05.09.2013 ИҪКЕ СИБАЙ ҺӘМ МОСТАЙ АУЫЛЫ ТАҠМАҠТАРЫ
Мәҡсүтова Зөлхәбирә инәйҙең таҡмаҡтары
Магазинға алма килгән,
Йәшниккә тултыралар.
Аяҡ кейемдәрен йәлләп
Бейемәй ултыралар.
Тыр-тыр тырылдай
Тракторҙың арбаһы,
Таңғы йоҡоно йоҡлатмай
Әхмәрҙәрҙең ҡарғаһы.
Умывальник, умывальник,
Умывальник һыу һорай.
Кисә ҡулъяулыҡ биргәйнем,
Бөгөн таҫтамал һорай.
Алма һатыусылар килгән,
Үлсәүҙәре бармы икән?
Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр,
Мөхәббәткә бармы икән?
Зимагорға хат килгән:
“Утын бөттө, ҡайт”, – тигән.
“Утын бөтһә лә, ҡайтмайым,
Өй мөйөшөн яҡ!” – тигән.
Зимагорға хат килгән:
“Бесән бөттө, ҡайт”, – тигән.
“Бесән бөтһә лә, ҡайтмайым,
Һыйырыңды һат!” – тигән.
Зимагорға хат килгән:
“Улың тыуҙы, ҡайт”, – тигән.
“Улың тыуһа ла, ҡайтмайым,
Тағын берҙе тап!” – тигән.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Мирсәйет.
Уйнамайһың да, көлмәйһең,
Ник ултыраһың тексәйеп?
Бейе, әйҙә, бейе, әйҙә,
Бейеүеңә − бер бәрән.
Әгәр ҙә бейей белмәһәң,
Сығарам да ебәрәм.
Ҡамыр баҫҡан ҡоҙасаның
Ҡулы йәбешә икән.
Һеҙҙең яҡтың йыуасаһы
Майһыҙ ҙа бешә икән.
Фабрикалар шәл бәйләһә,
Шәлдәр бәйләмәҫ инем.
Һөйгән йәрем икәү булһа,
Береһен йәлләмәҫ инем.
Аяғыңдағы ботинкаң
Американский икән.
Һикереп төшөп бейеүҙәрең
Һайыҫҡанский икән.
Әтәстә лә кикерек,
Тауыҡта ла кикерек.
Был ҡоҙаға ни әйтәһең,
Үҙе төштө һикереп.
Сәй эсәләр үҙҙәре,
Тәҙ(е)рәлә күҙҙәре.
Май ашаған бесәй кеүек,
Ялтыраша күҙҙәре.
Һындыра баҫ, һындыра баҫ,
Һындыра баҫ таҡтаһын.
Һындыра баҫһаң таҡтаһын,
Совхоз түләй аҡсаһын.
Сәсем үҫкән, сәсем үҫкән,
Сәсем үҫкән тарарға.
Киткән юлдарыңа сығам,
Һағынғанда ҡарарға.
Эй, Әминә, Әминә,
Кәбәнеңә кәзә инә.
Әле ҡыуам, әле инә,
Тағы ҡыуһам, тағы инә.
Ана килә бер ҡуян,
Бына килә бер ҡуян.
Кеше ҡоҙаһына бара,
Мин дә барам да ҡуям.
Һат атыңды, һат һыйырың,
Алып ебәр кәзәкәй.
Алып ебәрһәң кәзәкәй,
Налогы ла бәләкәй.
Алай итергә кәрәк,
Былай итергә кәрәк.
Етер инде, ныҡ арыным,
Тамам итергә кәрәк.
Әминова Мәғәфүрә инәйҙең таҡмаҡтары
Йыуаһын да ашаныҡ,
Ҡуҙғалаҡ та ашаныҡ.
Герман һуғыш башлаһа ла,
Булдыҡ бит беҙ баштан ныҡ.
Бейек тауҙың баштарында
Күренеп тора таштары.
Сит ерҙәрҙә ятып ҡалды
Хәтһеҙ ирҙең баштары.
Тора-тора саҡ мендем
Ирәндектең ташына.
Гитлер һуғыш башлағайны −
Булды ҡара башына.
Бейек тауҙың баштарында
Йүгереп йөрөй бер бәрән.
Йүгереп йөрөгән бәрән кеүек
Үтте йәш ғүмер әрәм.
Эй, аттарым, аттарым,
Аттар еккән саҡтарым.
Аттарыма үкенмәйем,
Үтте йәшлек саҡтарым.
Һауаларҙа ҡаҙҙар килә,
Араһында − бер ҡара.
Аҡылың булһа, уйлап ҡара:
Был донъяла кем ҡала?
Иҫәһе ел иҫер инде,
Одеял ябынһам да.
Йәш ғүмерем кире ҡайтмаҫ,
Өҙөлөп һағынһам да.
Автомобиль килә ята,
Тейәгәндәр таш күмер.
Әкрен генә һиҙҙермәйсә
Үтеп киткән йәш ғүмер.
Беҙ үҫкәндә үҫкән инек
Тал тамырҙары кеүек,
Үҫеп еткәс, айырылыштыҡ,
Ҡош балалары кеүек.
Уйнап ебәр гармуныңды
Беҙ йырлаған көйҙәргә,
Беҙ йырлаған, һин уйнаған
Ҡалһын һағынып һөйләргә.
Гармун менән граммофондың
Көйөн оталмам инде.
Һин онотһаң – оноторһоң,
Мин оноталмам инде.
Гармун уйнай белә икәнһең,
Маладис ҡулдарыңа!
Аллы-гөллө сәскә атһын
Йөрөгән юлдарыңа!
Йәнбикә инәйҙең таҡмаҡтары
Ултырҙым үлән төбөнә,
Үлән төбө ҡалҡыта.
Ултырған үләнем көйҙө
Эсемдәге ялҡынға.
Өй артында баланым,
Көн дә йыйып аламын.
Кеше хәлен кеше белмәй,
Көн дә уйлап аламын.
Эшкә барған ерҙәремә
Косилкамды һөйәнем.
Тыуып үҫкән ерҙәргә
Ҡайтыр микән һөйгәнем?
Бөгөн ниңә төн ҡараңғы,
Әллә ай һүнгәнгәме?
Минең бәхеткәйем дә
Ай нурында һүнгәнме?
Башымдағы аҡ яулығым,
Бәйләһәм төйөн була.
Уйланмай ғына йөрөйөм,
Уйлаһаң, ҡыйын була.
Төркөм-төркөм ҡуйҙар килә,
Араһында бер ҡара.
Аҡылың булһа, уйлап ҡара,
Был донъяла кем ҡала?
Уйһыу ергә һыу йыйыла,
Унда ҡаҙҙар ҡойона.
Йәш ваҡыт − матур ваҡыт,
Сәскә булып тойола.
(Дауамы. Башы 8, 9-сы һандарҙа).