RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тапшырыуҙары спектакль кеүек ҡарала

27.09.2013 Тапшырыуҙары спектакль кеүек ҡарала

Тапшырыуҙары спектакль кеүек ҡаралаШәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән дәғүәселәр исемлегендә “Баш­ҡортостан“ дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Зөлфиә Рәхмәтуллинаның исемен күргәс, аптырап ҡалдым: мин уны был юғары исемде күптән алған тип йөрөй инем. Уның сәбәбе тик берәү генә: беҙҙең иң һәләтле телерадиожурналистарыбыҙҙың береһе республика халҡының иғтибарын үҙенең сағыу тапшырыуҙары менән яулап алды һәм ошо юғары планканы арымай-талмай тота һәм һис тә төшөрмәй килә.
Бәғзе бер телерадиожурналистар үҙҙәренең тапшырыуында йыш ҡына үҙ персонаһын алға сығарыу менән мауығып китеүсән була. Зөлфиәлә был һыҙат бөтөнләй юҡ. Бөтә тырышлығын ҡуйылған мәсьәләне асыҡлауға йүнәлтә. Бының өсөн ул етди әҙерлек эше алып бара. Республика журналистары менән йыш арала­шыр­ға тура килгәс, сағыштырып әйтә алам: беҙҙең журналистикала Зөлфиә Рәхмәтуллина һымаҡ ижтимағи проблемаларҙы тәрән аңлаған автор юҡ кимәлендә. Журналистика факультетын тамамлаған белгестәр иҡтисад, сәйәсәт өлкәһендә, үкенескә күрә, Зөлфиә кеүек тәрән фекер йөрөтә алмай. Хатта аптырап та ҡуяһың, уның аңлау ҡеүәһе ҡайһы бер юғары белемле белгестәрҙең компетенцияһынан да артығыраҡ. Был журналист өсөн республика эфиры тар тиһәң дә була: Рәсәй телевидениеһында Зөлфиә кеүек эшләй алған ҡатын-ҡыҙ журналистар араһынан тик Светлана Сорокинаны ғына әйтә алам. Тик әйтегеҙ: ҡайҙа һуң хәҙер Светлана Сорокина? Үҙенең ҡайһы бер етешһеҙлектәре арҡаһында ул офоҡтан юғалып ҡалды. Ә Зөлфиә Рәхмәтуллина бына инде ун бер йыл беҙҙе үҙенең тапшырыу­ҙары менән һөйөндөрә. Бының сәбәптәренең береһе булып уның тик башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас тотанаҡлығы,эске рухи көсө тора. Тапшырыуға саҡырылған геройҙар төрлө була: ҡайһы берҙәре экстремистик фекерҙәрҙе ярып һала. Ошо осраҡтарҙа Зөлфиә уларҙы нисектер тынысландыра белә. Күҙәтеүҙәрем буйынса, башҡа тапшырыуҙарҙан айырмалы рәүештә, тамашасылары ла үҙҙәрен тыйнаҡ тота: тапшырыу темаһына ҡағылмаған һорауҙарҙы биреп бармай­ҙар. Зөлфиәне тура эфир оҫтаһы тип атар­ға була.
Һүҙемде йомғаҡлап әйтке килә: Зөлфиә Рәхмәтуллина Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына дәғүә итеүселәр араһында иң лайыҡлыһы булып тора. Ул ғына ла түгел, был шәхесте киләсәктә яңы үрҙәр көтә – уның үҫеш кимәле республиканың власть органдарының берәй юғары баҫҡысын биләрлек.

Илдар ҒӘБИТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”