23.08.2013 Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙер
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев журналистар менән осрашты
Белеүегеҙсә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 8 сентябрҙә республика парламентының бишенсе саҡырылыш депутаттарын һайлау үтәсәк. Бөгөн был сәйәси кампанияның төп этабы – кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү – эштәре атҡарылған. Һайлауҙа ҡатнашасаҡ 12 партиянан кандидат исемлеге теркәлгән. Дәғүәселек ярайһы көслө генә. Һайлауға әҙерлек һәм уны лайыҡлы уҙғарыу, кампанияның башҡа дөйөм мәсьәләләре тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев һөйләне.
– Һайлау кампанияһы башланған көндән алып ошо ике ай эсендә ниндәй эштәр башҡарылды?
– БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек беҙҙең өсөн, йәғни ойоштороусылар өсөн, 2012 йылдың көҙөндә үк башланды тиергә мөмкин. Һөҙөмтәлә республикала 3 452 участка һайлау комиссияһы төҙөлдө. 55 бер мандатлы һайлау округында 391 кандидат теркәлде, икәүһе үҙ кандидатураһын алды, бюллетендә 389 кандидат, шуларҙың 17-һе үҙ-үҙен күрһәтеүселәр, ҡалғандары – сәйәси партияларҙан.
Бөгөн өс телдә бюллетендәр баҫыла. Барлығы 6 миллион да 14 мең бюллетень әҙерләнә (80 проценты рус телендә, 370 200 дана – башҡорт-рус, 237 600 дана – татар-рус телдәрендә).
Тауыш биреү көнөндә үҙ участкаларына килә алмаған һайлаусылар өсөн махсус талондар – “открепительный”ҙар ҙа әҙер. Уларҙы 24 – 28 августа – территориаль участкаларҙан, ә 29 августан һуң участка һайлау комиссияларынан алырға мөмкин.
– 8 сентябргә тиклем тағы ла ниндәй эштәр ҡалды?
– Комиссияларға һайлаусылар исемлеге менән эшләйһе бар әле. 28 августа участка һайлау комиссияларында исемлектәр буласаҡ. Һайлау хоҡуғы булған һәр граждан унда мөрәжәғәт итә ала. Депутатлыҡҡа кандидаттарға килгәндә, бөгөн партия исемлегендә булған кандидаттарҙың үҙ кандидатураһын алыу мөмкинлеге тамамлана.
– Был һайлауҙа 12 сәйәси партия ҡатнаша, кандидаттар һаны ла күп. Бының ниндәйҙер ҡатмарлылыҡтары бармы?
– Эйе, был юлы исемлек оҙон. Рәсәй парламенты партияларынан тыш, башҡа әүҙем эшләүселәре лә, яңылары ла етерлек. Теүәлерәк әйткәндә, “Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы”, ”Социаль теләктәшлек партияһы”, ”Гражданлыҡ платформаһы”, ”Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы”, ”СССР-ҙа тыуғандар” һәм “Ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы”н атарға кәрәк.
Дөйөм алғанда, республикала фирҡәләрҙең әүҙемлеге күҙәтелә. Һайлау комиссиялары ла улар менән демократик юҫыҡта эшләргә тырыша. Комиссияларҙың ишектәре һәр кем өсөн асыҡ.
– Партиялар, кандидаттар күплеге дәғүәселектең дә көслө булыуы хаҡында һөйләйҙер.
– Был һайлауға ҡыҙыҡһыныу көслө. Эйе, конкуренция бар. Округтарҙан сығып күҙ һалғанда ла, мәҫәлән, дүрт округта бер мандатҡа 11 кандидат дәғүә итә, өс округта – 10, тағы өс округта – 9, һигеҙәр, етешәр кандидат тура килгән төбәктәр бар. Был ҙур ҡалаларға ғына хас түгел.
Депутатлыҡҡа төрлө һөнәр эйәләре, хатта ваҡытлыса эшһеҙҙәр һәм йорт хужабикәләре лә күрһәтелгән. Кандидаттар араһында 407 ҡатын-ҡыҙ бар. Дәүләт Думаһының өс депутаты ла мандат өсөн тауыш йыйырға әҙерләнә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың дүртенсе саҡырылышындағы 36 депутаты ла, урындағы советтарҙың 75 депутаты ла исемлеккә ингән.
– Ә физик мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусылар нисек тауыш бирәсәк, уларға уңайлылыҡтар булдырылғанмы?
– Башҡортостанда бындай категорияға ингән һайлаусыларға булышлыҡ итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Район-ҡала башлыҡтары, Пенсия фондтары, халыҡты социаль яҡлау органдары, урындағы инвалидтар ойошмалары, ветерандар советтары менән ныҡлы бәйләнештә эшләргә тырышабыҙ. Бынан тыш, күп төбәктә “Уңайлы мөхит” (“Доступная среда”) программаһы эшләй. Ул физик мөмкинлектәре сиклеләргә шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Был һайлауҙа күреү һәләте сикле граждандар өсөн биш махсуслаштырылған участка эшләйәсәк. Улар – Өфөнөң Киров районында, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Бәләбәйҙә икәү. Әлеге участкаларҙа һуҡырҙар күп. Шулай уҡ барлыҡ насар күреүсе инвалидтар өсөн республиканың һәр участкаһында оптик коррекция яйланмалары әҙерләнгән. Коляскала ултырыусы инвалидтарға ла шарттар булдырыла. Пандустар, рельстар, тотонғостар, һайлау участкалары ишектәренә ҡыңғырауҙар ҡуйыла.
Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһының “Һайлау участкаһына юл” пилот проектына ярашлы, республикала 1906 инвалид паспорты төҙөлгән. Бында һайлаусының тауыш биреү урынына барыу юлдары, осраясаҡ кәртәләр ентекле күрһәтелгән, тағы ла ошондай 28 мең паспортты тултырырға кәрәк.
– Был һайлауҙа ла “ҡыҙыу линия” эшләйәсәктер?
– Әлбиттә. Ул беренсе июлдән үк эшләй. Һайлаусыларға тауыш биреү буйынса үҙҙәрен борсоған теләһә ниндәй һорауға ла яуап алырға мөмкинлек бар. “Ҡыҙыу линия” телефоны: 8 – 800 – 347 – 54 – 54. 30 авгусҡаса эш көндәрендә 16.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, 2 – 7 сентябрҙә эш көнө буйына, 8 сентябрҙә 8.00 – 20.00 сәғәт арауығында шылтыратыуҙар ҡабул ителә.
– 8 сентябрь – ауыл хужалығы, баҡсасылар өсөн ҡыҙыу эш мәле. Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлаусылар әүҙемлеген нисек фаразлайһығыҙ?
– Эйе, бер яҡтан был – йәкшәмбе, әгәр көн матур булһа, күптәр өсөн мәшәҡәтле, уңыш йыйыу осоро. Беҙ халыҡтың әүҙемлегенә ышанабыҙ. Актив тормош позицияһында булған, үҙ һүҙен әйтергә теләгән, киләсәккә битараф булмаған кеше мотлаҡ һайлау участкаһына килергә ваҡыт табасаҡ. Ә кем власты, депутаттарҙы, ғөмүмән, ҡоролошто әрләргә ярата, уларҙың килмәүе лә бар. Беҙҙең өлкән быуын һәр саҡ әүҙем булды. Улар мотлаҡ тауыш бирергә яйын табыр. Йәштәргә лә өмөт бағлана.
Ә Берҙәм тауыш биреү көнөнә килгәндә, ул ойоштороусылар өсөн уңайлы. Учаскалар биналарын йылытыу, яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итеү кәрәкмәй, юлдарҙы ҡарҙан да таҙартырға түгел. Беҙҙә үтә төпкөл тораҡ пункттар юҡ тиерлек. Был илдең гражданы икәнһең, һин бындай сараларҙан ситтә ҡалырға тейеш түгелһең.
Шуны әйтке килә: әҙерлек менән ҡәнәғәтбеҙ, сараның лайыҡлы үтеренә һәм шулай уҡ республика мәнфәғәтенә лайыҡлы эшләрлек кандидаттарҙың депутат булып һайланырына ышанабыҙ.
Әйткәндәй
Республика парламентына депутаттар һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреүгә “Гражданлыҡ контроле” (“Гражданский контроль”) ассоциацияһы активистары ла әҙер. Был ижтимағи ойошма рәйесе Валерий Аббасов белдереүенсә, профессиональ юристар, һайлау процесы буйынса махсус белемлеләр 8 сентябрҙә тауыш биреү барышын ғына түгел, ә булыуы ихтимал закон боҙоуҙарҙы ла юридик йәһәттән күҙәтеп-теркәйәсәк. Әлбиттә, күҙәтеүселәр ҙә эшләйәсәк, әммә улар күбеһенсә үҙ партиялары мәнфәғәтенән сығып эш итәсәк, ти ойошма рәйесе. Ә “Гражданлыҡ контроле” ағзалары иһә бары тик һайлаусы мәнфәғәтен генә ҡарай. Әле бында 300 самаһы юрист. Улар өсөн Адвокаттар гильдияһы уҡыу ҙа ойоштора. Хоҡуҡ һаҡлаусылар күҙәтеүенсә, бөгөн Үҙәк һайлау комиссияһы үҙ эшен лайыҡлы башҡара, һайлау марафонында ҡатнашыусыларға баҫым юҡ.