RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИҪКЕ СИБАЙ ҺӘМ МОСТАЙ АУЫЛЫ ТАҠМАҠТАРЫ

13.09.2013 ИҪКЕ СИБАЙ ҺӘМ МОСТАЙ АУЫЛЫ ТАҠМАҠТАРЫ

Йәнбикә инәйҙең таҡмаҡтары

Ҡыҙыл яулыҡ ябынһаң,
Тиҙерәк уңа тиҙәр.
Йәш ваҡытты матур тиҙәр,
Уйнап көлөгөҙ, тиҙәр.

Гармуныңды һуҙып уйна,
Үрҙәргә менгәндә лә.
Онотмайым үлгәндә лә,
Гүрҙәргә кергәндә лә.

Әйләнде лә һыуға төштө
Эйелеп алған ташым.
Ни күрһәм дә, күрер инде
Күрергә ҡалған башым.

Фәүһинур инәйҙең таҡмаҡтары

Сибай, Сибай, Сибай, Сибай,
Сибай беҙҙеке түгел.
Ат икәнен айырмаған
Бала бәхетле түгел.

Сибай, Сибай таш урамын
Тапамам тигән инем.
Тыуып үҫкән Сибайымды
Ташламам тигән инем.

Һандуғасҡай меҫкенкәйҙең
Ҡанатында йөн дә юҡ.
Кеше рәхәт донъя көтә,
Миңә рәхәт көн дә юҡ.

Һандуғас була алманым,
Тауҙарға ҡуна алманым.
Йәйҙең матур көндәрендә
Илемдә була алманым.

Әбейҙе әбей тиҙәр,
Бабайҙы бабай тиҙәр.
Барын-юғын һорамайҙар,
Давай ҙа давай, тиҙәр.

Рафиға инәйҙең таҡмаҡтары

Ағиҙелдең аръяғынан
Осоп килә ыласын.
Һағынғанын шунан беләм,
Йәйеп килә ҡоласын.

Өфө урамы быяла,
Таш булһа, бармаҫ инем.
Уф, йөрәктәрем яна,
Һин булһаң, янмаҫ инем.

Ағиҙелкәй, Ағиҙелкәй,
Ағиҙелкәй, ауыр таш.
Кемдәргә кәңәш итәйем,
Үҙем яңғыҙ, үҙем йәш.

Тракторҙар һөрә икән
Үргә лә, түбәнгә лә.
Ваҡытлыса айырылышыу
Килә ул һәр кемгә лә.

Тыр-тыр трактор,
Һуҡа бабай, йыраҡ тор.
Тракторҙың эшләгәнен
Ситтән генә ҡарап тор.
Хаттар яҙып ултырам,
Аҡ ҡағыҙҙы тултырам.
Хатым китте, үҙем ҡалдым,
Яҙған ерҙә ултырып.

Костюмдары, костюмдары,
Костюмдары буй ҡара.
Түгел ятҡа, үҙ иреңә
Бер күтәрелеп ҡара.

Һандуғастар һайрағанда
Яман һулама, дуҫым.
Мин үҙем һандуғастарға
Моңло һайрарға ҡуштым.

Ултырҙы урындыҡҡа,
Папирос ҡаптырайым.
Һиңә ғашиҡ булғаныма
Үҙем дә аптырайым.

Дағалы итек, дағалы итек,
Дағалы итек кейеүсе.
Дағалы итек кейеүсене
Барҙыр әле һөйөүсе.

Ҡара бәлтәләрен кейгән,
Элмәктәрен элмәгән.
Ошомо ни егетегеҙ
Һылыу ҡыҙҙар эҙләгән?

Алтын эйәр, көмөш дуға
Беҙҙең аттарҙа ғына.
Ҡыйыу егет, матур ҡыҙҙар
Беҙҙең яҡтарҙа ғына.

Ултырабыҙ ҙа китәбеҙ,
Атҡа ауыр итәбеҙ.
Ауыр заманалар килде −
Бәхетһеҙ эш итәбеҙ.

Алтын алҡаларым һынды,
Алырмынмы икән алҡа?
Булырһыңмы икән миңә,
Ҡалырһыңмы икән ятҡа?

М. Халиковтың таҡмаҡтары

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Сәғәҙәт.
Йәр һөйәләр, һарғаялар,
Тапҡандар бит бер ғәҙәт.

Ҡулъяулығым һалып ҡуйҙым
Ботинкам кеҫәһенә.
Һине һағынып илайым,
Һуғанды әрсегәндә.

Фуражкаңды күтәр, күтәр,
Бөҙрә сәскә ел үтер.
Был донъялар үтер, китер,
Татыулыҡҡа ни етер?

Ҡайын ағас, ҡайын ағас,
Ҡайын ағас, ҡарағас.
Һөйгән йәрен тартып алдым,
Күңелемә ярағас.

Ҡайын ағас, ҡайын ағас,
Ҡайын ағас, ҡарағас.
Һөйгән йәрен кире бирҙем,
Ергә ятып илағас.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”