23.08.2013 Хәйбулла шахтерҙары эшһеҙ булмаясаҡ
“Шахтер” тиһәләр, Донецк, Кузбасс кеүек ҡеүәтле ташкүмер бассейндары күҙ алдына килә. Башҡортостанда шахталар бик күп түгел, әммә “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан “Юбилейный” ятҡылығы асылғандан бирле Хәйбулла районында шахтер һөнәре киң таралғандар рәтенә инде.
Билдәле булыуынса, һәр эре ятҡылыҡ мәғдәндең күләме, уны табыу ысулының ҡулайлығы, нисбәте буйынса башҡаларынан айырылып тора. Шуға ла мәғдән ер өҫтөнә йә карьер, йә шахта ысулы менән сығарыла. “Юбилейный” ятҡылығының тарихында ер өҫтөнә яҡын ятыусы мәғдәнде карьер, фабрика ысулы менән сығарыу булды инде. Хәҙер иһә 100 миллион тоннанан ашыу баҡыр мәғдәне шахта ысулы менән сығарыла башлаясаҡ.
Уҙған йылдың 30 апрелендә “Юбилейный” ятҡылығы майҙансығында шартлау яңғырай. Был шартлау юҡҡа сығарыусы түгел, киреһенсә, барлыҡҡа килтереүсе була. Ошо тәүге шартлау ер аҫты руднигын хасил итеүсе тәүге шартлау иҫәпләнә.
– Буш ерҙә рудник барлыҡҡа килтереү ауыр булды, – тип хәтерләй ул ваҡытты шартлатыу эштәре бүлеге начальнигы Руслан Рауил улы Юнысов. – Шулай булһа ла, уңышҡа ирешәсәгебеҙгә ышаныс ҙур ине. Күп проблеманы, килеп тыуған мәсьәләне урында, эш барышында хәл итергә тура килә торғайны. Яйлап эш ыңғайлап китте.
“Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тау-капиталь эштәр участогында тәүлек әйләнәһенә эш ҡайнай. План буйынса, ер аҫты руднигын төҙөүҙе тиҙләтеү маҡсатында, тура төшөүсе шахта үҙәге менән бер рәттән, мәғдән ятҡылығын ауыш шахта төҙөү ысулы менән табыу ҙа ҡаралған. Был ысул ярҙамында тәүге йылдарҙа эш актив алып барыласаҡ.
Бөгөнгә карьерға ауыш шахта ысулы менән инеү порталы реконструкция кисерә. Эш темпы йылдамлана: бер йылда шахтерҙар 1070 метр ара үтеп, 23 мең кубометр тау массаһын ер өҫтөнә сығарҙы. Бер үк ваҡытта “Көньяҡ елләтеү” һәм “Клетьевой” шахталары үҙәктәрен тәрәнәйтеү дауам итә: бөгөнгә тәүгеһе – 200 метр, икенсеһе 240 метрҙан ашыу тәрәнлеккә еткерелгән. Шулай уҡ ошо көндәрҙә таусылар “Төньяҡ елләтеү” шахтаһын төҙөй башланы: планда йыл аҙағына тиклем был яңы шахтаның оҙонлоғон бөтә инженер коммуникациялары менән йыһазлап, 40 метрға тиклем еткереү ҡаралған. Предприятиеның баш белгестәре киләһе өс йылда шахтаның тәрәнлеген 1130 метрға еткереп, лебедкаларҙы тулы ҡеүәткә файҙаланыуға өлгәшергә ниәтләй. Был рудникка быйыл ғына 1,4 млрд һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән. 2014 йылға иһә ер аҫты руднигы тәүге мең тонна мәғдәнде ер өҫтөнә сығарып, киләһе бернисә тиҫтә йылға Хәйбулла шахтерҙарын эш менән тәмин итәсәк
Айгөл ИШБУЛАТОВА,
“Башҡорт баҡыры” яуаплылығы
сикләнгән йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе.