RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ярҙар таҙарҙы, йылға йылмайҙы

20.09.2013 Ярҙар таҙарҙы, йылға йылмайҙы

Ярҙар таҙарҙы, йылға йылмайҙы«Һыу, һинең төҫөң дә, тәмең дә, еҫең дә юҡ, һине тасуирлау ҙа мөмкин түгел – кешеләр һине эсеп кинәнә, ә үҙҙәре һинең нимә икәнеңде белмәй», – тип яҙған ҡасандыр Антуан де Сент-Экзюпери. Бөйөк француз хаҡ булған. Һыу – кешелектең иң ҡиммәтле ресурстарының береһе, унһыҙ кешеләрҙең дә, беҙҙе уратып алған күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының да йәшәйешен күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Был хазинаны беҙгә тәбиғәт биргән, ул беҙҙең тәрбиәлелеккә һәм уның алдында яуаплы икәнебеҙҙе белеүебеҙгә ышанғандыр. Әммә, үкенескә күрә, был байлыҡ кеше тарафынан бик үк юғары баһаланмай. Йылғалар бысрана, күлдәр ҡорой...
Төбәгебеҙҙең экологик торошон яҡшыртыу маҡсатында 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле республика, район кимәлендә төрлө саралар, өмәләр үткәрелеп тора. «Ятып ҡалғансы, атып ҡал» тигән девиз аҫтында «Ейәнсура таңдары» гәзите редакцияһы үткәргән «Йәшә, йылға!» экология акцияһында беҙ ҙә, Сәғит ауылы халҡы, ҡатнашырға булдыҡ. Билдәләнгән ваҡытҡа ауылыбыҙҙың иң әүҙемдәре мәҙәниәт йорто алдына йыйылдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар тоҡ тотһа, ә ир-егеттәр бысҡы-балта, көрәк менән ҡоралланғайны. Сарабыҙ Ҡаҫмарт йылғаһы аша үткән күперҙән старт алды. Саф һыулы йылға – һыныҡ ағас ботаҡтары, йәшел сиҙәм – полиэтилен тоҡсайҙар, ҡырсынташлы ярҙар – буш пластик шешә­ләр... Матурлыҡ һәм насарлыҡ аралашып килгән ошондай күренеш беҙҙе ҡаршы алды. Йәше, олоһо ҡарап тормай дәррәү генә эшкә тотондоҡ. Осраған һәр сүп-сарҙы тоҡтарға тултыр­һаҡ, ә бына йылғаны ҡамап ятҡан ағас киҫәктәрен ярға сығарып өйҙөк. Ситтән ҡарап торһаң, эшһөйәр ҡырмыҫҡаларҙың ҡыҙыу эш мәлен хәтерләтә ине. Бер нисә сәғәттә әллә күпме ҡый йыйҙыҡ. Шәхси техникаһы булған егеттәр өмәбеҙгә ҙур өлөш индерҙе. Сүп-сар өйөмдәрен арбаға тейәп, тәғәйенләнгән урынға илтеп тә ауҙарҙылар. Йыйыштырылған ярҙарҙы күргәс, ошо бәләкәй генә эштең дә оло бер байлығыбыҙ – йылғабыҙҙы һаҡлап ҡаласағына ышандыҡ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ әйтеме. Эшебеҙҙе тамамлағас, һут, тәм-том менән һыйланып та алдыҡ. Өмә Сәғит ауылы халҡының татыулығын, тырышлығын, эшсәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Сарала ҡырҡҡа яҡын кеше ҡатнашты. Ауылдыҡылар ғына түгел, ҡала ҡунаҡтары ла был өмәгә ҡушылғайны. «Афарин, сәғиттәр!» – тип кенә әйтергә ҡала. Ошондай экологик өмәне оло йолаға әүерелдерергә һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ.
Сарала ҡатнашып, тағы бер хәҡиҡәткә төшөндөк: беҙҙе уратып алған мөхиттең, тәбиғәттең һаҡланыуы кеше ҡулында һәм уның артабанғы яҙмышы киләсәк быуынға бәйле. Ә мин үҙ сиратымда ял итергә килеүселәргә һыу буйын бысратмаҫҡа, сүп-сарҙы урында уҡ яндырырға, йә алып ҡайтып, сүплеккә ташларға кәңәш итер инем.Тәбиғәтте һаҡлау, уны киләсәккә ҡалдырыу – беҙҙең бурыс.

Ләйсән Ҡыуатова,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”