RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Пенсия өлкәһенә ниндәй үҙгәрештәр индерер инегеҙ?

13.09.2013 Пенсия өлкәһенә ниндәй үҙгәрештәр индерер инегеҙ?

Рәмил ХӘСӘНОВ, Баймаҡ районының Ниғәмәт мәктәбе уҡытыусыһы, стажы 35 йыл:
– Әле пенсия йәшенә етмәгәнмен, шулай ҙа күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн пенсия тәғәйенләнеләр (йәғни выслуга лет). Эш хаҡы менән бер рәттән шундай түләү алыуыма ҡәнәғәтмен.
80 йәште үткән атай-әсәйем дә лайыҡлы пенсия ала. Ғөмүмән, бөгөнгө пенсия системаһына үпкәм юҡ. Былай ҙа реформалар, үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ, был өлкәлә тотороҡлоҡ булһын ине.

Нәжип ЙОСОПОВ, Күгәрсен районының Волостновка ауылы, шәхси эшҡыуар:
– Пенсия фондына түләнгән страховкалау иғәнәһе арттырылыуы оҡшамай. Ҡулдан килһә, элекке тәртипте кире ҡайтарыр инем.
Шәхси эшҡыуарҙарҙың да төрлөһө була бит. Кемдер бизнесын ҙур күләмдә алып бара, яҡшы килем ала, бер ауырлыҡһыҙ һалымын түләй. Уларҙың эшмәкәрлеген ауылдарҙағы сауҙа нөктәләре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һ.б. менән сағыштырырлыҡ түгел. Миҫал өсөн, райондың Ҡаҙир ауылында егермеләп кенә өй бар, ундағы магазиндан бик бәләкәй килем алына. Тауар әйләнешенә аҡса саҡ етеп ҡала, һалым түләү тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Яңы тәртип индерелгәс, күптәр эшен ябырға мәжбүр булды. Сер түгел, йәшенеп эшләүселәр ҙә бар. Барыһын да бер рәткә ҡуйып, страховкалау иғәнәһе өсөн бер иш сумма билдәләү – оло ғәҙелһеҙлек.

Азамат ГӘРӘЕВ, Сибай ҡалаһы, дәүләт ойошмаһында эшләй, 27 йәш:
– Дөрөҫөн әйткәндә, бер ҡасан да пенсия менән ҡыҙыҡһынғаным юҡ. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында алам, эш биреүсе ниндәйҙер сумманы Пенсия фондына күсереп бара. Махсус программалар булдырылғанын беләм, әммә унда ҡатнашыу теләге юҡ. Беҙҙең быуын ҡартайыуға пенсия әллә була, әллә юҡ...

Гөлназ ӘЛИБАЕВА, Иглин районы:
– Бөйөк Ватан һуғышы ауырлығын татыған, аталарын яуҙа юғалтҡан балаларға берәй төрлө матди ярҙам булдырылһын ине, тигән теләктәмен.
Ике ҡартатайым да кесе йәшенән эш тип янған. Улар колхоз, партия эше менән күп йөрөгән. Бер ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ҡаты яраланған. Үкенескә, улар икеһе лә, хаҡлы ялға сығып, бер аҙ ваҡыт үткәс, мәрхүм булды. Ғүмер буйы ал-ял белмәй, тир түгеп, хөкүмәт хәстәрен татый алмауҙары йәл. Әлбиттә, намыҫлы эштәре, ил алдындағы ҡаһарманлыҡтары маҡтаулы исемдәр, наградалар менән билдәләнгән. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙың пенсияһы ике өләсәйемдең дә иҫәбенә күсерелде. Ошондай сәйәсәт алып барылыуы бик яҡшы күренеш.

Илүзә АРЫҪЛАНОВА, Өфө ҡалаһы, 64 йәш:
– Ундай хоҡуғым булһа, ҡала халҡы өсөн өҫтәмә пенсия булдырыр инем. Ауыл менән сағыштырғанда, ҡалала сығымдар күберәк бит.
Ғүмер буйы заводта кассир булып эшләнем, пенсиям бәләкәй. Тормош иптәшем менән айырылыштыҡ, ике улым да сит өлкәлә йәшәй. Заманында өс бүлмәле фатир алып ҡалғайным. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәр пенсияның арыу ғына өлөшөн “йота”. Уныһына аҡса бүлһәң, ашау-эсеүгә етмәй. Аптыранғас, фатирымдың ике бүлмәһен ҡуртымға бирергә мәжбүр булдым. Шунһыҙ бер нисек тә булмай.

Мәүлиә ЯРУЛЛИНА, Салауат районының Лағыр ауылы:
– Хаҡлы ялға сығыуыма ун йыл. Пенсия фонды эше менән бик ҡәнәғәтмен. һәр айҙың 16-һы пенсиямды килтереп торалар, матур итеп тотонһаң, аҡсаһы бәрәкәтле була. Аллаға шөкөр, имен-һау пенсия менән файҙаланырға яҙһын.
Йәштәр пенсияһыҙ ҡалып ҡуймаһын, тип хафаланам. Бөгөн үк ана шул мәсьәләгә күберәк иғтибар бирергә кәрәктер.

Г. БИКМӘТОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”