RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Тарих донъяһында йәшәүем менән үҙемде бәхетле һанайым»

05.09.2013 «Тарих донъяһында йәшәүем менән үҙемде бәхетле һанайым»

«Тарих донъяһында йәшәүем менән үҙемде бәхетле һанайым»йәки Башҡорттарҙың Уралда борондан йәшәгән халыҡ икәне ғилми яҡтан иҫбатланды
Ул әле лә көтөлмәгән та­быш­тар­ға юлыға, хазиналар эҙләй, фәнни асыштар яһауын дауам итә. Уйлап ҡараһаң, ғүмер юлын­да маҡсаттарына ынтыл­ғанда ниәттәренән биҙҙерер­ҙәй көтөлмәгән ҡаршылыҡтар, фән үрҙәренә артылғанда дә­лилдәрен инҡар итеүселәр ҙә, тормош һынауҙары ла аҙ булмаған.Фән донъяһына, тарихҡа тоғролоҡ һаҡлап йәшәүе менән башҡорт археологияһына үҙ исемен яҙған, археологтар әҙерләгән был шәхес.
«Йәшлек»тә ҡунаҡта – Көньяҡ Урал тарихын һәм археологияһын тикшереү менән донъяның һәм илдең тарихына үҙ өлөшөн индергән күренекле ғалим-археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһының академигы Нияз Абдулхаҡ улы МӘЖИТОВ.

– Ошо көндәрҙә ҙур юбилейығыҙҙы – 80 йәшегеҙҙе билдәләнегеҙ… Күңелегеҙҙә ниндәй кисерештәр? Әҙәм балаһы был йәштә, моғайын да, үткәндәренә байҡау яһай торғандыр…
– 60 йылдан ашыу тормошомдо археологиянан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул минең ғүмерлек изге бурысым, ниәтем булды, шуның менән йәшәйем. Бөтә ғүмеремде ошо эшкә бағышланым, тарихи эҙләнеүҙәр үткәрҙем. Беҙҙең Уралдың тарихы иҫ китерлек ҡатмарлы. Ул Евразия далаларындағы иң бай төбәктәрҙең береһе. Боронғо Уралды формалаштырыуҙа беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың роле асыҡлана. Бына ошо ҡыҙыҡлы табыштар, асыштар ылыҡтырҙы, мауыҡтырғыс һәм ымһындырғыс, үҙенә күрә бер арбағыс көскә эйә тарих донъяһында йәшәйем, шуның менән үҙемде бәхетле һанайым.
Беҙҙең археология фәне – коллектив фән. Бер кеше генә ҡаҙыныу эштәре алып бара алмай. Йыл һайын экспедициялар ваҡытында ғына ла 50 – 100-әр кеше ҡатнаша ине. Нисә йылдар буйы археологик ҡаҙыныуҙа ҡатнашҡандарҙы һа­наһаң, улар меңәрләгән булалыр. Фәнни асыштарым менән ошо экспедицияларҙа миңә ярҙам иткәндәргә рәхмәтлемен һәм бурыслымын. Шөкөр, маҡсаттарыма ирештем.
Археология фәне меңәрләгән йыл осорҙо тикшерһә лә, фәһемлелеге яғынан да актуаль. Урал – башҡорт халҡының тарихи иле. Был факт йәмәғәтселек яғынан да ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Әммә мин башҡорт халҡының тарихын асыҡларға тырыштым.
– Ябай ауыл малайының оло юл башы ҡайҙан башланды икән?
– Мин һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә алтынсы баламын. Атайым уҡытыусы ине, ауылдан- ауылға йөрөттөләр уны. Заманында Ғафури районындағы данлыҡлы Үтәш мәҙрәсәһен бөткән. Олатаһы мәсет тотҡан, ейәнен мулла итергә тырышҡан. Әммә атайым Граждандар һуғышында ҡыҙылдар яғына киткән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, 1943 йылда яраланып ҡайтты. Белемгә ынтылышым да атайымдан күскәндер. 1948 йылда Имәндәштә 7-се синыфты тамамланым. Артабан уҡырға һигеҙ саҡырымда ятҡан Сәйетбабаға барыр­ға кәрәк. Шул юлды Шаҙыр һыуы кисеп, батҡаҡҡа батып йөрөргә кәрәк. Ыҙаланып йөрөгө килмәй. Бер малайҙан Өфөлә интернат-мәктәп барлығы тураһында ишетеп белә инек инде. Беҙ, дүрт малай, киттек шунда. Документтарҙы ҡаранылар ҙа: «Мәжитов, ҡайт, һине алмайбыҙ, атайың бар бит», – тиҙәр. Уҡырға тик Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ағайҙарҙың балаларын алалар.
Нимә эшләргә? Асбыҙ. Эстән генә, артҡа юл юҡ, тип уйлайым. 3 – 4 көн мәктәп ихатаһында яттыҡ. Беҙгә Мәғариф министрлығына барырға кәңәш иттеләр. Барып индек. Беҙҙе күҙәткәндәр икән. Унда буфетта бушлай ашатып сығарҙылар. Булмаған хәл. Иртән тағы интернатҡа килдем. Тағы тамаҡты туйҙырҙылар. Сафтарыбыҙ әкренләп һирәгәйә башланы. Беҙҙең арала 31 – 32-се йылғылар бар ине. Уларҙы ФЗО-ға алдылар. 33-сө йылғыларҙан 7 – 8 кеше ҡалдыҡ. Уҡырға инмәһәм, ФЗО-ға китермен, тип уйланым. Мәғариф ми­нистрлығына тағы киттем. Секре­тарға инеп, министрға ниндәй үтенес менән килеүемде белдерҙем. Сәғит Әлибаевты, Хәйбуллаға уҡытыусылар конференцияһына китте, тинеләр. Миңә шул ғына етә ҡалды. Йүгерҙем мәктәп директорына. «Мәғариф министрлығында булдым. Мине уҡырға алыр­ға ҡуштылар. Сәғит Әлибаев әле Хәйбуллаға киткән», – тим директор Мөсәлиә Хәйрул­линаға. Ул ышанды. Интернат директоры Юзифа Ашраповаға, интернатҡа урынлаштырырға, тип записка яҙҙы. Шулай итеп, ныҡышып йөрөй торғас, әрһеҙлегем менән уҡырға инеп киттем. Йылдар үткәс, Мөсәлиә Ғәлиевна менән коллегалар булып киттек, БДУ-ла уҡыта башланыҡ. Шунда был хәйләм тураһында Мөсәлиә Ғәлиевнаға әйттем. «Һине уҡырға алып яңылышмағанбыҙ бит», – тине ул.
– Интернатты тамамлағас, бер ҙә Башҡортостандағы вузға уҡырға инмәгәнһегеҙ, сит өлкәләге юғары уҡыу йортон һайлаған­һығыҙ…
– 9 – 10-сыла уҡығанда республика китапханаһына йыш йөрөй торғайным. Тарих, юриспруденция өлкәһенә ҡағылышлы китаптар менән ҡыҙыҡһындым. Юрист эше ҡыҙыҡһындырҙы. Тарих уҡытыусыһы Ғирфанова апай: «Мәжитов, һинән бик һәйбәт тарихсы сығасаҡ. Юрислыҡҡа уҡырға барма», – тип әйтә торғайны. Мәктәпте уңышлы ғына тамамлағас, 2 – 3 синыфташым менән Пермь дәүләт университетына уҡырға инергә киттек. Өс имтиханды – «бишле»гә, икеһен «дүртле»гә бирҙем. Теге һабаҡташтарым уҡырға инә алмай ҡайтып китте. Мин бойороҡ көтөп ятам. Аҡса юҡ. Аптырап, уҡыр­ға инеү-инмәүемде белешеп, деканға индем. «Мин үҙемде студент итеп һанай аламмы, юҡмы? Имтихан һөҙөмтәләре буйынса 23 балл йыйғанмын. Уҡырға инмәгән булһам, миңә көтөп ятыуҙан файҙа юҡ», – тим. Декан: «Мәжитов, һине алмайынса кемде алайыҡ инде», – тигәс, күңелгә йылы йүгерҙе. Ҡайтырға аҡса булмағас, иғландарҙан күреп, археологик ҡаҙыныу эштәренә йөрөй башланым. 1 сентябргә тиклем был аҡса ла ярҙам булды. Һуңынан студенттар профсоюзына ла инеп, матди ярҙам алдым. Беҙҙең төркөм университетта яҡшы өлгәше менән айырылып торҙо. Бер йылы хатта бушлай Мәскәүгә барып ҡайттыҡ.
Студент йылдарындағы матди яҡтан мохтажлыҡ кисереүҙәрем, өҫкә кейергә кейемдең булмауы шул тиклем үҙәккә үтә ине. Шуға каникулдарымда гел археологик экспедицияларҙа эшләнем. 3-сө курста, ғилми хеҙмәткәр булараҡ, эш хаҡы ла ала инем инде. Тырышып эшләнем. Аҡса­һыҙ­лыҡ­тан, сараһыҙлыҡтан, әллә уҡыуымды ташлап ҡына ҡайтайым да китәйемме икән, тигән уйҙар ҙа башҡа килә ине. Ләкин түҙҙем, эшләп аҡса табырға тырыштым. Бына шундай бик ауыр ваҡыттар кисергәндән һуң, рәхәтләнеп фән донъяһына инеп киттем. Йәштән ҡаҙыныу эштәренә йөрөп, тәжрибә туплауым һуңынан уҡып бөтөп экспедиция етәксеһе булғанда ҙур ярҙам булды.
– Һеҙ танылған археолог, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында фәнни тикшеренеүҙәр үткәргән Отто Бадерҙа уҡығанһығыҙ, уның етәкселегендәге күп һанлы экспедицияла йөрөгәнһегеҙ. Был шәхес һеҙҙең фәнни эшмәкәрлегегеҙҙә ниндәй роль уйнаны?
– Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, бик һәләтле археолог, илдә тәүгеләрҙән булып Пермдә археология бүлеген булдыр­ған ғалим ул. Уның мине атайҙарса ҡурсалап йөрөүе, кәңәштәре тормошомда ныҡ ярҙам итте, шуға ла остазымды һәр саҡ тәрән ихтирам менән иҫкә алам.
Беҙҙең экспедиция отряды етәксеһе Чистин, ә мин уның лаборанты инем. Гел ятағыбыҙҙан урам аша ғына булған ашханаға инеп, һуғып алырға саҡыра ине. Бер тәңкәгә кәбеҫтә, бер стакан араҡы бирәләр. Бадер шуны белеп ҡалған да мине саҡырып алды. «Нияз, мы очень озабочены тобой. А ты знаешь, почему мы тебя отправили к Чистину на экспедицию? Чтобы ты его сдерживал», – ти асыулы ҡиәфәт менән.
«Отто Николаевич, я даю слово, я не дам повода, чтобы впредь вы повторили подобный разговор», – тинем. 1956 йылда уҡыуымды тамамлап, Өфөгә ҡайттым. Бадер 15 йыл буйына Башҡортостанға килде. Килгән һайын беҙҙең өйгә ҡунаҡҡа килә ине. Ошо ғүмерлек һабағы , ваҡытында мине иҫкәртеүе өсөн рәхмәт әйттем. Ғәҙәттә, археологик экспедицияларға 10 литрлап спирт бирәләр. Ғүмеремдә лә шуға йоғонманым.
– Һеҙҙең ғилми эшмәкәрлегегеҙҙең төп йүнәлештәре – тимер быуаты проблемаларын өйрәнеү һәм Көньяҡ Урал урта быуаты… Археология өлкәһендәге иң ҙур ҡаҙанышығыҙҙы нимә тип иҫәпләйһегеҙ?
– Отто Бадерҙың ғилми эҙләнеүҙәре таш быуатты тикшереүгә арналған. Мин дә ошо теманы дауам итермен тигәйнем. Бер ағай, Башҡортостан археологтары алдында иң ҡатмарлы бурыс – башҡорт халҡының боронғо тарихын тикшереү тора, урта быуаттың археологик ҡомартҡыларын тикшерергә кәрәк, тине. Таш быуат осорон ентекләберәк өйрәнергә ниәтләгәс, был теманан арыныу бик ҡыйын булды. Шулай итеп, бөтөнләй икенсе темаға тотондом. Миңә ғилми эҙләнеүҙәремдә археологик асыштар үҙенән-үҙе килеп торҙо. Бер көндө Фәндәр академияһына Мәҙәниәт министрлығынан Рәх­мәтуллин тигән ағай килеп инде. Мине эҙләй. «Черниковка биҫтәһендә нефть эшкәртеүсе завод төҙөлә. Шундағы Турбаҫлы ауылы уртаһында ҙур Ҡурғандар бар. Шунда тикшеренеү эштәре үткәрергә кәрәк ине», – тип мөрәжәғәт итте. Тәүәккәл­ләп эшкә тотондоҡ. Мин ике йыл буйына был урында эшләнем һәм 5 – 8-се быуаттарҙа Турбаҫлы тигән ҡәбиләләр йәшәгән төркөмдө астым. Улар – сығышы менән яңы эраға тиклем Уралдың дала өлөштәрендәге Яйыҡ ҡәбиләләре төркөмдәре. Өфөгә нигеҙ һалғандар. Убаларҙа ерләнгән кешеләрҙе, төрлө көршәктәр, алтындар, ат һөйәктәре таптыҡ.
Өфө – II ҡаласығын асыу ҙа иң ҙур табыштарҙың береһе. Фәндәр академияһында эш башлағас та ди­ректор саҡырып алды. Ул, Пушкин урамының Салауат Юлаев проспектына ҡараған кварталында ер эштәре алып барылған саҡта йыйылған табыштар 15 йәшниктә һаҡлана, шуларҙы тикшер әле, тине. Был минең өсөн ҙур хазина булды. Йәшниктә ошо урында йәшәгән кешеләрҙән ҡалған көршәк киҫәктәре, һөйәктәр һәм башҡа әйбер­ҙәр ята ине. Уларҙың ер ҡатламдарында нисек ятыуын белергә кәрәк булды һәм ошо кварталда 1957 – 1958 йылдарҙа археологик ҡаҙыныу эштәре алып барҙым. Табыштар һәм ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә был урында кешеләр­ҙең өҙлөкһөҙ йәшәгән һәм уларҙы боронғо Өфөгә туранан-тура ҡатнашлығы булған тигән фекергә килдем. Тәү башлап был ерҙәр­ҙә ур-соҡорҙар менән уратып алынған ҡаласыҡ булғанлығын асыҡланыҡ һәм беҙҙең хәҙерге Өфөбөҙҙөң тарихи нигеҙе булғанлығына инандым. Тарихи табыштарым хаҡында бер нисә мәҡәлә лә яҙҙым. Ул йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Төрлө бәхәстәр булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2005 йылға тиклем Өфө ҡаласығында археологик тикшеренеү эштәре алып барырға мөмкинлек булманы. 2009 йылда археологик эштәрҙе яңынан башланыҡ, ул әле лә дауам итә. Атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләре иҫ китерлек. Ҡаласыҡта бүрәнәләрҙән, яндырылған кирбестәрҙән төҙөлгән төрлө йорт эҙҙәре, алтын, көмөш әйберҙәр табылды. Ҡасандыр тормош ҡайнап торған мәҙәни ҡатламдың бай булыуы хайран ҡалдырҙы. Өс йыл эшләнек. Ике киң урам таптыҡ. Уларҙың киңлеге өс метр ине. Урамдарға бер нисә ҡат таҡта түшәлгән, унан хандар йөрөгән. Туғыҙ алтын киҫәге лә килеп сыҡты. Был алтындың составын тикшергән Свердловск геологтары Баймаҡ алтыны тигән фекергә килде.
Тикшеренеүҙәребеҙҙе аныҡлап дәлилләү өсөн ситтән дә эксперттар саҡырҙыҡ. Улар, Өфө – II ҡаласығы – 5 – 6-сы быуаттарҙағы Урал – Волга буйы төбәгендәге эре сауҙа-мәҙәни үҙәк, ул һаҡланылырға тейеш, тигән ҡарар сығарҙы. Был урында күмер киҫәктәрен дә күпләп таптыҡ. Австралия физиктары уны өйрәнеп, беҙҙең эраның III – IV быуаттар­ҙа барлыҡҡа килеүен асыҡ­ланы.Боронғо Өфө ҡаласығын табыу сенсацион асыш булды. Боронғо Уралдың серҙәрен асыуым – иң төп ҡаҙаныштарымдың береһе. Баш­ҡорттарҙың халыҡ булып ойошоуы, Уралда уларҙың ҡасандан бирле йәшәүе фәндә бик бәхәсле мәсьәлә. Таш быуат осоронда башҡорт халҡының ойошоуын иҫбатлай алған­мындыр, тип уйлайым.
– Һеҙ фән эшмәкәре генә түгел, йәмәғәт эше менән дә әүҙем шөғөлләнгән шәхес. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының тәүге рәйесе итеп һайлан­ған кеше…
– Көтмәгәндә мине 1995 йылда БДБҠ-ның рәйесе итеп һайланылар. Был, ғилми эш менән сағыштырғанда, иҫ киткес ҡатмарлы бурыс, яуаплы вазифа ине. Ҡоролтайҙың эш ысулдарын, бурыстарын, маҡсаттарын билдәләнек. Иң тәүҙә башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә, БДБ илдәрендә милләттәштәребеҙҙең милли ойошмаларын булдырҙыҡ. Шулай итеп, төбәктәр ме­нән Ҡоролтай кимәлендә бәйләнештәр булдырылды. Баш­ҡортос­тан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһына, милли мәсьәләләр буйынса үҙ фекере булған ғалимға эшләп китеүе ауыр булманы. Эшләй башлағас, шуны аңланым: баш­ҡорттарҙың 80 – 90 проценты үҙ тарихын белмәй, тигән фекер тыуҙы. Уларҙың милли үҙаңын уятырға, милләттәштәребеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә, бергә тупларға кәрәк ине. Ҡоролтай алдында торған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу дәүләт органдары менән бергә тығыҙ эшләүҙе талап итте. Халыҡ менән осрашып, улар­ҙың фекерен туплап, беҙ милләттәштәребеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе аҙмы-күпме йырып сыға алғанбыҙҙыр, тип уйлайым.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”