RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Янырға икән – янырға

20.09.2013 Янырға икән – янырға

Янырға икән – янырға«Өмет» республика йәштәр гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғомановҡа – 50 йәш
«Гәзиттә эшләүсе журналист, ғәҙәттә, бөгөнгө көн менән йәшәргә күнеккән. Үткәндәргә байҡау яһап, киләсәкте юрап торорға ваҡыты юҡ уның. Ил-халыҡ өсөн бөгөн нимә мөһим, журналисҡа шуны тойоп, тотоп алырға кәрәк. Иртәгә инде уның бер кемгә лә кәрәге ҡалмаясағын ул яҡшы аңлай. Ана шулай, сабыш аты һымаҡ, журналистика тигән һикәлтәле үә бормалы юлдан елдерә лә елдерә ул. Артҡа боролоп ҡарар­ға ваҡыты ла юҡ уның, яҙа ла яҙа. Әммә бер саҡ килеп сапҡан ат та туҡтай булыр. Мин дә шулай, журналистикаға 25 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, үткәнемә байҡау яһап алырға булдым», – тип яҙа үҙенең «Янырға икән – янырға» китабындағы инеш һүҙҙә Рәдис Ғилуан улы. Сәйәсәт, иҡтисад, социаль мәсьәләләр, ришүәтселек – был китапта журналистың төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре тупланған. Шу­ныһы үҙенсәлекле, нисәмә йыл үтһә лә, ҡайһы бер мәҡәләләр һис тә актуаллеген юғалтмаған, әйтерһең дә, кисә булып үткән ваҡиғалар хаҡында һүҙ бара. Әйткәндәй, Р. Ноғома­новтың алтын юбилейына арнап баҫтырылған китабы Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына тәҡдим ителде.
Коллегабыҙҙы юбилейы менән ҡотланыҡ, осрашыуҙа үҙе һәм заманса журналистика тура­һында ла әңгәмәләштек.

Медикмы,
әллә журналисмы?

Сығышым менән мин Дүртөйлө районынан. Мәктәп йылдарында үҙем өсөн яҙыша инем, тик ҡулъяҙмаларымды матбуғатҡа ебәргәнем булманы. Ғөмүмән, бала сағымдан табип булырға тигән маҡсат ҡуйып, медицина университеты хаҡында хыялландым. Ләкин уҡытыусыларым, минең туған телгә, әҙәбиәткә ҡарата һөйөүемде, һәләтемде күреп, күҙмә-күҙ етди һөйләшеү үткәрҙе. Башта риза булмаһам да, тора-бара остаздарым мине филология факультетына уҡырға барыр­ға күндерҙе. Шулай итеп, журналистикаға яҙмыш ҡушыуы буйынса килдем.
Студент булып киткәс, һабаҡташтарым менән бик тиҙ уртаҡ тел таптым, «Аҡсарлаҡ» әҙәби түңәрәгенә йөрөй башланым. Тиҙҙән түңәрәктең старостаһы итеп һайланылар, гәзит-журналдар менән ныҡлы хеҙмәттәшлек башланыуы ла үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ә 3-сө курсты тамамлағас, деканат яҡшы уҡыған студенттар араһынан биш кешене Мәскәүгә журналистика буйынса уҡырға ебәрҙе, бәхетлеләр исемлегендә мин дә бар инем. Шулай итеп, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты студенты булып киттем.
Журналисҡа талантлы булыу мотлаҡ, тигән фекерҙәмен. Осло ҡәләмең булмаһа, фекер йөрөтә белмәһәң, үҙ ҡарашыңды, позицияңды белдермәһәң, һин ниндәй журналист һуң? Беҙҙең хеҙмәттәштәрҙең бәғзеләре хаҡлы ялға киткәнсе тик хәбәрләмә яҙыу менән генә мәшғүл. Бындай бер темаға, хатта ки бер жанрға тоғро ҡалыусыларға баһа бирергә йыйынмайым. Әммә миңә бер йүнәлештә эшләргә насип булманы. Төрлө жанрҙарҙа һынап ҡараным үҙемде.
Ижад юлын һайлауыма бөгөн һис тә үкенмәйем. Хәйер, инаныуым буйынса, медиктың да насары булмаҫ инем.

Хеҙмәт юлым –
осло ҡәләмем

Мәскәүҙән ҡайтҡас, «Һәнәк» журналында эш башланым. Фельетондар бүлеге мөхәррире вазифаһын тапшырҙылар. Ләкин мин фельетонсы түгел һәм бер ҡасан да булманым, асҡысын табып яҙыуын-яҙҙым, тик күңел тигәнең был жанрҙы ҡабул итмәне. Ике йыл эшләгәс, «Кызыл таң» гәзитенә эшкә күстем. Ҡарурмандан киң далаға килеп сыҡҡандай тойҙом үҙемде. Етмәһә, 90-сы йылдарҙағы һүҙ иреклеге йәш журналисҡа уҫал телле, ҡыйыу фекерле мәҡәләләр яҙыу мөмкинлеге бирҙе. Тәүҙә бүлек мөдире, тора-бара баш мөхәррир урынбаҫары йөгөн тарттым. Аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡан гәзиттең мөхәррир урынбаҫары булыу – тынғыһыҙ хеҙмәт. Баш күтәрмәй кешенең яҙғанын төҙәтәһең дә төҙәтәһең, ә үҙеңдекенә ваҡыт бөтөнләй ҡалмай башланы. Бер көн «Башҡортостан» гәзитенең ул саҡтағы баш мөхәррире Тәлғәт Сәғитов лифтта осраны ла былай тине: «Рәдис ҡустым, йәл, һине урынбаҫар итеп тәғәйенләнеләр, башҡаса яҙыша алмаясаҡһың бит». Ысынлап та, был осорҙа минең ҡәләм аҫтынан көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләр сыҡмайырыҡ торҙо. Шулай итеп, был гәзиттә ун йыл ваҡыт күҙ асып йомғансы үтеп китте.
Артабан «Тулпар» журналында мөхәррирлек иттем, унан һуң «Өмет»кә килдем. Бында ла оҙаҡ йылдар теләгән әйберем хаҡында яҙырға форсат булманы. Сөнки мөхәррир ҡамыты ҡыҫа, гәзит өсөн яуаплылыҡ барлыҡ көс-энергияны ала. Һуңғы йылдарҙа был хәлгә сик ҡуйырға ҡарар иттем, үҙ-үҙемде ҡулға алдым, сөнки журналист кешегә фекереңде әйтә алмау тын етмәүгә тиң. Гәзиттә үҙемә рубрика булдырҙым, төрлө ерҙәргә барып ҡайтҡандан һуң сәйәхәтнамәләр, илдәге сәйәси, иҡтисади хәл-ваҡиғаларҙы яҙыу бурысын ҡуйҙым. Миңә ҡалһа, һәр мөхәррир яҙырға тейеш, уның проблемаларҙы киң яҡтыртҡан мәҡәләләре ҡул аҫтындағылар өсөн өлгө булып торһон.

Мөхәррирлек
икмәге ни хаҡ?

Минең «Өмет»кә баш мөхәррир булып тәғәйенләнеүемә 12 йыл тулды. Гәзиттең юғары тираж менән сығып килеүендә, әлбиттә, журналистарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ғөмүмән, гәзит эше – ул коллектив хеҙмәт. Кем ниндәй проблеманы яҡтыртасаҡ, ниндәй мәҡәлә яҙасаҡ, ҡайҙа командировкаға юлланасаҡ – был хаҡта беҙ бер ай алда план төҙөйбөҙ. Һәр журналис­тың «мин»е, йәғни үҙ фекере, ҡарашы һәм стиле булырға тейеш. Беҙҙең республикалағы йәштәр өсөн баҫмаларҙың төп үҙенсәлеге лә тап журналистың йәки авторҙың үҙ стилен һаҡлап ҡалыуҙа. Гәзитте бер ҡалыпҡа ғына һалырға ярамай, мөхәррир, миңә тик ошо стиль оҡшай, тип ултырһа, баҫма үҙ аудиторияһын юғалтасаҡ. «Өмет» уҡыу­сылары, һәр журналисҡа ирек бирәһегеҙ, улар шәхес булараҡ ижад итә, тип рәхмәт әйтә. Гәзит өсөн яҡшы баһа был.
Тема һайлауға килгәндә, ул бик ҡатмарлы процесс. Һәр әйберҙе үҙ мәлендә баҫып ҡалмаһаң, иртәгә уны берәү ҙә уҡымаясаҡ. Шуға күрә донъяла, илдә һәм төбәктә барған хәл-ваҡиғаларҙан һис тә артта ҡалырға ярамай. Һәм сүбек кеүек сәйнәлгән бер теманы үтә ҡуйыртып яҙыуҙан да һаҡ булырға кәрәк. Бәләкәй генә мәғлүмәт биреү менән сикләнһәң, барлыҡ гәзит-журналдарҙа, телевидение-радиола бирелгән был хәбәрҙән ялҡып бөткән уҡыусы һиңә рәхмәтле буласаҡ.
Бөгөн, күп ҡиммәттәр үҙгәргән, ҡиблалар алмашынған осорҙа, матбуғатҡа ҡараш та башҡасараҡ. Илдә матбуғат тигән төшөнсәне тик медиабизнес тип күрергә теләй­ҙәр. Ә бит Рәсәйҙә тәүге гәзит коммерция нигеҙендә сыҡмаған, уны Петр I фармандарын халыҡҡа еткереү маҡсатында ойошторған. Дәүләт Думаһы депутаттары «Киң матбуғат саралары тураһында» законға, редакциялар коммерция менән шөғөлләнә ала, тип өҫтәне һәм был беҙгә аяҡ салды. Милли баҫмалар барыбер үҙ тәғәйенләнешенә тоғро булып ҡалды, бына һеҙҙең «Йәшлек» тә, беҙ ҙә халыҡты рухи яҡтан байытыу, йәштәрҙе тәрбиәләү, әҙәп, әхлаҡ ҡиммәттәрен еткереү бурысын үтәйбеҙ. Күреүебеҙсә, дәүләт кимәлендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә милли матбуғаттың роле ғәйәт ҙур. Тимәк, уға мөнәсәбәт тә ошоға бәрәбәр булырға тейеш.

Интернет ваҡытлы баҫма матбуғатты
ҡыҫырыҡлап
сығарасаҡмы?

Халыҡ, гәзитегеҙ ҡиммәт, тип, яҡынса 500 һумлыҡ подписканан баш тарта. Ә бына ил кимәлендә берәй рок-йондоҙҙоң концертына билетҡа балаһына 1000 – 2000 һум аҡсаһын уйлап та тормай сығарып һала. Аҡырып йырлаған йырсының һүҙҙәрен аңламаһа ла. Шулай уҡ бер айға интернет өсөн 500 һум түләһә-түләй, ә ярты йыллыҡ гәзит хаҡын артыҡ ҡиммәт тип һанай. Халыҡтың аҡсаһы юҡ тип әйтеп булмай, тик гәзит, китап өсөн йәлләй­ҙәр. Беҙ әле беренсе тапҡыр ҡулына уйынсыҡ алған бала хәлендәбеҙ. Мөғжизәле компьютер күрҙек тә шуға ҡапландыҡ, уйнап туя алмайбыҙ. Әлбиттә, компьютерҙы белергә, эшеңде тиҙләтер өсөн дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Ә кеше үҙенең асылы менән виртуаль донъя балаһы түгел, беҙ матди әйберҙәр­һеҙ йәшәй алмайбыҙ – тере аралашыуға, гәзит-журнал уҡыуға бер ни етмәй. Бәхәсләшәһе лә түгел, бала интернетта үҙенең 90 процент ваҡытын төрлө енәйәттәр, авариялар, ғәҙәттән тыш хәлдәр кеүек «ҡыҙыҡлы» әйберҙәр ҡарап уҙғара, ә әҙәбиәт, әхлаҡ темаһына түгел. Шулай ҙа, паровоздан алда сапмайыҡ, компьютерлаштырыу үтһен, технология үҙләштерелһен, тора-бара гәзит-журналдарҙың файҙа­һын аңларбыҙ, сөнки татар-башҡортта матбуғат ғүмер-ғүмергә мәғрифәт, мәҙәниәт көҙгөһө булған.
Францияла, мәҫәлән, йәштәр матбуғатын барыһы ла уҡырға мәжбүр – мәктәп уҡыусыһы ла, студент та, йәш белгес тә. Был ил беҙҙәге кеүек әлеге этапты үткән, баҫма продукцияның йәш быуынды тәрбиәләүҙә оло әһәмиәткә эйә булыуын төшөнгән һәм матбуғаттың ҡағыҙ вариантын дәүләт тулыһынса тиерлек үҙе финанслай.
Рәсәйҙә дәүләт программаларын ҡабул итеү кеүек ыңғай традиция бар. Ил етәкселеге, балаларыбыҙҙың гәзит-китап кеүек оло хазинанан ситтә тороп ҡалыуын күреп, милли рухлы гәзиттәр асыу күренешен кире ҡайтарайыҡ, тип, берәй ҡасан махсус программа ҡабул итһә, мин аптырамайым. Тик бындай хәлгә үк барып етмәҫкә ине.

Ғаиләм – ҡәлғәм

Минең ғаиләм ҙур түгел, хәләл ефетем Фирҙәүес Ғабдулла ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Беҙ теүәл 32 йыл элек таныштыҡ, университеттың әҙәбиәткә ылыҡ­ҡан бер төркөм йәштәре үҙ-ара аралашып, гөрләшеп йәшәнек. Минең тыуған көнөмдә Салауат Юлаев майҙанына сығыуыбыҙ бөгөнгөләй хәтеремдә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр геү килеп «Фант» уйынын уйнай башланы. Йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә, әтәс булып ҡысҡырырға – ҡыҫҡаһы, язаларҙың ниндәйе генә юҡ. Ә бына миңә, ошо ҡыҙ менән һәйкәл тирәләй йондоҙҙар һанап килергә, тигән яза эләкте һәм беҙ киттек. Алсаҡ, тәрбиәле Әбйәлил һылыуы шунда уҡ күңелемде әсир итте, Фирҙәүескә ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мәскәүгә уҡырға киткәс, беҙҙең арала дуҫлыҡ дауам итте. Бер ялға ҡайтҡанымда, тоттом да тәҡдим яһаным. Әйҙә, мәйтәм, киттек минең менән. Буласаҡ кәләшем ҡулына диплом алғайны, туй яһаныҡ һәм баш ҡалаға юлландыҡ. Тәүге балабыҙ Мәскәүҙә тыуҙы, улыбыҙҙы бер осорҙа белем алған Башҡортостан ҡыҙҙары – Рәшиҙә Лотфуллина, Тәнзилә Үлмәҫбаева, Гөлсәриә Әбилева һәм башҡалар ҡарашты. Мин уларҙы, шаяртып, Динистың кендек әбейҙәре, тип йөрөтәм.
Фирҙәүес – Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге редакцияһы мөдире урынбаҫары, бына инде 20 йыл самаһы яуаплы, ауыр нәшер хеҙмәтендә. Шуға күрә беҙҙең уртаҡ темаларыбыҙ ҙа күп, хәләл ефетем менән бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп донъя көтәбеҙ. Өйләнешеүебеҙгә 28 йыл тулып китһә, әйтерһең дә, кисә генә сәсен-сәскә бәйләгән кәләш менән кейәү – ысын күңелдән һөйгәндә хистәр бер ҡасан да һүрелмәй, күрәһең.
Балаларыбыҙға килгәндә, Динис социолог һөнәренә уҡып сыҡты, әлеге көндә автодилерлыҡ менән шөғөлләнә. Кинйә улыбыҙ Илһам Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура һәм төҙөлөш факультетында белем ала.
Буш ваҡытымда мауығыуҙарым да бар – оҙаҡ йылдар баҡса йорто төҙөйөм. Оҙаҡ, сөнки трест начальнигы түгелмен, ҡул аҫтымда төҙөүселәр бригадаһы, кәрәкле техника паркы һ.б. юҡ. Тир түгеп тапҡан хәләл аҡсама, үҙемдең проект буйынса, нисек теләйем, шулай төҙөлөш эштәрен алып барам. Фатирға ремонт, төрлө мебель кәрәк-яраҡтары яһарға яратам. Йортомдоң баҡсаһы ла бына тигән, унда барлыҡ емеш ағастары, йәшелсәләр үҫә, рәхәтләнеп ял итеү өсөн донъялағы иң тыныс урын.

Лилиә ХӘЛИТОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”