RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҙаштырған болан балаһылай...

20.09.2013 Аҙаштырған болан балаһылай...

Аҙаштырған болан балаһылай...йәки Ниңә Рәсәйҙә сәйәсәт ғүмер баҡый халыҡ менән ихтирамлы аралашыу каналына әйләнә алманы?
Халҡыбыҙҙың зарлы бер йырындағы ошо һүҙҙәрҙе хәтерләйһегеҙҙер. Әҙәм балаһының күкрәген нимә шул ҡәҙәре ярып бара икән? Йөрөй-йөрөй ҙә уның йөрәге ниңә шартлап туҡтай һуң? Кешене ниндәй хәлдәр бөгә, һындыра, бөтөрә әле? Фәҡирлекме? Яңғыҙлыҡмы? Сир-сырхауҙармы? Әллә күптәребеҙ өсөн хас булған ғүмер баҡый үтмәҫ кәмселек, бахырлыҡ тойғоһомо?
Һәр кемдең күңелен ярып ҡарап, уның ниндәй хис-тойғолар донъяһында йәшәүен белеү әмәлдәре юҡ. Мәүлә әҙәм йөрөгенән дә ҡатмарлыраҡ әйберҙе, кеше тәбиғәтенән дә тәрәнерәк, серлерәк донъяны бар итә алмаған.
Кешелек тарихы сәхифәләрен айҡай китһәң, төрлө хәл-ваҡиғалар араһында һәр замандарҙа ла иҫкермәй, юғалмай торған бер хәҡиҡәттең барлығын күрәһең. Ул – сәбәләнеп, буталып, үҙ-ара бәрелешеп йәшәүсе халыҡтар араһында төп ышанысын юғалтмай, рухи ҡеүәтен һаҡлап ҡалыусы шәхестәр­ҙең мотлаҡ булыуы. Исем-шәрифтәре ғәмәл дәфтәренә теркәлеп өлгөргән, ә күпселек осраҡта улар­ҙың кемлеген ваҡыт елдәре осороп алып киткән кешеләр һәр заман­дар­ҙа һәм һәр ҡәүемдә булған бит. Әлеге шәхестәрҙең аты үә заты мәғлүм булған осраҡта ла уларҙы йыш ҡына йә самаһыҙ ҙурлап, йәиһә, ғәҙелме-түгелме, хурлап телгә алыусанбыҙ. Талапсан хәтер, йыш иләк һымаҡ, кенәле хәтер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбө төшкән биҙрәгә оҡшап китә.
Ваҡыттың, үтә килә, һәр сирҙе лә дауалай алмаған осраҡта ла, сырхауҙың хәлен ниндәйҙер дәрәжәлә еңеләйтә алыуы мәғлүм. Был – һәйбәт. Унан ары, шекәрә тартып, уңала ғына башлаған йәрәхәтте тырнап, һәр ваҡыт ҡанһыратып тороу ҙа ғүмер итеүгә дәрт өҫтәмәй. Кеше булып ҡалайым тиһәң, яҙмыш эйелткән-һындырған теләһә ҡайһы шарттарҙа ла һин юғары мәртәбәңде, илеңә хөрмәтте, бер үк һыуҙы һыулаған, шул уҡ һауаны һулаған замандаштарыңды яратыуыңды һаҡлап ҡалырға бурыслыһың. Йәнде өтөп барған уй-хәсрәттәр йөрәк төпкөлөндә оя ҡора күрмәһен. Ул сағында йәшәүе ҡурҡыныс буласаҡ.
Шулай тип тәҡрарлайбыҙ ҙа ул. Бик боронғо замандарҙа, күп быуаттар әүәл үк, һәр кем хөрлөктә ғүмер кисерерлек йәмғиәт төҙөү хыялы менән йәшәгән, бәхетһеҙ кешеләрҙең булмаҫына инанған шәхестәр табыла торған. Ләкин был, элеккесә, хыял ғына булып ҡала, сөнки әҙәм балаһының фекерләү логикаһы изгелек менән яуызлыҡ көстәренең һәр ваҡыт яғалашыуына нигеҙләнә. Конфуций һанап үткән камил биш игелеккә – етдилек, күңел киңлеге, ихласлыҡ, тырышлыҡ һәм кеше хәленә инә белеүгә – ике йөҙлөлөк, ялҡаулыҡ, уҫаллыҡ, мәкерлек, янъялсылыҡ ҡаршы яҡтан тора. Тарих сәхифәләрен теүәлләй ҡалһағыҙ, кешелек тарихында ҡан ҡойолмаған, ҡарғыш тормошто ағыуламаған, ҡылыстар ялтламаған бер генә мәлде лә тапмаҫһығыҙ. Тын тартырлыҡ һиллек – ерҙә һирәк ҡунаҡ. Хатта ул ергә мәңге аяҡ баҫмаҫ ҡунаҡ.
Хәтергә әлегә тоноҡланып өлгөрмәгән егерменсе быуат тарихтың юғарыла телгә алынған сәхифәләренә, аңлатып бирә алмаҫлыҡ көсөргәнеш менән үрә баҫҡан һымаҡ, кешеләрҙе рух һәм тән ныҡлығына һынап ҡарарға булды. Ғүмеребеҙҙең иң ҙур өлөшө ошо замандарға тап килгән олоғайған кешеләр булараҡ, беҙ бының ниндәй һынауҙарға дусар итеүен, ни менән тамамланыуын һәм егерменсе быуат болғаныштарының егерме беренселә үҙен нисек күрһәтәсәген, балаларыбыҙ менән ейәндәребеҙ яҙмышына ҡайһылай йоғонто яһаясағын күреп һәм һиҙеп торабыҙ. Дәүләттең төрлө ижтимағи-сәйәси ҡоролоштарҙа үткәргән тарихын хәтер аша үткәрәһең дә, Александр Радищевтың, бәхетһеҙлеккә ҡаршы: “Рәсәй – кешелектең ҡанлы лабораторияһы”, – тип раҫлауының хаҡҡа сығыуына ышанаһың.
Теләһә ҡайһы инҡилаптар, түңкәрелештәр һәм һуғыштар халыҡ тураһында хәстәрлек лозунгыһы аҫтында башлана һәм бойомға ашырыла. Уларҙың халҡыбыҙ өлөшөнә төшкәндәре инде саманан ашты. Әгәр инҡилап асылында ҡыйратыу булһа, граждандар һуғышы һәр йәмғиәт өсөн дә һәләкәт. Бөйөк Наполеон, тиктәҫкә генә, бер граждандар һуғышы ситтән килгән өс яуҙы ҡайтарыуға торошло, тимәгән. Рәсәй иһә оҙайлы ваҡыт аҙағы күренмәҫ инҡилаптар һәм үҙ-ара тартҡылашыу полигоны булды. Хәйер, ниңә “булды?”. Йәмғиәттә, инҡилап тип үк атамағанда ла, граждандарҙың сәкәләшеүе тынғаны юҡ.
Илебеҙ тарихы үҙенең әремле тәжрибәһендә шуны иҫбат итте: инҡилаптар ваҡытында өҫкә йәмғиәттең күбеге, ҡәһәр һуҡҡыр­ҙар һәм енәйәтселәр ҡалҡып сыға. Уларҙың ысын йөҙөн күрә алыу еңел түгел, сөнки замана әтрәгәләмдәре һәр ғәмәлен юғары маҡсаттар һәм халыҡ бәхете тураһында демагогик фразеология төргәгенә урарға оҫта. Бына ошо маһирлыҡ менән үҙ яҙмышыбыҙға ҡарата ғафиллыҡ бурлыҡты – ҙурлыҡ, иҫәрлекте – ҡыйыулыҡ, тотанаҡһыҙлыҡты азатлыҡ итеп йөрөтөргә форсат бирә. Ҡайһы бер ватандаштарыбыҙ үҙҙәрен әлеге процестан ситтә тора тип иҫәпләй. Хата был, туғандар! Уҙған быуатта илдең сәйәси етәкселеге сирек быуат буйы ошо ил халҡының иң яҡшы өлөшөн ғәжәпләндерерлек һалҡын ҡанлылыҡ менән ҡырған икән, быны күрмәмешкә һалышыу мөмкинме һуң? Ғөмүмән, әлеге процесҡа ниндәйҙер аҡлауҙар эҙләргә тырышыу – үҙе үк әхлаҡһыҙлыҡ. Әгәр бер кешенең үҙе лә ышанмаҫ алдашыуын мәрәкәгә борорға мөмкин булһа, тотош йәмғиәтте үҙ эсенә алған ялғанлыҡ халыҡтың күҙ йәштәренә алып килә. Ошондай һығымтаға килеүемдең сәбәбе шунда: сөнки Рәсәйҙә сәйәсәт ғүмер баҡый халыҡ менән ихтирамлы аралашыу каналына әйләнә алманы; унда эскерлелек, донъяны ике өлөшкә – оло сәйәсәт һәм кескәй кеше – айырыу синдромы һаҡлана килә. Демократия ҡиммәттәре, юғары мәҙәниәтле сәйәсәттән тыш, шундай уҡ кимәлдәге яуаплылыҡты, дәүләт менән кеше араһындағы тәбиғи асыҡлыҡты һәм ышанысты аңлата. Рәсәй иһә бынан әлегә бик алыҫ тора.
Ун-ун бер йылдар әүәл Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы, профессор Марат Әҡсән улы Илһамов менән бергәләшеп “Ҡайырылған ҡанаттар” (“Сраженные на взлете”) тип аталған ыҡсым ғына китап сығарғайныҡ. Һүҙ унда Урал аръяғы башҡорттары араһынан тәүге хәрби осоусы Шәмиғол Азаматов менән хәләле Сәкинәнең фәжиғәле яҙмышы тураһында бара. Китапҡа инеш мәҡәләне Марат ағай яҙҙы, ахыр­ғыһы минең өлөшкә төштө. Уҡыусыларҙан ғәфү үтенеп, профессорҙың мәҡәләһенән ҙур ғына өҙөктө килтермәк булдым.
“Тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә йылдар үтер һәм кешеләр теге ваҡыттағы (сәйәси золомлоҡ осоро – М.Ҡ.) ваҡиғаларға йәнә һәм йәнә әйләнеп ҡайтыр, Рәсәйҙең мең йыллыҡ тарихындағы иң күренекле, иң тилбер совет системаһы дәүерендә нимәгә юлығыуыбыҙҙы аңлар­ға тырышыр. Империяның ғәйәт ҙур рухи һәм иҡтисади потенциалы, тарих үлсәмдәренән сығып фекер йөрөткәндә, ниңә шулай тиҙ һүрелде, бөйөк ике донъя державаһы роленән ул ни өсөн көтөлмәгәнсә баш тартты, уның йондоҙо ни сәбәпле иртә байыны? Ә артабан, ҡыйрала-тарҡала килә, ил бандитлыҡ һәм яртылаш колония рәүешен алған, таланған, мөғәллимдәре, табиптары, ғалимдары, пенсионер­ҙары өсөн осон осҡа ялғап көн иткән дәүләткә әүерелде.
Совет системаһы емерелеүенең сәбәптәренең береһе, моғайын, уның ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм парадоксаллек донъяһы булып ҡалыуындалыр.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”