05.09.2013 Кейекбайҙа – сәскә байрамы
Кейекбай ауыл советы ауыл биләмәһендә матур саралар йыл әйләнәһенә үтеп тора. Быйыл да улар сәскә байрамы үткәреп, үҙҙәренә лә, килгән ҡунаҡтарға ла матур байрам яһаны. Ауыл хакимиәте башлығы Илшат Ғаяз улы Сәйфетдинов әйтеүенсә, апрелдә үк биләмәнең һәр ауылында йыйылыш үткәрелеп, тирә-йүнде таҙа тотоу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ауылдарҙы матурландырыу буйынса һөйләшеүҙәр булған. Башлыҡтың һәм ҡатын-ҡыҙҙар советының был изге ниәтен халыҡ дәррәү күтәреп алған. Быға миҫал булып бихисап өйҙөң баҡсаларында мең-мең төрлө гөл-сәскә балҡып ултыра.
Оҙайлы ямғырҙан һуң аяҙытып, көн ялтлап торһа ла, кейекбайҙар ауыл сараһынан ҡалмаған. Мәҙәниәт йортоноң эсе үҙе матур баҡсаны хәтерләтә: ниндәй генә гөлләмәләр яһап килтермәгән дә, ниндәй генә сәскәләрен тамашасы хөкөмөнә тапшырмаған уңғандар!
– Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында бөгөнгө кеүек сараларға иғтибарҙы бермә-бер арттырҙыҡ. Йәй дауамында халыҡтың баҡсаһын күҙәтә йөрөнөк. Кешеләр ят-ят гөлдәр һатып алып тәҙрә төптәрен биҙәне, өй алды баҡсаларында ла күҙ күрмәгән сәскәләр күренде. Кейекбайҙа өлөшләтә сүп-сар түгеү урынын рәтләнек, Ғәҙелгәрәйҙә Һарыла шишмәһенең рәшәткәһен яңырттыҡ, сентябрҙә Кейекбай мәсетен кәртәләп, буяп ҡуйырға иҫәп. Кесерткәнде бөтөрөү маҡсатында иғлан яҙып элдек. Яуын йыл булғас, уныһын да ике-өс мәртәбә йолҡторорға тура килде. Был эштәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә эшләнек, – тине Илшат Ғаяз улы, сараға килеүселәрҙе тәбрикләп.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р. Салауатова:
– Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәр ауылда ошондай сәскә байрамдарын үткәреүҙе эш планына индергәйне. Бөгөнгөгә ауаздаш саралар көнөнә ике-өс ауылда үтә. Бесән мәлендә ваҡыт табып, ошо байрамды күтәреп, биҙәп ултырғанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине.
Кейекбай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Сафина сараны бик йәнле итеп алып барҙы. Уның өс ҡыҙы ла талант эйәһе икән. Юлиәһе өҙҙөрөп бейеһә, Диниә менән Зилиә моңло итеп йырланы. Концерт һуңында төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Урындағы хакимиәт башлығы ҡулынан “Иң яҡшы хужабикә” тип танылған Сәриә Ырыҫҡолова, Дилара Хәлитова, Нәфисә Фәйзуллина, “Иң күп гөл үҫтереүсе” номинацияһында беренсе урын алыусы Сания Исламова, икенсе урын яулаусы Гөлдәр Сөләймәнова, Миңзәлә Ырыҫҡолова, өсөнсө урын алыусы Миңзәлә Мәхмүтова, Сания Алтыншина, “Иң күп сәскә үҫтереүсе” номинацияһы еңеүсеһе Хәҙисә Исламова, 2 – 3-сө урындарҙы бүлешеүсе Фәнүзә Хәлитова, Ғәбиҙә Туҡбаева, Зөлхәмирә Әминева, Зөлфиә Ҡулбирҙина, Фәниә Алтыншина, Розалия Хәлитова, “Иң яҡшы баҡсасы” тип танылған Фирҙәүес Ибраһимова, мәктәп, ФАП, мәҙәниәт йорто бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөндө. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы ағзалары Таһира Иманғолова, Шәүрә Сәлихова менән берлектә “иң-иң”дәрҙең баҡсаларын ҡарап сыҡҡас, ҡатын-ҡыҙҙар ауыл мәҙәниәт йортонда мул һыйлы сәй табыны ойошторҙо.
А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.
Автор фотоһы.