RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ағинәйҙәр ҙә ҡулдарына тырма алды

20.09.2013 Ағинәйҙәр ҙә ҡулдарына тырма алды

Ағинәйҙәр ҙә ҡулдарына тырма алдыБаймаҡ районында «Таҙа шишмә» акцияһында бөтәһе 24 шишмә, 22 ҡоҙоҡ, йылға буйҙары таҙартылды
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап, ер өҫтө ҡарҙан әрселеү менән бөтә район буйынса бик күп сара, экологик өмә үткәрелде. «Һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырайыҡ!» республика ак­цияһына ҡушылып, Баймаҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы «Таҙа шишмә» акцияһын иғлан итте. Уны район ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү кү­тәреп алды һәм ихлас ҡушылды. Һәр урында шишмәләр, ҡоҙоҡтар барланды, тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылды, күптәре кәртәләп алынды. Был өмәләрҙә ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, йорт хужабикәләре, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.

Өмөтбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан Мохан, Сәхип, Ҡайын күпер шишмәләре таҙартылды, бөтәһе 25 трактор сүп-сар түгелде.
Ишмырҙа ауылында мәсет эргәһендәге Оло ҡойоно таҙартыу, тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса өмә бик ойошҡан үтте. Ҡоҙоҡ эргәһендәге таш­тарҙы бер урынға өйөп, төрлө төҫтәргә буяғандан һуң уҡыусылар «Оло ҡойо 1853 – 2013» тигән яҙыу ҙа яҙып ҡуйҙы.
Ҡаратал ауылында ла ҡатын-ҡыҙҙар, ауыл йәмәғәтселеге акцияға ихлас ҡушылды. Улар тарафынан ауыл уртаһындағы Мотаһар, Баймаҡ – Ҡаратал юлын­дағы – Аҡма, Ҡаратал – Беренсе Этҡол юлы буйындағы Мыр­ҙабулат ҡоҙоҡтары, Ғәй­ниямал тауы янындағы шишмә таҙартылды. Аҡма ҡоҙоғо яңынан кәртәләнеп, буялды.
Һаҡмар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Һаҡмар йыл­ғаһы буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәлә әүҙем эш­ләне, трактор ярҙамында тиҫтәнән ашыу тоҡ ҡый йыйып түкте.
Темәс ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр клубы ағзалары, Биктимеровтар һәм Сә­лиховтар ғаиләләре Яғалса тауы итәгендә урынлашҡан Мо­наш шишмәһен таҙартыу бу­йынса өмәлә 23 тоҡ сүп-сар йыйҙы. Ялға туҡтаған мәлдә В. Сә­лихова республикалағы һәм райондағы экологик хәл тура­һында мәғлүмәт бирҙе, С. Би­лалова «Ҡыҙыл китап»ҡа ин­гән үҫемлектәр менән таныштырҙы.
Йомаш ауылында Кеүәшле йылғаһын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә лә бик дәррәү барҙы. Өмәлә ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ағинәйҙәр, янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә теркәлгән кешеләр әүҙем эшләне. Йыйылған сүп-сарҙы түгеүгә өс йөк машинаһы йәлеп ителде.
Урғаҙа ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Урғаҙа йылғаһы буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәлә тырышып эшләне. Уның барышында тиҫтәгә яҡын тоҡ ҡый йыйып түгелде.
Ишмөхәмәт ауылында ойошторолған өмәлә Дауыт ҡоҙоғо, шишмәләрҙең тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылды. Ҡатын-ҡыҙ­ҙар советы ойошторған сарала ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Хәмит Үлйәбаев ике улы менән ҡороған ике шишмәне таҙалап, таш менән бурап ҡуйҙы.
Иҫке Сибай ауылында дүрт шишмә – Сәрүәр, Һары, Һал­ҡын, Ҡаракүбәк шишмәләре һәм Зарифа ҡойоһо сүп-сарҙан таҙартылды.
Беренсе Этҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Зиннур шишмәһен тәртипкә килтерҙе, Ғәҙелбай ауылында ағинәй Көнһылыу Байрамғо­лова етәкселегендә Ҡасҡын шишмәһе һәм Батҡаҡлы йылғаһы буйҙары матурланды.
Мерәҫ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Аҡминде, Көрәнбейә, Тәрәноя йылғаларын таҙартыуға күп көс һалды. Өмәнән һуң йылға буй­ҙары күркәмләнеп, йәмләнеп ҡалды.
Байыш ауылында йәй буйына бер нисә экологик өмә ойошторолдо. Өмәләрҙә бөтә ауыл хал­ҡы ҡатнашты. Урғаҙа йыл­ғаһының үҙәнен таҙартыуға бөтәһе 56 кеше сыҡты. Шулай уҡ Доңғойо, Уҫаҡлы йыры шишмәләрен тәртипкә килтереүҙә өлкәне лә, йәше лә тырышып эшләне.
Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы Йылайыр, Ҡуһа йылғалары буйҙарын таҙартыу­ҙы ойошторҙо. Тәтек ҡоҙоғо кәртәләнде, буялды.
Бөрйәнйылға ауылында Бөр­йән, Һарыҡал буйҙары та­ҙар­тылды, Үрге ҡоҙоҡ, Алама йылға ҡоҙоғо тәртипкә килтерелде.
Юлыҡ ауылында Мағаш, Төгән йылғалары буйҙары таҙартылды, Яманташ ҡоҙоғо тәртипкә килтерелеп, рәшәткәһе буялды.
Ҡолсора ауылында Ҡотоҡ башы шишмәһен, Ҡуянтау ауылында Нурлыбай, Шәһит шишмәләрен, Күсей ауылында Аҡма йылғаһы буйҙарын, Билалда Моңдо шишмәһен, Байымда Тау­лы йылғаһы буйҙарын, Тү­бәлә Сапсал буйындағы ҡоҙоҡтарҙы, Бетерәлә Бетерә йыл­ғаһы буйҙарын, Татлыбайҙа Ҡа­ран, Шөбөрләп шишмәләрен, Йәнйегеттә Улаҡ шишмәһен, Шәкир ҡоҙоғон, Таулыҡайҙа Һаҡмар, Ҡарғалы йылғалары буйҙарын, Буранбайҙа Ташкит ҡоҙоғон, Күгиҙелдә Суҡҡарағас йылғаһы буйҙарын таҙартыу буйынса өмәләрҙә урындағы халыҡ ҙур теләк менән ҡатнашты.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған экологик өмәләрҙә бөтәһе 24 шишмә, 22 ҡоҙоҡ (шуларҙың һигеҙе кәртәләп алынған, буялған), йылға буйҙары таҙартылды.
Эйе, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында тәбиғәтте таҙартыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Һәр ауылдың был изге эшкә ҙур теләк менән, әүҙем ҡушылыуы ҡыуандырҙы. Киләсәктә лә бындай өмәләр йыш үткәрелер, йылға-шишмәләребеҙ һәр саҡ саф һәм тулы һыулы булып ҡалыр, тип ышанайыҡ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”