13.09.2013 Абҙаҡтың урман элитаһы
Мансур Ғәләүетдин улына Абҙаҡта һәр урын, һәр ер таныш. Ана, тау-ташлы урында тупраҡ ташытып ултыртҡан төрлө төрҙәге ағастары ла нисек буй алып, күкрәп үҫеп киткән. Абҙаҡ урмандарын, уларҙы тергеҙеү, үҫтереү өсөн аҙ көсөн һалманы ул. Урмансылыҡтың кисәге лесничийының эшен бөгөн лайыҡлы рәүештә улы Марсель дауам итә – шуға ла, хаҡлы ялда булһа ла, бер яйға һалып ебәргән хеҙмәте өсөн күңеле тыныс уның.
Фазыловтар − урмансылар династияһы. Мансур ағайҙың атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәләүетдин ғүмере буйы урмансылыҡта эшләгән. Олатаһы – лесничий Тимерхан Камалиевты ауылдың оло быуын вәкилдәре, урман өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған, намыҫлы, талапсан кеше, тип әле лә хәтерләй. Үҙе лә эшһөйәр була, кешене лә эшләтә белә. Бесәнлек өсөн асыҡ яландар булмағас, ауыл халҡына урынды ағаслы ерҙән бирәләр. Ә бының өсөн рөхсәт ҡағыҙы алыуы үҙе бер мәшәҡәт була. Шуға ла: «Камали бирҙе посадка, посадка сабыуҙары досадно», − тип, Тимерханды мәрәкәләп, таҡмаҡ та сығарған ауыл халҡы. Ул ултыртҡан ағастар, үҙен хәтерләтеп, хәҙер урман булып шаулап ултыра. Ейәндәре уның эшен дауам итә.
− Мин урман эшендә 1966 йылдан. Тәүҙә лесник булып эшләнем дә, армияға киттем. Хәрби бурысымды үтәп ҡайтҡас, Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға индем. Йәш белгес булараҡ хеҙмәт юлын Әбйәлил районының Ҡыҙыл лесничествоһында башланым, − тип нисек урмансы булып китеүен һөйләй Мансур Ғәләүетдин улы.
Бер аҙ тәжрибә туплағас, Белорет хужалығына урман әҙерләүсе мастер булып күсә. 1994 йылда Абҙаҡ лесничествоһына лесничий итеп тәғәйенләйҙәр.
− Бында эште башлап киткәндә ҡыйыныраҡ булды. Эргәләге Магнитогорск металлургия комбинаты ер менән ҡаңғыртты. Абҙаҡ – антропоген яҡтан йоғонтоло лесничество. Урман янғындары булмаһын тип, ҡарап ҡына торҙоҡ. Үҙ биләмәңдә генә ут сыҡмаһын тип ҡарауыллып тормайһың, күрше Учалы, Әбйәлил лесничестволарына ла күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк. Уларҙа янғын икән – һиңә лә күсәсәк. Магниттарҙы: «Абҙаҡ урмандары − һеҙҙең икенсе үпкәгеҙ. Шунһыҙ һаулығығыҙ булмаясаҡ. Урманға берүк зыян килтермәгеҙ, һаҡсыл ҡарашта булығыҙ», − тип иҫкәртеп кенә тора инем. Зарланмайым, эшебеҙ күп булды. Ағас ултыртырға план ҙур, 30 − 40 гектар ерҙә ҡарағай үҫентеләре ултырта торғайныҡ. Кеше, лесник килә тип, законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан ҡурҡты, – тип үҙе эшләгән осорҙо һөйләп, хәтер ебен тағата кисәге урмансы.
Урманды яратмаһаң, уның яҙмышы өсөн ихлас борсолмаһаң, эшләп булмай. Бар булмышыңды ошо эшкә арнаһаң ғына һин ысын урмансы, тигән фекерҙә ул. Урман үҫтереү, уға санитар таҙартыу үткәреү, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәш алып барыу, халыҡҡа ағас бүлеү, янғындарҙы булдырмау − лесничийға эш етерлек, бер уйлаһаң, урмандан сыҡмай тиерлек. Һөнәренән дә бигерәк, кешене намыҫлы эше биҙәй, күңелен бөтөн итә. Үҙ биләмәһендәге урманды тейешле кимәлдә тотҡан, урмансылыҡ эшен төптән уйлап ойошторған, халыҡ менән килешеп эшләгән тырыш лесничий хөрмәт ҡаҙана. Сәмселлегенә эш һөйөүсәнлеге, тынғыһыҙлығы ла ҡушылғас, һәр нәмәлә алдынғы булырға тырыша, үҙенең урман хужалығын алдынғылар рәтенә сығара. Урман хужалығы етәкселеге хатта уны Мәскәүгә урмансылар съезына делегат итеп тә ебәрә. Бөгөн Мансур Ғәләүетдин улының тәбиғәт байлыҡтарын арттырыуҙа һәм һаҡлауҙағы фиҙакәр хеҙмәте РФ Урман хужалығы федераль агентлығының Почет грамотаһы менән баһаланған, «Урман рыцары» исеменә лә лайыҡ булған.
Хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары өсөн тормош иптәше Рәйсә Бәҙретдин ҡыҙына ла рәхмәтле ғаилә башлығы.
− Ул эшемдә төп ярҙамсым булды. Мин ойоштороу эштәре менән булышһам, лесничий ярҙамсыһы булған Рәйсә бөтөн ҡағыҙ эшен алып барҙы, − ти ул.
Заман менән бергә урман хужалығы ла ҙур үҙгәрештәр кисерә. Урманды ҡуртымға биреүҙе уйлап сығарған урман реформаторҙарының төптән уйланылмаған ҡарарҙарына йәне әрней.
– Арендаға ерҙе бирергә кәрәк, ә урман менән ҡапланған майҙанды түгел. Арендаторҙар урманды ҡеүәтле техникаһы менән салғы менән сапҡан кеүек йығып һала. Уларҙа урман өсөн яуаплылыҡ юҡ − янғын һүндермәйҙәр, ағас ултыртмайҙар. Үҙ мәнфәғәтендә тәбиғәт байлығын файҙалана-файҙаланалар ҙа, ҡола ялан ҡалдыралар. Тәбиғәт яҙмышы бөтөнләй борсомай уларҙы. Бына хәҙер лесничестволарҙы, унда эшләгән инспекторҙарҙы ҡыҫҡартып бөттөләр. Ҡасандыр 30 кеше эшләгән урында ике кеше ҡалдырҙылар. Улар урманды ҡарауылларға ла, халыҡҡа ағас таратырға ла, документтар менән эшләргә лә өлгөрөргә тейеш, − тип урман хужалығындағы төптән уйланылмаған үҙгәртеүҙәргә кире ҡарашын белдерә урмандың киләсәге өсөн борсолған, 32 йыл ғүмерен урман эшенә арнаған тәжрибәле урмансы.
Үҙе бар булмышы менән тәбиғәтте яратҡан кеше булһа ла, улдарының үҙ юлынан китеүен теләмәй. Әммә атаһы менән ағас ултыртырға, урманға йөрөгән улы Марсель башҡа һөнәрҙе һайлауҙы уйына ла килтермәй. Өфөлә Башҡорт иҡтисад лицейын уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетына уҡырға инә. Уҡыу практикаларын да атаһы янында үтә. Тәбиғәттә үҫкән, ҡала һауаһын үҙһенмәгән егеттең күңеле ауылға тартыла − хеҙмәт юлын Белорет урмансылығында башлай. Урман эштәрен алып барыусы, урман инспекторы булып бер аҙ тәжрибә туплағас, 2008 йылда хаҡлы ялға киткән атаһын алмаштыра − Абҙаҡ участка лесничествоһына лесничий итеп ҡуялар.
Йәш лесничий яңы шарттарҙа эшләргә өйрәнә.
− Бәләкәйҙән урман эшен күреп, белеп үҫкәс, был һөнәрҙең нескәлектәрен яҡшы аңлайым. Атай ҙа кәңәштәре менән ярҙам итә. Эшемдә иң ҡыйыны − халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмау. Улар төҙөлөш эштәре алып барыу өсөн ағас һорай. Күпселек урман кварталдары арендаға бирелгәс, барыһына ла ағас еткереп булмай. Тыуған ерендә үҙ байлығына үҙе хужа түгел икән, кешенең урманға ҡарашы ла кирегә үҙгәрә, − ти Марсель Фазылов.
Атаһына оҡшап, тырыш, эшкә бөтмөр, маҡсатлы егет ул Марсель. Урман үҫентеләрен дә үҙендә әҙерләгән – тубырсыҡтарҙы йыйып, киптереп, олоғон алып, өс гектар ерҙә питомник та булдырған.
Изге аманат шикелле быуындан- быуынға тапшырыла килгән урмансы һөнәрен һайлағанына үкенмәй егет. Абҙаҡ урмандарын һаҡлауға, үҫтереүгә ике олатаһының, атаһының көсө аҙ түгелмәгән. Һынатырға ярамай. Тыуған еренең ысын хужаһы итеп тойғандар дилбегәне ныҡ тотор.
«Урманды үҫтереүгә ҡарағанда уны һаҡлаусылар, ҡурсалаусылар тәрбиәләү мөһимерәк», − тигән рус яҙыусыһы Л. Леонов.
Тимерхан Камалиевтан башланған урмансылар нәҫелен Абҙаҡтың урман элитаһы тип атаһаң, уларға был мәртәбә генә өҫтәгән кеүек булыр. Хәстәрлекле ҡулдар ҡурсыуында булған ғына урман үҫә, яҡлаулы була.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.