23.08.2013 Йыһан нисек бар булған һәм унда тәртипте кем тота?
Һәр замандың ғалимдары Йыһан серҙәрен сисеү хыялы менән яна. Күпме ғалим тикшерә, шул тиклем һығымта, фараз һәм бер ни тиклем уйҙырма ла бар. Генетик код универсаль булған кеүек, Йыһандың да коды булырға тейеш бит. Күк йөҙөндәге бөтә нәмә шул тиклем тәртиптә урынлашҡан һәм йөрөй, һәр береһе, һис шикһеҙ, программаға һалынған. Ул программа 15 миллиардлап йыл элек, Ҙур шартлауҙан һуң, башлана тиһәләр ҙә, хәҙер күп ғалим был теорияны инҡар итә. Барыбер ҙә Йыһан ҡасандыр, ҡайҙандыр башланырға тейеш түгелме икән ни?
Әле ғаләм киңәйеү процесында. Галактика тупланмалары араһы үҫә, улар бер-береһенән алыҫая.
Йыһан ике материянан тора…
Карпат буйы дәүләттәренең береһендә йәшәүсе Евгений Сарана исемле үҙ аллы тикшеренеүсе Йыһан төҙөлөшө буйынса гипотезаларын тәҡдим иткән. “Вселенная-Абстракция” тип йөрөтәләр уны. Быға ярашлы, Сарана әфәнде шуны раҫлай: ғаләм “ҡара материя”ның ике төрлө торошонан ғибәрәт. Бер торошта материя тулы абсолютта, йәғни нуль хәлендә. Икенсеһендә – хәрәкәттә. Хәрәкәт башланыу менән материялар ҡыҙа, бәрелешә, шартлай һәм яҡтылыҡ, тауыш, энергия барлыҡҡа килә. Йәғни, хәрәкәтләнеүсе ҡара материя өлөшсәләре яҡтылыҡ тыуҙыра. Шулай итеп, Сарана йыһандың фундаменталь ҡанундарын атай, 0 +1-2-3-4-5-6-7 ‒ һәм артабан шулай сикһеҙ дауам иткән формуланы сығара ла: ”…Материя мәңгелек, ә ул тыуҙырған формалар бер туҡтауһыҙ үҙгәрә”, – тип һығымта яһай. Уныңса, Ҙур шартлау ваҡытын белеү мөмкин түгел. Бәлки, 15 миллиард йыл элек беҙҙең яҡтылыҡ-энергетика донъяһы башланғандыр, ә материяның абсолют нуль торошондағы өлөшө өсөн ваҡыт төшөнсәһе булырға тейеш түгел. Йыһан төҙөлөшөнөң был яңы теорияһы уның асҡысын ысынлап та табырмы? Әлегә раҫлауҙар бик ауыр.
Нимәнән
ғибәрәт ул код?
Код – тетраэдр. СССР астрофизигы, техник фәндәр докторы В. Карасев та Йыһан кодын асыҡлау буйынса ғилми эштәре менән билдәле. Ул ҡатмарлы формулалар ярҙамында кодтың ниндәй сүрәттә булыуын билдәләргә тырышҡан. Баҡһаң, Йыһандың генетик асҡысы нигеҙендә йондоҙҙо хасил иткән тетраэдр ята икән. Тетраэдр – күп ҡырлы геометрик фигура, дүрт өсмөйөшлө, алты яҡлы. Йондоҙло тетраэдр күп халыҡтың, диндәрҙең символын тәшкил иткән тәрене хәтерләтә. Уның эсендә ике спираль рәүешендәге код ята. Шундай ДНК һәр системаға ла һалынырлыҡ ҡануни күренеш, имеш. Берҙәм универсаль закон тип йөрөтә уны ғалимдар. Шулай булғас, Йыһандың генетик коды ла бер-береһенә үрелгән ике спиралдән торалыр, тип фараз итәйек. Тик ул спираль тетраэдрҙарҙың эҙмә-эҙлекле һәм параллель тоташыуынан торорға тейеш.
Код фракталь. Ҙур Йыһандағы бөтөн процестарҙы төплө өйрәнеү беҙҙең аңға ауырыраҡтыр. Йыһан ҡанундары өйрәнеп етмәгәнлектән, ул беҙгә абстракция кеүек күренә. Йыһанды фракталь (бер үк төрлө өлөштәрҙән торған геометрик фигура) кимәлдә ҡарап та тикшерәләр. Ер Ҡояш тирәләй әйләнә, Ҡояш – галактика буйынса, галактика ғәләмәт ҙур “ҡара тишек” буйлап әйләнә һәм артабан шулай сикһеҙ әйләнештәр дауам итә. Йыһан бер-береһенә ҡушылған һанһыҙ фракталь материяларҙан төҙөлгән. Баяғы Ер – Ҡояш – Галактика – Кластер һ.б. Әлбиттә, бөгөн Йыһандың һәр аспектын һүрәтләп бирерлек математик модель йә теория юҡ. Фракталь теория ла академик фән “үренә” тиклем барып етмәгән әле. Шулай ҙа фракталь геометрияны тәбиғәт геометрияһы тип атарға мөмкин. Сөнки миҫалдарҙы һәр ерҙә осратырға була – раковина спиралдәрендә, сәскә таждарында, бал кәрәҙҙәрендә. Молекулалар формаһын йә шул уҡ галактикаларҙы ҡарап та “үҙ-үҙенә оҡшаш” нәмәләрҙе күреү ҡыйын түгел. Тап шул, йәғни фракталь структура Йыһандың генетик коды, ти бер төркөм ғалим.
Тағы шуныһы: Ер халыҡтарының барыһының да яҙмаһы Йыһан коды менән бер тамырҙан. Космос закондары бөтөн космос өсөн бер булғанлыҡтан, был ергә лә, матди һәм рухи донъяға ла ҡағыла. Код символдары геометрик фигураларҙы хасил итә. Ваҡыт үтә килә, халыҡтарҙың алфавиты айырылып, код тамырҙары юғала бара, тик боронғо мысырҙар, шумер, майя, хәҙерге ҡытайҙар һәм япондар ғына иероглифтарында бер аҙ символика өлөштәрен ҡалдыра.
Коллайдер Йыһан серен асасаҡ
БАК (Большой адронный коллайдер) тураһында ишеткәнегеҙ бармы икән? Франция менән Швейцария сиге араһында 50 – 175 метр самаһы тәрәнлектә урынлашҡан ул. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк: был системаның ерҙе “күккә осороуы” ла мөмкин икән.
Коллайдерҙа 1232 үтә тиҙ үткәргес 14,3 метр оҙонлоғондағы, 3,5 тонна ауырлығындағы магнит ҡуйылған, температура 271 градус. Туннель эсендәге кабель-сымдарҙы, уларҙың ниндәй технологияла икәнен һанап торорға ла түгел – барыһы ла суперзаманса. Нимәгә кәрәк һуң ул БАК? Баҡһаң, ғалимдар Йыһанды тәрәндән өйрәнмәксе икән. Теүәлерәк итеп әйткәндә, Йыһандағы етмәгән антиматерияның серен асмаҡсылар. Ҙур шартлауҙан һуң материя менән антиматерия нисбәте бер булырға тейеш, тигән теория бар. Күренеп торған материя Йыһандың дүрт процентын ғына тәшкил итә, имеш. Ә ҡара материя, “ҡара тишек”, ҡара энергия – быларҙың барыһы ла ғалимдарҙың “баш ауыртыуына” әйләнгән, асылмаған серҙәр етерлек.
Адрондарҙың, йәғни үҙ-ара ныҡ тәьҫир итешеүсе өлөшсәләрҙең, бәрелешен тикшереүсе БАК-та 100-ләгән илдең 10 мең ғалимы эшләй. Төп һорау: өлөшсәләр ҡайҙа оса һәм ниңә тап шулай оса? Ғаләм хәрәкәтен шулай тикшермәкселәр. Әйткәндәй, коллайдер менән эксперимент “ҡара тишек” барлыҡҡа килтереп, шул Ерҙе йотасаҡ, тип тә ҡурҡалар икән.
Галактикалар ҡайҙа йүнәлә?
Ҙур шартлау тураһында һүҙ йөрөткәндә, уны түбәндәгесә күҙаллайҙар: бик бәләкәй һәм бик тығыҙ нимәлер ҡапыл ғына шартлаған һәм киңәйеп, әлеге йыһаныбыҙ барлыҡҡа килгән. Ә барыбер барлыҡҡа килеү процесын аңлау мөмкин түгел. Йыһан берәү генә лә түгел, ә улар бихисап. Етмәһә, ғалимдар асыҡлауынса, улар барлыҡҡа килеп тора, бер-береһе менән бәрелешә, ҡайнар һыу күперектәре кеүек шартлап тора, имеш.
Бер нисә йыл элек НАСА-ның бер төркөм ғалимы 800-ләп алыҫ галактика өйкөмөн тикшереп, ҡыҙыҡ хәлгә юлыҡҡан: галактикалар барыһы ла бер йүнәлештә, космостың билдәле бер өлөшөнә табан оса икән. Тиҙлектәре секундына 1000 саҡрым булыуы ла иҫәпләп сығарылған. “Ҡара ағым” (”темный поток”) тип исем бирелгән был хәрәкәткә. Тикшерә торғас, ағымға 1400 галактика ҡушылыуы билдәле булған. Йүнәлгән урын беҙҙең Йыһандың бер сигендә. Уның артында йә материяны һурып торған бер ғәләмәт ҙур масса бар йә галактикаларҙы икенсе бер Йыһан “йота”.
Астрофизиктар беҙҙең Йыһандың ниндәй формала булыуын да асыҡлаған. Ул биш мөйөшлө “туҡымаларҙан” (фән телендә – додекаэдр) тегелгән футбол тубын хәтерләтә. Ҙурлығы ла билдәле – бер осонан икенсеһенә ни бары… 70 миллиард яҡтылыҡ йылы. Ә уның сигендә ниҙәр барын асыҡларға кәрәк әле.
Әйткәндәй
Дини тәғлимәттәр буйынса барыһы ла ябай. Исламда Ер, Йыһан һәм Ғаләмдәр хужаһы – Аллаһ. Изге китапта, Ҡөрьәндә, был турала йыш телгә алына (“Бәҡарә”, ”Аш табыны”, ”Юныс”, ”Бәйғәмбәрҙәр”, ”Лоҡман”, ”Күк күкрәү”, ”Таратыусылар” һ.б. сүрәләрҙә). Бөтөн нәмәне барлыҡҡа килтереүсе үҙенең “ижадын” тәртипкә һалған һәм уларҙы күҙәтеп тора. Мәҫәлән, “Бәҡарә” сүрәһенең мосолмандар ”Аятел-Көрси” тип йөрөткән 255-се аятындағы һуңғы һөйләмендә былай тиелә: “…Уның тәхете күктәр һәм ерҙе солғап алған һәм уларҙы күҙәтеп-һаҡлап тороу Уға ауыр түгелдер”.
“Әл-Хижер” сүрәһенең 16-сы аяты: ”Беҙ күктә йондоҙлоҡтар яһаныҡ һәм ҡараусылар өсөн уларҙы биҙәкләнек”.
”Ғимран” сүрәһенең 29-сы аяты: ”Күрмәнеңме ни: Аллаһ көндө төнгә кертә, Ҡояшты һәм Айҙы буйһондора – барыһы ла билдәләнгән ваҡытҡа тиклем йөрөй…”
Бында Йыһан асҡысының, йәғни кодының кем ҡулында булыуы аңлашылалыр.
Айсын АҠБУЛАТОВА.