RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дыуан “Патриот”тары үҙҙәрен ысын илһөйәрҙәр итеп танытты

20.09.2013 Дыуан “Патриот”тары үҙҙәрен ысын илһөйәрҙәр итеп танытты

Дыуан “Патриот”тары үҙҙәрен ысын илһөйәрҙәр итеп таныттыБала сағы Советтар Союзына тап килгән кешеләр, үҙҙәренең пионер булыуын, йыл да мәктәптәрҙә үткәрелгән “Зарница” уйынын хәтерләй. “Аҡтар – ҡыҙылдар”, “Йәшел­дәр“ һәм “Күктәр” араһындағы “яу“ға әҙерлек барышында командалар төҙөү, өҫ кейеменә үҙеңдең ғәскәреңә ярашлы погондар тегеү, “дошман“дың позицияларын алдан белергә “разведчиктар“ ебәреүҙән һуң алыш башлана торғайны.

Ысын һуғыш тактикаһы өлөштәрен индергән “Зарница” мәлендә командалар бер-береһенең “шта­б“ын баҫып алырға, байраҡты ҡулға төшөрөргә тейеш. Һалдаттар дошмандың погондарын йолҡоп ала һәм шуның менән уны “ҡыра“. Иң көслөләргә, тәүәккәлдәргә һәм командалары татыуҙарға уңыш йылмая.
Бындай уйын СССР заманында башланғыс хәрби әҙерлек системаһына ингән һәм хәрби хеҙмәткә барырға тейеш үҫмерҙәргә ҙур файҙа килтергән. Әлеге ваҡытта ла “Зарница” һәм шуның һымаҡ саралар үткәрелә, ләкин совет заманындағы дәррәүлек һиҙелмәй.
Ошоно күҙ уңында тотоп, республикала тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре, кадет кластары, төрлө хәрби учреждениеларҙың эшмәкәрлеге хуплауға лайыҡ. Хәрби-патриотик клубтар үҙҙәренең эш программаһында үҫмерҙәр­ҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләү, Тыуған илде һаҡлау, уның тарихына һәм хәҙергеһенә ихтирам менән ҡарау, киләсәгенә ышаныу тойғоһон үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә.
Шундайҙарҙың береһе – Дыуан районында барлыҡҡа килгән “Патриот” хәрби-патриотик ойошмаһы. Уның етәксеһе – тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыу­сыһы Евгений Александрович Кузнецов тәжрибәле педагог булып танылған.
Дыуан командаһы хәрби-патриотик клубтар араһында Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 68 йыл тулыу­ға арнап ойошторолған IX республика фестивалендә еңеп сыҡты. Был сара яҙғыһын Ҡырмыҫ­ҡалы районындағы Бекетов ҡасабаһында урынлашҡан РФ Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең №6795 хәрби часында үтте һәм унда Өфө, Сибай, Нефтекама, Стәрлебаш, Дыуан, Хәйбулла, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Йәрмәкәй, Мәләүез, Мишкәнән килгән үҫмер­ҙәр ҡатнашты.
Еңеүсе команда фестивалдең шарттары буйынса Ырымбур өлкәһендә үтәсәк “Волга буйы зарницаһы” хәрби-патриотик уйынында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Июль айында Дыуан үҫмерҙәре БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағындағы БР йәштәрен хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм патриотик тәрбиә биреү үҙәге ойошторған “Йәш спецназсы” оборона-спорт лагерында ял итте.
Әрме хеҙмәте еңел түгел. Был хәҡиҡәтте үҫмерҙәр үҙ елкәһендә татыны. Режим буйынса йәшәү, көн дә дөйөм ғәскәри, ут, сафҡа теҙелеү, тактика, парашют-десант әҙерлеге, ҡул һуғышы, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәрестәр, уставтар өйрәнеү, Шишмә райо­нындағы полигонда Калаш­ников автоматынан атыу күнекмәләре ысын сынығыу мәктәбе булды. “Патриот”тың тәрбиәләнеүселәре менән БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ла осрашты һәм Волга буйы федераль округы кимәлендәге ярышҡа әҙерләнеүгә бәйле кәңәштәр ҙә бирҙе.
Хәрби лагерҙан ҡайтҡас та, үҫмер­ҙәр көн дә физик һәм сафҡа теҙеләү әҙерлеге буйынса, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеүгә күнекмәләр яһаны. 7 – 9 сентябрҙә иһә “Пат­риот”тың тәрбиәләнеүселәре йөҙөү һәм атыу буйынса үҙҙәренең оҫталыҡтарын нығытты.
Бына, ниһайәт, ун егеттән һәм дүрт ҡыҙҙан торған Башҡортостан командаһы Ырымбурға юл алды. Унда 10 – 14 сентябрҙә “Самородово” лагерында “Волга буйы зарницаһы” хәрби-спорт уйынының округ финалы үткәрелде. Әйтергә кәрәк, был проектҡа башланғысты 2013 йылдың 28 февралендә Граждандар йәмғиәте институттары үҫеше буйынса фондтың попечителдәр советы ултырышында Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һалды.
Округ финалын үтеүселәр киләһе йылда “Еңеү” исемле Бөтә Рәсәй хәрби-спорт уйыны финалында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Ырымбурҙа үткән ярышта Волга буйы федераль округы төбәктәренән 14 командаға йыйылған 196 үҫмер ҡатнашты. Улар Ырымбур, Киров, Пенза, Ульяновск, Һамар, Түбәнге Новгород, Һарытау өлкәләре, Башҡортостан, Мари Иле, Сыуашстан, Удмуртия, Мордовия, Татарстан Республикалары, Пермь крайынан ине.
Дүрт көн дауамында үҫмерҙәр йүгереү, эстафеталы йөҙөү, пневматик винтовканан атыу, сафҡа теҙелеү әҙерлеге, граната ташлау, көс гимнастикаһы, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, автоматты йыйыу-һүтеү, асыҡ урында тактика уйыны кеүек хәрби-спорт һынауҙарын үтте.
Тәүге көндән үк “Волга буйы зарницаһы”нда ҡатнашыусылар төрлө ижади ярыштарҙа үҙҙәрен таныта башланы. “Визит карточкаһы” конкурсы 10 сентябрҙә, кискеһен ойошторолдо. Командалар үҙҙәре менән таныштырҙы. Конкурс мәлендә спортсылар тыуып үҫкән төбәктәрҙең гимндары яңғыраны. Әйтергә кәрәк, үҫмерҙәр хәрби дан урындарын, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа ҡораллы яуҙар үткән ерҙәр тарихын айырыуса ғорурлыҡ һәм тантана менән һөйләне.
Тәүге конкурста беренсе урын “майҙан хужалары”на – Ырымбур командаһына тапшырылды. Икен­селә – Пенза, өсөнсө урынды Түбәнге Новгород өлкәһе алһа, Башҡортос­тан бишенсене яуланы.
“Волга буйы зарницаһы” ярышының икенсе көнөндә тормош хәүеф­һеҙлеген һаҡлау, эстафеталы йөҙөү һәм 60 метр араға йүгереү буйынса ярыштар үтте. Тап ошо һынауҙарға беҙ шаһит булдыҡ.
Ырымбур ҡалаһы янында оҙаҡ ҡына аҙашып йөрөгәндән һуң беҙҙең автомобиль “Самородово” лагеры янына килеп туҡтаны. Йыл буйы балаларҙы ҡабул иткән ял итеү урыны үҙенең матурлығы менән хайран ҡалдырҙы. Асыҡ һауалағы спорт майҙансыҡтары, бассейн, спорт залдары, йоҡо корпустары, биләмәләге әкиәт һындары, аттракциондар лагерҙың бик юғары кимәлдә икәнен күрһәтә.
Беҙҙе БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡаршы алды. Ул “Патриот” командаһының юғары дисциплиналы булыуын, ярыш һынауҙарына бирешмәүе тураһында һөйләне.
Спорт залы урынлашҡан ангарҙа тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса ярыш бара ине. Егеттәр һәм ҡыҙҙар бик ҡыҫҡа ваҡытта дөйөм ғәскәри һаҡланыу комплектын (ОЗК) һәм ГП – 5 противогазын кейеүҙә ярышты, ә уларҙы Ырымбурҙа урынлашҡан хәрби комиссариат, урындағы хәрби частарҙан килгән офицерҙарҙан торған жюри тикшерҙе.
Һынау башында Андрей Ивано­вич: “Бирешмәгеҙ, һеҙ беренсе булырға тейеш!” – тип егет-ҡыҙҙар­ҙың һәр береһенә өндәшеп сыҡты. Юғары дәрәжәле чиновниктың ышанысы аҡланды – Дыуан үҫмер­ҙәре һынатманы, бишенсе урынға сыҡты.
Был көндө спортсылар 60 метр араға йүгереүҙә лә ҡатнашты. БР командаһы унда 11-се урынға өлгәште.
Программаға ярашлы, 11 сен­тябр­ҙә бассейнда эстафеталы йөҙөү булды һәм беҙҙекеләр 12-се урынды яуланы. Был ярыш алдынан Орск ҡалаһының ДОСААФ-ына ҡараған караптар моделләү секцияһы сығышы үтте. Унда барыһының да иғтибарына карап, елкәнле кәмә, яхта моделдәре тәҡдим ителде, улар менән идара итеү оҫталығы күрһәтелде.
Төштән һуң да спортсыларға ярай­һы ғына ҡатмарлы һынауҙар үтергә тура килде. Пневматик винтовканан атыуҙа “Патриот” дүртенсе булды. Сафҡа теҙелеү әҙерлеге ярышында ла дыуандар бирешмәне. Һауа-десант ғәскәрҙәре формаһын кейгән килеш улар саф менән һәм яңғыҙ көйөнсә боролоу, күсеп тороу, сафтан сығыу һәм начальникка доклад менән килеү, йыр менән тантаналы маршта үтеүҙе бик оҫта башҡарҙы. Жюри ҙа быны баһаланы, беҙҙекеләр икенсе урынға сыҡты. Хәрби-патриотик викторинала иһә Башҡортостан спортсылары дүртенсе булды.
12 сентябрь иртәһе буласаҡ һалдаттар өсөн тарихҡа бай Ырымбур ҡалаһына экскурсия яһауҙан башланды. Боронғо архитектура өлгөләре, һәйкәлдәр һәм башҡа урындар менән танышыу үҫмерҙәрҙә онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы.
Был көндәге ярыштарҙа – гранатаны алыҫлыҡҡа ташлауҙа беҙҙең команда бишенсе урынды яуланы. Көс гимнастикаһында Дыуан егеттәре бейек турникта тартылһа, ҡыҙҙар иҙәндән кәүҙәне күтәреп көс һынашты. Бында “Патриот” йәнә бишенсе урын алды.
Ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеүҙә командаларға еңелдән булманы. Лабиринт, стена аша сығыу, емерек баҫҡыс, өй һәм соҡорҙан үтеүҙә беҙҙекеләр туғыҙынсы урынға сыҡты.
Беҙҙең команда ярыш ваҡыты буйынса аҙаҡҡы урындарҙан көн һайын яйлап пьедесталдың үрге баҫҡыстарына күтәрелде. Волга буйы төбәктәренең иң көслө командалары ярышында тәүгә ҡатнашҡан Башҡортостан спортсылары өсөн был, әлбиттә, бик һәйбәт күрһәткес. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә иң беренсе тейешле физик әҙерлек, үҫмерҙәрҙең төрлө яҡтан сыныҡҡан булыуы сәбәпсе. Дыуандарҙың йыл да үҙҙәренең өлкәләре кимәлендә сыныҡҡан спортсыларҙан һис тә ҡалышмай, еңеү яулауы оло маҡтау­ға лайыҡ.
“Волга буйы зарницаһы” ярышының һуңғы көнөндә беҙҙекеләр Калашников автоматын һүтеү-ҡороу­ҙа, 1000 метрға йүгереүҙә һәм хәрби алыш – тактик уйында өсөнсө урынға лайыҡ булды. “Патриот” командаһы өсөнсө урынды яуланы (ырымбурҙар – беренсегә, Пермь крайы үҫмерҙәре икенсегә сыҡты).

Андрей ИВАНЮТА,
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры:

– “Волга буйы зарницаһы” ярышы тәүгә үткәрелһә лә, бындай көс һынашыуҙарҙа үҙҙәренең өлкә йәки крайы кимәлендә сыныҡҡан спортсылар алдында Дыуан районының “Патриот” командаһы баҙап ҡалманы. Спортта ҡуйылған ҡағиҙәгә ярашлы, улар баштан уҡ еңеүгә ынтылды. Үҙҙәренең юғары дисциплинаһы, ярыштарҙағы сығыштары һәм юғары кимәлдәге әҙерлеге менән иғтибарҙы йәлеп иттеләр. Беҙҙекеләр “майҙан хужалары” – Ырымбур спортсылары менән көслө Пермь спортсыларынан ҡалышманы, лайыҡлы өсөнсө урын яуланы.
Башҡортостан үҫмерҙәре бындай кимәлдәге ярышта уңышлы дебют яһаны һәм беҙ артабан да ошондай хәрби-патриотик сараларҙа ҡатнашасаҡбыҙ.

Евгений КУЗНЕЦОВ,
“Патриот” хәрби-патриотик ойошмаһы етәксеһе:

– “Патриот” тәүҙә Дыуан урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 2010 йылда түңәрәк рәүешендә барлыҡҡа килде. Ваҡыт үтеү менән ул тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм хәрби-патриотик рухта шөғөлләнгән клубҡа әүерелде.
Был ярышҡа тиклем беҙ район кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында хәрби-патриотик клубтар араһында үткән “Йөрәк иҫләй” фестивалендә, Бекетов ҡасабаһында ойошторолған IX республика фестивалендә үҙебеҙҙең көстө күрһәттек.
Шуны билдәләргә кәрәк: үҫмерҙәр йәйҙең күп ваҡытын күнекмәләр менән үткәрҙе. Был ярышта, иң мөһиме, улар үҙ-үҙҙәрен еңә алды һәм ҡаршы командаларға бирешмәне.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”