RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыйлы көнөң – һыйырҙа

05.09.2013 Һыйлы көнөң – һыйырҙа

Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Шәмбе иртәһе булһа ла, баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙаны ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләй ине. Күңелле йыр-моң, шатлыҡлы ауаздар яңғыраған майҙан үҙенә ылыҡтырып торҙо. Дәртле йәштәр әллә ҡайҙан уҡ сәләмләп, һөттән ауыҙ итергә әйҙәне.
Алдыбыҙҙан ғына атлаған оло йәштәге инәй менән олатай һәр күренеште тамаша ҡыла ине.
– Майҙанды бик матур итеп биҙәгәндәр. Ух, берәү һыйыр булып кейенгән! Балалар күп килгән икән, – тине инәй кеше хәләл ефетенә.
– Эйе-е-е, – тип һуҙҙы уныһы. – Әйҙә, тәүҙә сәхнә янына барайыҡ. Президент килергә тейеш, тиҙәр ине бит...
– Барығыҙҙы ла һөт байрамы менән ҡотлайым, – тине БР Президенты Рөстәм Хәмитов, халыҡты сәләмләп. – Яратҡан ризығыбыҙ һөткә арналған фестивалгә күптәрҙең ғаиләләре, балалары менән килеүе – шатлыҡлы күренеш.
Президент билдәләүенсә, малсылыҡ тармағының үҫешкән булыуына ҡарамаҫтан, һөт беҙгә әлегә етмәй, шуға күрә малсылыҡ фермалары күберәк төҙөләсәк, ауыл хужалығы предприятиеларына артабан да ярҙам ителәсәк. Шунан Рөстәм Хәмитов Өфө мэры Ирек Ялалов менән тантаналы шарттарҙа һөт фонтанын аттырҙы.
Фестиваль барышында уҙған матбуғат конференцияһында Һөт етештереүселәрҙең милли союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко Башҡортостанды һөт индустрияһы тип атаны. Ул тиҙҙән Бүздәк райо­­нында һөт етештереү комплексы төҙөләсәге хаҡында хәбәр итте. Ҡеүәтле комплекс 10 мең баш һауын һыйырға тәғәйенләнгән. Бынан тыш, тоҡомло эре мал үрсетеү ниәтендә генетик үҙәк булдырыу ҡарал­ған. Бөгөн Башҡортостанда йылына яҡынса 800 мең тонна һөт етештерелһә, “ДАМАТЕ” инвестиция проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә был күрһәткес тағы ла 15 процентҡа артасаҡ.
Һыйлы көнөң – һыйырҙа  “Башҡортостандың һөт союзы” ойошмаһы рәйесе Илдар Фәйзуллин: “Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса республикабыҙ тәүге урындарҙа килә. Беҙҙең маҡсат – шул кимәлде кәметмәү һәм “Һөт иле” байрамын йыл һайын үткәреү”, – тине. Әйткәндәй, “Һөт иле” фестивале 28 сентябрҙә Чебоксар ҡалаһында дауам итәсәк. Улар өфөләрҙең тәжрибәһен күреп, үҙҙәрендә лә шундай байрам үткәрмәксе. Сара Владимир һәм Владивосток ҡалаларында ла уҙасаҡ. Бынан ары Рәсәйҙең бөтөн миллионлы ҡалаларында шундай фестиваль ойоштороу күҙ уңында тотола.
БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко фекеренсә, быйылғы байрам ҡыҙыҡлыраҡ һәм киңерәк масштабта уҙа. Хаҡ һүҙҙәр, ысынлап та, ул элеккеләренә ҡарағанда күпкә сағыуыраҡ ине.
“Һөт иле” фестивале, традицион зоналарынан тыш, “Матурлыҡ һәм сәләмәтлек академияһы”, “Фор­мала бул”, “Һөт бары”, “Туңдырма кафеһы” майҙансыҡтарына бүленгәйне. Бәләкәстәрҙең ялына ҙур иғтибар бирелгән. Балалар ҡаласығында уларға күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалманы. Ҡайһы берҙәр үҙҙәрен бөйөк ашнаҡсы итеп хис итте – кулинария академияһында бешеренде. Ижади оҫтаханалар, балалар кафеһы, аттракцион майҙансыҡтары малайҙар һәм ҡыҙҙар менән шығырым тулы булды.
Байрамға килеүселәргә берәр стакан һөт таратылһа ла, майҙандағы кафе-барҙарҙа алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Һәр кеше һөт һәм ҡымыҙҙы тәмләргә ашыҡты. Йәр­минкәлә арзаныраҡ хаҡҡа һөт ризыҡтары һатылды. Махсус кафела бутҡа, омлет, мюсли, эремсек бәлеше, билмән һ.б. ауыҙ итергә мөмкин ине. Ә йыр-моң һөйөүселәр сәхнә тирәһендә уралды.
Һыйлы көнөң – һыйырҙа  Һәр ваҡыттағыса, “Һөт фермаһы” майҙансығында халыҡ айырыуса күп ине. Унда тоҡомло һыйырҙар, йылҡы малы, хатта ап-аҡ кәзәләр ҙә бар ине. Ҡайһылар хайуандар янында фотоға төшә, икенселәре уларҙы һыйпарға маташа. Малҡайҙар иһә ғәмһеҙ генә алдарында ятҡан йәшел бесәнде көйшәне.
– Бына ошо һыйыр беҙгә һөт, эремсек, һин яратҡан йогуртты бирә, – тине әсә биш йәштәр самаһындағы улына.
– Әсәй, алдама! Магазиндағы апайҙың биргәнен күргәнем бар бит! – тип, уныһы аҡыллы күҙҙәрен ҡәҙерле кешеһенә төбәне. Шул урында әсә улына һөттөң ҡайҙан барлыҡҡа килеүе тураһында ентекләп һөйләй башланы.
“Матурлыҡ һәм сәләмәтлек академияһы”нда, башлыса, үҫмер ҡыҙҙар күренде. Урында матурлыҡ салоны асып ебәргәндәр: прическа эшләйҙәр, тырнаҡтарҙы матурлай­ҙар, хатта ваҡытлыса татуировка яһайҙар. Квалификациялы табип, диетолог һәм косметологтар менән кәңәшләшергә, шулай уҡ һөттән етештерелгән косметика һатып алырға мөмкин ине. Әүҙем ялды үҙ итеүселәр махсус спорт зонаһында фитнес менән шөғөлләнде.
Бер аҙҙан теге мөләйем инәй менән олатай тағы ла күҙгә салынды. Улар ҡулдарына икешәр төйөнсөк тотоп алғайны. “Байрамды ла күрҙек, арзанға май-һөт тә алдыҡ”, – тип, бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡайтыу яғына йүнәлделәр.

Әлмира ЯХИНА, Сибай ҡалаһы:
– Баш ҡалаға ҡунаҡҡа килгәйнем, туғандарым, әйҙә, һиңә Һөт байрамын күрһәтәбеҙ, тип бында алып килде. Өфөләрҙең “һабантуйы” шәп, ял итә беләләр! “Матурлыҡ һәм сәләмәтлек академияһы” айырыуса оҡшаны. Политехник лицей студенттары символик хаҡҡа миңә прическа эшләне. Ә бына мини-ферма янында күҙемә йәштәр тығылды. Ҡала халҡына, бәлки, ҡыҙыҡтыр, ә миңә малҡайҙар яфалана кеүек тойолдо. Ололар, аҡтың гонаһы ҙур, тип өйрәткәнгәме, һөттөң әрәм-шәрәм ителеп, фонтан булып урғылыуы нисектер күңелгә ятманы. Дөйөм алғанда, байрам яҡшы булды.

СИРҒӘЛИНДАР ғаиләһе:
– Байрам беҙгә оҡшай. Балалар һөт эсте, төрлө конкурс­тарҙа әүҙем ҡатнашты, һүрәт төшөрҙө. Улар уҡыу йылы алдынан ыңғай тәьҫораттар алды. “Һөт иле” фестиваленең ғаилә байрамы булараҡ уҙғарылыуы бигерәк яҡшы.
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Шамил, 10 йәш:
– Конкурстарҙа ҡатнашып, футболка оттом. Мин былтыр был байрамда булғайным, икенсе йыл да мотлаҡ киләсәкмен. Дуҫым менән өс тапҡыр сиратҡа тороп, һөт эстек. Үәт, тәмле булды!

Земфира менән Ринат ЙӘРМӨХӘМӘТОВТАР:
– Һыйыр ағын ололаған бик матур сара. Ойоштороусылар йәшенең дә, ҡартының да күңеленә хуш килерлек бай программа әҙерләгән. Республикабыҙҙа бер ҡасан да һөткә ҡытлыҡ булмаһын!

Зәйтүнә СӘЛИМОВА, Белорет районы:
– Байрамға уйламағанда килеп эләктем. Студент ҡыҙымды ятаҡҡа урынлаштырҙыҡ та, ҡала күреп ҡайтайыҡ, тип ошо яҡҡа юл тотҡайныҡ. Былтыр телевизорҙан да, гәзиттәрҙән дә, “Һөт иле” тигән байрам уҙҙы, тип ауыҙ һыуын ҡороталар ине. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тиҙәр бит... Байрам тигәндә, беҙ шәпбеҙ инде, уныһына һүҙ юҡ. Ҡала халҡына һуңғы һулышын кисергән фермаларҙы, ундағы малдарҙы ла бер күрһәтергә ине. Ауылда һөттөң фонтан булып урғылмауын, ә күпме көс сарыф ителгәнен аңларҙар ине...

Алиса МОРОЗОВА, 32 йәш:
– Халыҡтың үтә күп булыуы оҡшамай. Ҡайҙа ҡарама – сират, тығын.

Әнәс ДӘМИНДӘРОВ, хаҡлы ялда:
– Йыл да был фестивалгә арзаныраҡ һөт ризыҡтары алыр­ға киләм. Май, сыр, эремсек, кәзә ҡымыҙы һатып алдым. Әле матур концерт ҡараным, бала­лар­ҙың сығышы бигерәк тә оҡшаны. Күңелле ялды ойоштороусыларға рәхмәт!

һандар һәм факттар
БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, “Һөт иле” фестивалендә 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Бер йыл элек, был байрамды күрергә тип, 15 меңгә яҡын өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунағы килгән.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ләйсән Хәйретдинова әйте­үенсә, фестивалдә 47,4 тонна һөт; 4,8 тонна май; 3,4 тонна сыр; 2 тонна туңдырма; 6,8 мең банка ҡуйыртылған һөт; 5,3 мең шешә ҡымыҙ һәм 320 шешә кәзә ҡымыҙы һатылған.

Рәсәй субъекттары араһында кеше башына һөт ҡулланыу буйынса Башҡортостан лидерҙар рәтендә. Йылына республиканың бер кешеһенә 350 килограмм һыйыр ағы тура килә. Ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 240 килограмм тәшкил итә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”