡ. Ауылдарҙа бер тапҡыр ҙа өйләнеп ҡарамаған (өйләнмәйәсәк тә) типһә – тимер өҙөрлөк егеттәрҙең, ә ҡалаларҙа үҙҙәренә тормош иптәше таба алмай яфаланған яңғыҙаҡ ҡарт ҡыҙҙарҙың ишәйеүе һуңғы сирек быуаттың ысын афәтенә әйләнде. Ҡыҙҙар ирекһеҙҙән сит ил кешеһенә кейәүгә сығыуҙы, йә булмаһа, берәй гастарбайтерҙың икенсе ҡатыны булып йәшәүҙе хуп күрә.
Йәмғиәттә бының сәбәбен тик ир-егеттәрҙән генә күреү өҫтөнлөк алды. Йәнәһе, улар эшһеҙ ауылда ята, ҡала тормошона яраҡлаша алмай, эскегә һабыша… Был төптө дөрөҫ түгел. Бөтә ғәйеп хәҙерге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының донъяға булған ҡарашында. Был йәһәттән Илдар Ғәбитовтың “Ҡыҙҙар ҡалаға кеше күҙенән һәм һүҙенән ҡаса“ тигән афоризмы дөрөҫкә тап киләлер. Ысынлап та, әсәләр ҡыҙҙарының ҡалала йәшәүен хуп күрә, ә егеттәр ата нигеҙен һаҡлап ҡалыу өсөн ауылда ҡала. Был йәһәттән, ҡыҙҙарға ҡарағанда, ошо егеттәр генә ихтирамға лайыҡтыр (улар Венера һымаҡ гәзиткә яҙып та тормаясаҡ). Хәҙер уларға матур ғаилә ҡорорлоҡ ҡыҙҙар юҡ тигәндәй. Мин үҙем 36 йәштә генә өйләнгән кеше булараҡ әйтә алам: хәҙерге башҡорт ҡыҙҙары араһында әсәй, ҡатын булырлыҡ кеше юҡ тип әйтерлек. Ҡыҙҙар тик еңел тормош эҙләү менән мәшғүл. Тормош юлында осраған ҡыҙҙарҙың күпселеге (95 проценты) үҙенең буласаҡ хәләленең ойоҡбаш-трусигын йыуырға сирҡана, тик әҙергә – бәҙер генә йәшәргә риза. Һуң өйләнеүемдең сәбәбен юлымда лайыҡлы ҡыҙҙарҙың осрамауында ғына күрәм. Хәҙерге буйҙаҡтар араһында ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла өйләнеп ҡарамаған егеттәрҙең күбәйеүенә лә ошо сәбәп булып тора – кемдең үҙенең тормошон, буласаҡ балаларын ошондай әсәй менән бәйләп, бәхетһеҙ иткеһе килһен?! Яңғыҙ ҡалып, тәбиғи шәһүәтте ауылдағы аҙғын ҡатындар менән ҡәнәғәтләндереп йәшәүе уларҙың намыҫын аҙыраҡ бысрата.
Ғөмүмән алғанда, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күпселеге тормош маҡсаты итеп карьера, еңел йәшәүҙе һайлай. Күренекле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында өлгө булырлыҡ, бәхетле ғаиләһе менән маҡтанырлыҡ шәхестәрҙе әйтә алаһығыҙмы? Шул-шул, улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Замандаш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғаилә төҙөү тик икенсе планда тора. Донъя тотҡаһы булырлыҡ ҡатын-ҡыҙ булыуы ауырыраҡ шул. Тик ошо ҡатындар эске менән мауыҡҡан ирҙәрен дә һаҙлыҡтан тартып сығара ала. Улар Венера һымаҡ тормошҡа зарланмай.
Й. ҒӘЙНЕТДИНОВ.
Б. районы.