27.09.2013 Ни өсөн Ер шары әйләнә икән, тим…
Бер килеп, ил юлдары буйлап, кеше яҙмыштары һуҡмағын барлап, йәмғиәттәге теге йәки был мәшәҡәтле саттарҙа сығыр йүнәлеште эҙләп йөрөгәндә, Ер шары ниңә әйләнә лә, кем әйләндерә икән, тигән балаларса уй килә башҡа. Кешеләрҙең зиһен яҡтылығы, күңел бураны, йылы ҡулы, ҡайнар табаны әйләндерәлер кеүек. Бәлки, шулайҙыр ҙа.
З. Әйле (Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова) менән бер осорҙа, бер мәлдә килдек журналистикаға. Ике тиҫтә йыл ҡәләм ҡөҙрәтен тойоп, һүҙ көсөн, ҡәҙерен белеп йәшәп ятҡан булабыҙ. Тойоп, белеп тигәнем шунан ғибәрәт, аңламай, тоймай, айырым мәсьәләләр, айырым кешеләр өсөн хеҙмәт иткән “төҫлө ҡәләм”дәр була белмәйбеҙ. Йөрәк ни һорай, намыҫ ни ҡуша – шуға таянып яратҡан эшебеҙгә тотонабыҙ. Ашаған икмәгебеҙ ҡәҙерле, тамаҡҡа торорҙай түгел. Тойоу тигәндән тағы, һәр кемгә лә бирелмәгән дә шикелле был ҡөҙрәт, был һәләт. З. Әйленең яҙғандарын уҡығас, халыҡ фекерен еткерә, халыҡты борсоғанға һыҙлана, халыҡ телендә аңлата белә был талантлы журналист, тип ҡуяһың.
“Теле булһа икән таштарҙың” тип атаған йыйынтығы мәртәбәле премияға тәҡдим ителгәс, талантты күрҙеләр, ниһайәт, тим. Бында һүҙ, башлыса, тик яҡташы, Салауат батырыбыҙ тураһында ғына барһа ла, китаптың һуңғы битен япҡас, зиһендә атылған уҡ кеүек зәһәр бер уй үтеп китә лә, бар булмышты биләп, яманһыулыҡ баҫа. Халыҡ ғүмере һәм уның киләсәге, батырҙары, аҡылдары булмаһа, ниндәй юҫыҡта юл алыр ҙа, ниндәй яҙмыш менән көн итер ине икән? Яҙмыш тигәне уҙмыш ҡына булып, йылдар, тарих саңы аҫтында күмелеп ҡалмаҫмы? Тарихта йәшәһен өсөн хәтерҙе, үткәндәрҙе генә түгел, кисәге, әле генә үткән сәғәт-минуттарҙы ла яңыртырға кәрәк тәһә. Шунһыҙ бөгөнгө һәм киләсәк юҡ. Зәйтүнә кеүек таланттар ана шул оло йөктө, үткәндәр менән киләсәкте бәйләр күперҙе, иңдәрендә лә, яҙған юлдарында ла йөкмәп бара. Ана уларға ҡарап Ер шарының әлдә әйләнгәненә ҡыуанаһың, ни өсөн әйләнгәнен төшөнгәндәй булаһың. Юҡҡа әйләнмәй икән ул.
З. Әйле үткер ҡәләме менән күп уҡыусыһында ут тоҡандыра алды. Тоҡандырасаҡ та. Ә премияға килгәндә, ана шул утҡа көс-ҡеүәт биреүсе тип аңлайым мин уны.
Мөнир ҠУНАФИН.