09.11.2010 Капитан Роза
Тәфтиш бүлеге юҡҡа ғына милицияның элиталы тармағы һаналмай – тап унда һәр ваҡыт белемле, квалификациялы профессионалдар ғына эшләй. Уларға эштең иң ауыры һәм ҡыҙығы йөкмәтелгән тип әйтергә була.
Юстиция капитаны, Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының бер бүлегендә өлкән тәфтишсе булып эшләүсе Роза Ғайсина кинола ғына романтикалы булып күренгән ауыр эшенә юғары уҡыу йортоноң юридик факультетын тамамлау менән тотонған. Дөйөм алғанда, милицияла, башлыса, ир-егеттәр эшләһә лә, тәфтишселәр араһында гүзәл заттар ҙа күп. Роза ла, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, капитан исемен алып, һөҙөмтәле эшләүе менән күптәргә өлгө булырлыҡ талантлы профессионал иҫәпләнә.
Әлбиттә, тәфтишселәрҙең эше, ҡайһы бер офис хеҙмәткәрҙәренеке кеүек, иртән сәғәт туғыҙҙа башланып, алтыла тамамланмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улар аҙнаһына бер көн һәйбәтләп ял итеү форсаты тейһә лә шат.
– Иң ауыры – енәйәт юлына баҫып тотолған балалар, үҫмерҙәр менән һөйләшеү. Улар ниндәй упҡын алдында торғанын аңлап та бөтмәй. Ниндәй генә профессионал булһаң да, балалар менән эшләгәндә йәлләү тойғоһо кисерәһең.
Бер яҡтан ҡараһаң, милицияның бер генә тармағында ла гүзәл заттар эшләргә тейеш түгел кеүек. Улар енәйәтселәрҙе йәлләп, йә булмаһа, ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас айырым тойғоларға, мәҫәлән, ҡурҡыуға бирелеп, эште еренә еткерә алмай, тип һанаусылар ҙа бар. Тик Роза Ғайсина был фекер менән килешмәй.
– Енәйәтселәр һуңынан урамда осрап, улар миңә ниндәй ҙә булһа зыян килтерер, тип бер ваҡытта ла ҡурҡҡаным булманы. Ғөмүмән, ҡурҡаҡтарға милицияла урын юҡ. Янаусылар, ҡурҡытырға маташыусылар булғылай. Әммә оҫта ғына итеп һәр кемде урынына ултырта белеү ҙә кәрәк. Был да профессионализмға инә, бер кемгә лә бирешеү юҡ!
Эшләү дәүеремдә юриспруденцияны шәп белгән енәйәтселәр менән осрашырға тура килмәне. Әлбиттә, үҙенең хоҡуҡтарын белгән кешеләр бик күп һәм был дөрөҫ тә. Шулай ҙа, енәйәтселәр закондарҙы милиционерҙарға ҡарағанда һәйбәтерәк белә, тигән фекерҙе яҡламайым. Бер ваҡытта ла енәйәт эше ҡаралған граждан алдында ҡаушап ҡалғаным булманы.
Кеше, енәйәт ҡылһа ла, шәхес булып ҡала. Шуға ла уларға ҡарата мөнәсәбәтеңде профессионализм менән кешелек сифаттарын бергә ҡушып төҙөргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына эшеңдең һөҙөмтәһе ҡыуандырырлыҡ буласаҡ.
Роза Ғайсина бөгөн республикала иң һәйбәт тәфтишселәрҙең береһе һанала. Әлбиттә, йәш капитандың кәрәк саҡта юл күрһәтеүсе, кәңәше менән ауыр хәлдән ҡотҡарыусы уҡытыусылары бар. Роза Ғайсина өсөн һәр ваҡыт профессионализмдың өлгөһө булып торған етәксе – юстиция подполковнигы Светлана Синявина.
– Ул һәр ауыр хәлдән сығыу юлын белә. Аптырап, нимә эшләргә белмәгәндә тиҙ генә Светлана Ивановна янына барабыҙ. Ул бер-ике минут эсендә беҙгә кәрәкле йүнәлеште күрһәтә. Уҡытыусыларһыҙ булмай, тәфтишсе эшендә оҫта булып китеү өсөн тәжрибә кәрәк.
Илебеҙҙәге иң ауыр тармаҡтарҙың береһендә – милицияла эшләүсе егет-ҡыҙҙарҙы, ысын профессионалдарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Уңыштар һеҙгә!
Лилиә СИРАЕВА.