RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек – һәр дәүерҙә лә заман көҙгөһө ул»

20.09.2013 «Йәшлек – һәр дәүерҙә лә заман көҙгөһө ул»

Беҙҙекеләр үҙаллылыҡҡа иртәрәк өйрәнә ине

«Йәшлек – һәр дәүерҙә лә заман көҙгөһө ул»– Хәҙерге йәштәр һеҙҙең быуын йәштәренән нимә менән айырыла?
– Дөйөм алғанда, бер нәмә менән дә айырылмай. Йәшлек уҙған быуаттарҙа ла шулай уҡ булғандыр: дәртле, көслө, хыялдарға бай, сәмле, етеҙ, мөхәббәтле... Тормош тәжрибәһе туплана башлаһа ла, өлкәндәргә ҡарата бер аҙ өҫтөнлөклө ҡарашлы, заман үҙгәрештәренә тиҙерәк яраҡлашыусан...
Ауырлыҡтарҙы еңел кисерә, эксперименттарҙан ҡурҡмай, һирәк икеләнә, һаулыҡ хаҡында уйланмай, арымай...
Сибәр, зиһенле, матурлыҡҡа, батырлыҡҡа тартылыусан...
Бөтәһе лә әле алда, ғүмер мәңгелек һымаҡ тойола.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: һәр осорҙоң өлкән быуын кешеләре йәштәрҙең әхлаҡ кимәле түбәнәйеүенә зарлана.
Әлбиттә, һәр замандың үҙ заңы, үҙ моңо, үҙ талабы. Улар йәштәргә генә түгел, дөйөм йәшәйешкә лә йоғонто яһай.
Беҙҙең йәшлек уҙған быуаттың 65 – 85-се йыл­дарына, үҫешкән социализм тип йөрөтөлгән саҡтарға тура килде. Хәҙер һәр ҡайһыһы айырым дәүләт булып йәшәгән 16 союздаш республиканы берләштергән илебеҙ Советтар Союзы тип йөрөтөлә ине. Был илдең үҙенә генә хас идеологияһы тәрбиәләне беҙҙе. Уның кире һәм ыңғай яҡтарын анализлау бөгөнгө һөйләшеүҙең маҡсаты түгел. Шулай ҙа беҙ уға инанып, ышанып, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәнек.
Ә хәҙерге йәштәрҙең бала сағы һәм үҫмерлек осоро илдәге киҫкен үҙгәрештәр, ҡапма-ҡаршылыҡтар дәүеренә тура килде. Рәсәй Федерацияһы тип аталған Ватаныбыҙҙың ниндәй идеология нигеҙендә, ҡайһылайыраҡ ҡоролош төҙөгәнен әле булһа сәйәсмәндәр ҙә, тарихсылар ҙа, башҡалар ҙа өҙөп кенә әйтеп бирә алмай.
Бәлки, яңыса капитализмдың башланып тороуылыр, ә бәлки, улай ҙа түгелдер... Ошо билдәһеҙлек, ығы-зығылы, ләкин ниндәйҙер кимәлдә рухи азатлыҡ шарттарында тыуып, инде буй еткергән йәштәрҙең бөтөнләйе менән беҙгә оҡшауы мөмкин дә түгел. һәр ике быуындың үҙенә генә хас ыңғай һәм кире яҡтары, өлгө алырлыҡ өҫтөнлөктәре һәм борсолдороп уйландырырлыҡ миҫалдары бар.
Күҙгә бәрелеп торған айырымлыҡтарҙы ғына әйтеп китәйем. Мәҫәлән, социализм ҡанундарына ярашлы тигеҙләү (уравниловка) заманында кешеләрҙең тормош кимәле, йәшәү рәүештәре бер-береһенән әлеге һымаҡ ныҡ айырылманы. Шуға күрә үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына, белемдәренә таянып, тотҡарлыҡһыҙ инә һәм стипендияға тиерлек уҡып сыға алды «беҙҙекеләр».
Уҡып сыҡҡас та эш таба алмай йөрөүселәр булманы. Бараһы ереңә йүнәлтмә биреп, йәшәп алып китерлек аҡса түләп (подъемный) оҙаталар ине. Йәш белгестәр, закон буйынса, фатир менән дә беренсе сиратта тәьмин ителде. Күңелдәрҙә бары тик яҡшылыҡ, изгелек, матурлыҡ, ғәҙеллек, оптимизм, патриотизм тойғолары уятырлыҡ кинофильмдар, спектаклдәр ҡараныҡ, китаптар уҡыныҡ. Хеҙмәт кешеһенә, ветерандарға ҡарата хөрмәт сабый саҡтан йәнгә һеңдерелде. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа дан йырланды.
Үрҙә һанап кителгән ыңғай факттарҙы иҫәпкә алғанда, беҙгә рухи ҡиблабыҙҙы табыу һәм эш, фатир мәсьәләләрен хәл итеү еңелерәк булған.
Бөгөнгө йәштәргә был өлкәлә бик ҡыйынға тура килә. Хатта уларға аҡса эшләү юлдары «беҙҙекеләр»гә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ күп һәм төрлө булһа ла. Сөнки ауылда йә ҡала ситендә өй һалам тиһәң дә, ҡалала фатирлы булыу өсөн дә тиҫтә йылдар буйы баш күтәрмәй эшләп, бала-сағаң үҫеп еткәнсе кредит түләргә мәжбүрһең. Башыңды нығыраҡ эшләтергә, бар тырышлығыңды, йүнселлегеңде эшкә егергә тура килә инде. Хәҙерге йәштәр араһында төрлө юлдар менән байыҡҡан, ата-әсәһе ярҙамында артыҡ бил бөкмәй генә типтереп йәшәгәндәр ҙә бар. Коррупция, яуызлыҡ, күрәләтә закон боҙоу һәм былар өсөн бер ниндәй ҙә сара күрелмәүе менән дә йыш осраша хәҙерге йәштәр. Донъяның ошондай ғәҙелһеҙлеге улар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Был хәлде фәлсәфәүи ҡабул итеп, намыҫлы, хыялдарыңа тоғро, изгелекле булып ҡалыу өсөн күпме аҡыл, рухи көс талап ителә.
Шөкөр, аҡыл-белеме, булдыҡлылығы менән маҡсатҡа ирешә барыусы, үҙенең генә түгел, ә республикабыҙ, илебеҙ яҙмышын иңдәренә һалыу ҡулдарынан килерлек егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың һаны йылдың-йылы арта бара. Бына ошо күренеш ҡыуандыра.
– Элек тә ауылда өйләнмәй йөрөгән егеттәр күп инеме?
– Беҙ йәш саҡта ауылдарҙа, ғаилә ҡороу яуаплылығынан ҡурҡып, өйләнмәй йөрөгән ир-егеттәр булһа ла, берәм-һәрәм генә булғандыр. Хәҙер был хәл ауылдарҙың һаҡланып ҡалыу-ҡалмау ҡурҡынысын тыуҙыра. Ғаилә булмағас, һәйбәт тормош ҡороуға стимул юҡ, нимәлер эшләргә, төҙөргә, рухи үҫеш менән шөғөлләнергә күңел төшмәй. Ҡайҙандыр аҡса табып, эсеп онотолоу ғәҙәти халәткә әүерелгән. Ундай кеше менән кемдең ғаилә ҡорғоһо килһен?! Ҡыҙҙар, бәхет, эш эҙләп, ситкә сығып китә. Бала-саға тыумағас, мәктәптәр ябыла, клубтар эскелек, тәртипһеҙлек ояһына әйләнә. Ауыл һүнә.
Ҡалаға киткән ҡыҙҙарҙың да һирәктәре генә теләгенә ирешә. Ҡалғандары олоғайғансы ятаҡтарҙа, кеше тупһаларында көн күрә.
Бөтә Рәсәйҙе хафаға һалған тағы ла бер бәлә – эскелек юҡ дәрәжәһендә ине беҙ йәш саҡта. Байрамдарҙа, өмәләрҙә генә әҙерәк ҡулланыла ине. Ул да армияға барып ҡайтмаған, өйләнмәгән егеттәргә ҡағылманы. Ә ҡыҙҙар хаҡында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Ауыл йәштәрен йыйып, тәүге тапҡыр тыуған көнөмдө – 17 йә­шемде үткәргәнем хәтеремдә. Табынға иҫерткес эсемлек ултыртыу башҡа ла килмәне. Уҙған йыл бер ҡайтҡанымда 2 – 3 ҡыҙҙың бер егеттән араҡы таптырып туҡмағанын ишетеп, сәстәр үрә торҙо.

Үҙен хөрмәт иткән кеше генә шәхес була ала

– Заманаға лайыҡлы ысын кеше булып йәшәүҙең нигеҙендә нимә ята тип уйлайһығыҙ?
– Беренсе сиратта кешелә бәләкәйҙән үҙеңдең баһаңды белеү тойғоһо (чувство собственного достоинства) тәрбиәләргә кәрәктер, тип уйлайым. Быны, әлбиттә, тәкәбберлек менән бутарға ярамай. Минеңсә, рухи үҫеш тә, йәшәү рәүеше лә, ниндәй кеше булып ғүмер итеүең дә ошо үҙбаһа тойғоһона бәйләнгән. Мәҫәлән, үҙен хөрмәт иткән кеше башҡалар араһында кәм-хур булып йәшәмәҫкә тырыша. Миҫал­дарҙы тағы ла килтерергә мөмкин: уҡығанда яҡшы билдәләргә өлгәшеү, спортта алдынғылыҡты бирмәү, үҙ-үҙеңде тотошоңа һәм өҫ-башыңа иғтибарлылыҡ, зиһен һәм аҡыл юғарылығына ынтылыу, намыҫлы хеҙмәт уңыштары яулау – үҙ яҙмышына битараф йәки үҙен башҡаларҙан кәм итеп хис иткән кеше быларҙың береһенә лә өлгәшә алмай.
Үҙенең һәм яҡындарының бәхете өсөн үҙен яуаплы тойған сәмле, ғәмле, оптимист рухлы, иленең, халҡының патриоты булған кеше бер ваҡытта ла эсеп, сусҡа һымаҡ, бысраҡта тәгәрәп ятмаҫ, ғаиләһенең аслы-туҡлы көн итеүенә юл ҡуймаҫ. Ул урлашып, алдашып, кеше йәберләп үҙен кәмһетмәҫ, кеше елкәһендә йәшәү, көнсөллөк, тәкәбберлек, үс һаҡлау кеүек түбәнлектәрҙән азат булыр.
Бына шундай яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа этәреүсе илаһи көс ул әҙәм балаһының үҙбаһаһын юғары ҡуйып йәшәргә ынтылыуы.
– Элегерәк, ауылда эш юк, тип ҡыҙҙар ғына ҡалаға китә ине, хәҙер ир-егеттәр ҙә эште ситтән эҙләй. Бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ауылдар пенсионерҙар төйәгенә әйләнеп бара...
– Бөтә Рәсәйгә хас хәүефле күренеш инде был. Шулай тип кенә үҙебеҙҙе йыуатып, уға ҡул һелтәп тә ҡуя алмайбыҙ. Ил төкөрһә, күл булыр, тигәндәй, һәр кем ғаиләһе, тыуған яғы өсөн әле эшләп килгән закондарға таянып та, нимәләр­ҙер эшләргә бурыслы.
Ауыл бит ул – халыҡтың милли рухын, телен, нәҫелен, ғөрөф-ғәҙәтен үҙенсәлеген һаҡлаусы изге ер.
Сағыштырмаса аҙ һанлы беҙҙең халыҡтың эш эҙләп ситкә китеүе – фажиғә. Сөнки рус һәм башҡа күберәк һанлы милләттәр ҡайҙа китеп йәшәһә лә, үҙ асылын юғалтмай. Ә беҙҙең халыҡ таралышып, әләф-тәләф булып бөтә. Ситкә бит ҡайҙа ла эшләй алырҙай, белемле, егәрле йәштәр юллана, эскеселәр кемгә хәжәт?! Ә ауылға улар хужа булып ҡала. Ни ҡылһалар ҙа – иректәрендә. Айырым йәшәү уйын түгел, һынауҙарҙы үтә алмай, күпме ғаилә емерелә, күпме бала тыумай ҡала.
Йәштәргә заманса донъя көтөү, балаларын үҫтереп аяҡҡа баҫтырыу, яңы йорттар һалыу өсөн аҡса бөгөн кәрәк.
Бындай хәлде, ваҡытлыса ғына, тип ҡабул итеп, түҙергә тура килә инде. Шуныһы ышанысҡа ҡанат ҡуя: ауылын яратҡан маҡсатлы байтаҡ ҡына ир-уҙаман, етерлек аҡса туплап йәки кредит алып, үҙ эштәрен аса, ғаиләһенә лә, яҡташтарына ла файҙа килтереү маҡсатында шәхси хужалығын киңәйтеп ебәрә, мәсет төҙөтә, мәктәп, тәрбиә һәм мәҙәниәт усаҡтарын шефлыҡҡа ала, ауылдарға йәм инә.
Шундай дүрт-биш кенә егәрле эшҡыуар ҙа ауылды һаҡлап алып ҡалыуҙа байтаҡ эш башҡара ала. Ә улар унарлап һәм тағы ла күберәк булһа, гөрләтеп йәшәргә була.
– Ниңә ошо мәсьәләләрҙе хәл итерлек һәйбәт закондар сығарылмай икән?
– Бөтә Рәсәй халҡы өсөн закондарҙы Дәүләт Думаһы депутаттары сығара бит хәҙер. Беҙҙең Дәүләт Йыйылышы урындағы парламентҡа бирелгән хоҡуҡтарҙы ғына файҙалана ала. Был өлкәлә хәл ителәһе мәсьәләләр ысынлап та күп, тип уйлайым. Ләкин беҙҙең халыҡ булған закондарҙы ла ныҡлап белмәй. Шул иҫәптән йәштәр ҙә үҙ хоҡуҡтарын аңлап етмәй, шуға күрә файҙалана ла алмай. Халыҡ кәсептәре, малсылыҡ, йылҡысылыҡ, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ айырым һәм туранан-тура йәштәрҙең үҙҙәренә генә ҡағылған закондар бар. Уларҙы иғтибар менән өйрәнгән саҡта ла башҡа әллә күпме файҙалы фекер килер ине. Әйткәндәй, был закондар брошюра итеп баҫылып, китап магазиндарында һатыла, китапханаларҙан да табырға мөмкин.
Шөкөр, эшҡыуарлыҡ беҙҙең республикала ла тамырлана бара. Рәсәй күләмендә уңыштарға өлгәшкән фермерҙарыбыҙ, ҡулланыу тауарҙары етештереүселәребеҙ, ауыл хужалығы тауар­ҙарын эшкәртеү предприятиелары асып, улар­ҙы тағы ла киңәйтеү, төрләндереү маҡсатында ең һыҙғанып эшкә тотонған уңғандар бар. Араларында йәштәр ҙә етерлек. Үҙҙәрен генә тәьмин итеп ҡалмай, күпме кешене эшле итә, өлгө күрһәтә бит улар башҡаларға.

Иң борсолдорғандары – әрәмтамаҡтар

– Йәштәр тормошондағы ниндәй күренештәр һеҙҙе айырыуса ныҡ борсолдора?
– Мине ныҡ аптыратҡаны: бер үк шарттарҙа йәшәгән ҡайһы берәүҙәр мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләп, үҙ көнөн үҙе күрергә тырышып ята. Ә кемдәрҙер, байып китте, тип күршеһен, эш тапмай, закон сығармайҙар, тип депутаттарҙы, ил етәкселәрен һүгеүҙән туҡтамай. Ә үҙ ғаиләһен ҡарау, йүнлерәк йәшәү өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай. Киреһенсә, йәшәү ауыр, түҙер хәл юҡ, тип эскелеккә һабыша.
Йәштәрҙең дә күбеһе, ата-әсәгә арҡаланып, әҙергә – мәҙер өйрәнгән. Уларҙы уҡырға индереш, түләп уҡыт, аҙаҡ һәйбәт эш табыш, фатир алып бир, машиналы булырға ярҙам ит, дача төҙө, баҡсала көн-төн бил бөгөп, йәшелсә-емеш үҫтереп ҡайтарып бир, балаларын ҡараш... Шунан һуң ейән-ейәнсәрҙәрҙе аяҡҡа баҫтырыу ҙа күп осраҡта пенсионер олатай-өләсәй елкәһенә төшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был миҫалдар һуңғы йылдарҙа шулай тейешле һымаҡ типик күренешкә әйләнде.
Эйе, атай-әсәй йән-көскә, балам кеше ыңғайына көн күрһен, тип тырыша. Ә типһә – тимер өҙөрҙәй һау-сәләмәт, заманса белем алған, аҡыл йыйған йәш кешеләр үҙ сиратында изгелеккә изгелек менән яуап бирергә, ғүмер буйы эшләп, һаулыҡтары ҡаҡшаған өлкәндәргә, исмаһам, үҙ пенсияларын үҙҙәренә тотоноп, шифаханаларҙа сәләмәтлектәрен нығытып, хафаланмай йәшәргә мөмкинлек бирергә тейеш тә инде.
Үҙ баһаһын белгән бәлиғ булған кеше, әгәр ул ғәрип кенә булмаһа, ата-әсә фатирындағы урын­ға дәғүә итеп, ығы-зығы тыуҙырмаҫ, үҙенең һәм ғаиләһенең тамағын туйҙыра алмай, ҡарттар өлөшөнә инмәҫ. Ниндәй генә көрсөклө заман булыуына ҡарамаҫтан.
Донъя киң, юлдар һәр кемгә асыҡ, эшләйем, тигән кешегә эш етерлек. Береһендә әҙерәк түләһәләр, икенсеһенә ин, кәрәк икән, ике-өс эштә эшлә, яңы һөнәрҙәр үҙләштер. Аяҡҡа баҫҡансы типтереп күңел асыуҙы икенсе планға ҡуйып тор. Арыһаң, атай-әсәйеңдең барып хәлен бел, ғаиләңде тәбиғәткә алып сыҡ, балаларың менән күберәк аралаш. Был эштәр бит өҫтәмә сығым талап итмәй, ә файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Журналист һәм депутат вазифаларым буйынса республика буйлап күп йөрөргә, кәңәш һорап, илап килгән әсәйҙәр менән йыш осрашырға тура килде. Шуға ла үҙҙәрен һәм ғаиләләрен ҡарай алмай, тормоштарын ата-әсә һәм туғандарҙың даими ярҙамынан башҡа күҙ алдына килтермәгән 25 – 50 йәшлек «балалар»ҙың – әрәмтамаҡтар көнитмеше – мине иң борсолдорған һәм ғәрләндергән тема (бында һүҙ, әлбиттә, кәрәк саҡта һуҙылған үҙ-ара ярҙам ҡулы, изгелек итеү хаҡында бармай). Шуға ла әйткәндәрем ҡаты булыуы ла мөмкин.

Йәш ғаиләләр айырым йәшәргә тейеш

– Ҡатнаш никахтарға ҡарашығыҙ?
– Фани донъяла төрлө ғүмер миҙгелдәрен кисереп йәшәйәсәк, бергәләп уртаҡ балалар үҫтерәсәк иң яҡын кешеңде үҙ милләтеңдән һайлауға етмәй инде. Тормош көткәндә төрлө саҡтар була. Ә уға милли мәсьәлә буйынса ығы-зығылар ҙа килеп ҡушылһа, әллә ниндәй ялҡынлы мөхәббәттән дә көл-күмер генә ҡалырға мөмкин. Ҡайны-ҡәйнәңдең сиркәүгә барып никахлашыуығыҙҙы, балаларыңдың суҡындырылыуын, өйҙә башҡортса һөйләшмәүегеҙҙе талап итеүен нисек ҡабул итерһең?
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар осрашҡанда, бер табында кемеһелер суҡынып, ҡайһыһылыр аллаһы әкбәр итеп ултырһа ла күңелле күренеш түгел. Балаларҙың милләтен, туған телен билдәләгәндә лә йырып сыҡҡыһыҙ ҡыйынлыҡтар тыуыуы мөмкин. Ни генә тимә, һәр милләттең йәшәү рәүеше, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли ризыҡтар тәме, йыр-моңдары ҡанға һеңгән була. Икенсе милләт ғаиләһендә уларға, тимәк, үҙ-үҙеңә, булмышыңа ҡаршы торорға кәрәк буласаҡ.
– Нисә йәштән ғаилә ҡороу маҡсатка ярашлыраҡ?
– Кеше үҙ ғаиләһен тулыһынса тәьмин итерлек булғас, өйләнешеү һәйбәтерәктер, тип уйлайым. Ғаиләлә бала тыуасағын, уға ла иғтибар ҙа, урын да, матди сығымдар ҙа кәрәклеген оноторға ярамай. Килендәр ҡайны-ҡәйнә йортона төшә инде ул, ә бына кәләш артынан килеп ингән кейәүҙәргә ҡарата беҙҙең халыҡта элек-электән кире мөнәсәбәт йәшәй. Ысынлап та, кеше өйөндә килмешәк хәлендә йәшәгән ир-егет нисек үҙен ғаилә башлығы итеп һиҙһен инде?! Ҡасандыр бер саҡ үҙе фатир һатып алып, ғаиләһе менән башҡа сыҡһалар ҙа, ошо халәтенән арына алмай интегәсәк ул. Кейәүҙе көтөп алырға ла мөмкиндәр, әгәр ҙә ҙур донъяла ҡарт, ауырыу ҡәйнә менән ҡайныны тәрбиәләргә кәрәк булһа. Уныһы инде икенсе мәсьәлә.
Тормош тәжрибәмдән сығып, шундай фекергә килгәнмен: үҙ торлағыңа тиклем, кешегә фатирға инеп булһа ла, йәш ғаилә айырым йәшәргә тейеш.
Тығын ерҙә татыу ғаиләләр ҙә бер-береһенә түҙеп кенә йәшәргә мәжбүр. Бындай хәл ғаилә ағзаларында стресс барлыҡҡа килтерә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һыуыта.
– Нимә ул, һеҙҙеңсә, мөхәббәт?
– «Мөхәббәт ул үҙе иҫке нәмә,
һәр бер йөрәк уны яңырта», – тигән күренекле татар шағиры һаҙый Таҡташ. Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, был хаҡта ниндәй генә философ үҙ фекерен васыят итеп ҡалдырмаған да, ниндәй генә шағир был һорауға образлы, ҡанатлы яуап эҙләмәгән?!
«Подвиг бөйөк,
Ләкин бөйөгөрәк
Шул подвигка илткән мөхәббәт!» – ти шағирыбыҙ Хәким Ғиләжев.
Хәҙерге заман ғалимдары хатта уны, кеше организмындағы химик үҙгәрештәр, тип тә иҫбат итергә маташа.
Мөхәббәт хаҡында мин дә байтаҡ шиғыр яҙғанмын. Йәшерәк саҡтағылары оптимизм менән һуғарылған, дәртле, ҡояшлы, икеләнеү, борсолоуҙарынан да яҡтылыҡ һирпелә, хәҙергеләре – уйсан, һағышлыраҡ...
Нисек кенә булмаһын, донъяны изгелек, матурлыҡ менән байытыусы, кеше ғүмерен нурлаусы, хыялдарға ҡанат ҡуйыусы, кешене кеше итеп йәшәтеүсе бөйөк хис ул мөхәббәт.
– Йәштәргә теләктәрегеҙ...
– Йәштәр – беҙҙең бөгөнгөбөҙ һәм өмөтөбөҙ. Заманды кеше һайлап алмай. Шулай ҙа, донъяуи ҡиммәттәргә ҡараштар үҙгәрһә лә, рухи ҡиммәттәрҙең баһаһы кәмемәй. Изгелекле эштәрҙә бер-береһенә көс-дәрт биреп, ярҙам итеп йәшәһен ине йәштәр.

З. ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”