27.09.2013 Теләгәнеңде мотлаҡ тормошҡа ашыр!
Ағалы-ҡустылы Аллаһы Тәғәләгә:
– Беҙҙе тормоштоң бөйөк фәнен аңларға өйрәт, – тип мөрәжәғәт итә.
– Яҡшы, – тип яуап бирә Хоҙай. – Һеҙ әҙер булғас, мин саҡырырмын.
Туғандарҙың береһе Аллаһтың саҡырыуын көтә башлай, ә икенсеһе был бөйөк сәғәттең һуғыуына тиклем нисек тә күберәк яҡшы ғәмәлдәр, изгелектәр ҡылырға тырыша. Йорт һалған, ҙур һәм матур баҡса үҫтергән, өйләнеп, аҡыллы һәм тәүфиҡлы балалар тәрбиәләгән, икенсе берәүҙең китаптарын уҡып сыҡҡан һәм үҙенекен яҙған, кешеләрҙән нимәгә булһа ла өйрәнгән, үҙе белгәндәрен башҡаларға өйрәткән. Бик ныҡ ашыҡҡан, нисек тә күберәк эшләргә тырышҡан. Һуң ятҡан, таң һарыһынан тороп, эшкә тотонған. Шуға ҡарамаҫтан, барыбер бик аҙ эшләйем, эштәрем иртәгәгә күп ҡала, тип хафаланған. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына уның ысын уҡыусыһы булып баҫҡыһы, тормош өсөн тағы ла күберәк нәмәләр башҡарғыһы килгән.
Ә ҡустыһы һаман да, ваҡытты ашыҡтыра биреп, Хоҙай иң яҡшы ҡылыҡтарға өйрәтер әле, тип көткән. Һәм бына ағалы-ҡустылы, ҡартайып, үлер ваҡыттары етеп, тағы Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт иткән:
– Ғүмеребеҙ буйына беҙҙе нимәгәлер өйрәтеүеңде көттөк. Донъяның бөйөк эштәрен башҡарыу өсөн Һинең уҡыусыларың булырға теләнек.
– Һеҙ донъяны үҙгәртеү өсөн минән белем алырға уйланығыҙ, – ти Хоҙай. – Әммә берегеҙ нимәлер теләгәндә, икенсегеҙ көсөн йәлләмәй шул нәмә өҫтөндә эшләне. Бына сәғәтегеҙ һуҡты, һеҙгә был донъяны ҡалдырып китергә ваҡыт етте. Артығыҙға әйләнеп ҡарағыҙ әле, үҙегеҙҙән һуң ер йөҙөндә нимә ҡалдырҙығыҙ?
Береһе үҙенең бар эштәрен, ә икенсеһе тик теләгән нәмәләрен генә күрҙе.
– Ысын уҡыусы, – ти Аллаһы Тәғәлә, – ул ниҙер теләгән кеше түгел, ә теләге булып, ошоларҙы тормошҡа ашырған кеше, бысраҡ һәм ауыр эштәрҙән ҡурҡҡан бәндә түгел, ә ошоларҙы донъяға файҙалы итеүсе. Тик хеҙмәт аша ғына иң ҙур белемде алырға мөмкин. Теләү генә ул – буш нәмә, ә теләгәндәреңде тормошҡа ашырыу – бөйөклөк.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.