30.08.2013 «Евразия тауышы» яңғыраны
Был аҙнала Өфөлә «Евразия тауышы» милли тапшырыуҙарҙың Бөтә Рәсәй фестивале үтә. Былтыр был форум Бүрәтстанда «Алтай тулҡыны» исеме аҫтында ойошторолғайны. Быйыл эстафетаны иң полиэтник төбәк булған Башҡортостан ҡабул итеп алды. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы үткәргән сараның маҡсаты –телевидение һәм радио программалары араһында этнография һәм культурология темаһына арналған сағыу эштәрҙе асыҡлау.
Фестивалгә Рәсәйҙең 74 төбәк телерадиокомпанияһы һәм 53 студияһы 300-ләп проектын тәҡдим иткән. Сараның эксперт советы етәксеһе, конкурсҡа килгән эштәрҙе ҡарап сыҡҡан Гәүһәр Батталова әйтеүенсә, фестиваль күп талантлы журналистарҙы асыҡлаясаҡ. «Калининград, Төмән өлкәһе, Сыуашстан телерадиокомпаниялары хәбәрселәренең тапшырыуҙары бик көслө эшләнгән. Сценарийҙары, оператор, режиссер, компьютер графикаһы инженерҙарының эше жанр ҡанундарына тура килеп тора» , – ти ул.
«Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы программа», «Алып барыусының иң яҡшы эше» номинацияларына Башҡортостан журналистарының эше лә тәҡдим ителгән. Дөйөм алғанда, тапшырыуҙар иң яҡшы публицистик, нәфис, күңел асыу программаһы, иң яҡшы алып барыусы, режиссер, оператор эше номинацияларында баһаланасаҡ. Фестиваль – төрлө төбәктәрҙән йыйылған журналистар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ла. Танылған кинорежиссерҙар, телевидение алып барыусылары, продюсерҙар улар өсөн оҫталыҡ мәктәбе үткәрҙе. «Евразия тауышы» фестивале еңеүселәренең эштәре Башҡортостан телевидениеһы аша күрһәтеләсәк.
Форумды ябыу тантанаһы бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында була.
З. ХӘСӘНОВА.