23.08.2013 ИҪКЕ СИБАЙ ҺӘМ МОСТАЙ АУЫЛЫ ТАҠМАҠТАРЫ
Беҙ, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттарынан торған бер төркөм профессор Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендә 2012 йылдың йәйендә Баймаҡ районына фольклор экспедицияһына барғайныҡ. Беҙҙе бында ике нәмә − баймаҡтарҙың ихлас ҡунаҡсыллығы һәм йыр-таҡмаҡҡа маһирлығы таң ҡалдырҙы. Уларға рәхмәт йөҙөнән, шунда яҙып алынған йыр, таҡмаҡтарҙың бер өлөшөн гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
Әлмөхәмәтова Бибинур
инәйҙең таҡмаҡтары
Улай итеп алайыҡ та,
Былай итеп алайыҡ.
Байрам кисәләрен асып,
Таҡмаҡ әйтеп алайыҡ.
Тормошобоҙ − шөкөр әле,
Зарланмайбыҙ шулай ҙа.
Пенсияны көтә-көтә,
Көн итәбеҙ ҡалай ҙа.
Уйнайыҡ та, бейейек тә,
Бөгөн кисәге кеүек.
Их, үҙемдең туғандарым
Алма киҫәге кеүек.
Торорома мөйөш бар,
Ашарыма көйөш бар.
Йырлап-бейеп тик йөрөйбөҙ,
Башҡа беҙҙең ни эш бар?
Фәриҙә инәйҙең Төйәләҫкә арнап сығарған йырҙары
Төйәләҫ кеүек ер ҡайҙа,
Төйәләҫ буйының, әй, һауаһы
Тәнгә рәхәт, йәнгә ҙур файҙа.
Төрлө ҡоштар тауышын
ишетәм тип,
Төйәләҫ буйын буйлаһам,
Эскенәйем боша, йөрәгем яна,
Уҙған ғүмеремде уйлаһам.
Төйәләҫ, һинең һыуың һалҡын
Эстениһәм, һыуһыным ҡана.
Төйәләҫ, һине маҡтап йыр
сығарҙым,
Мин үлһәм дә йырым ҡала.
Төйәләҫ һыуына баҫма һалдым,
Әкрен атлап үтегеҙ.
Йырҙарымды яҙып ҡалдырайым,
Иҫтәлек тә итеп тотоғоҙ.
Бесән саба барҙыниһәм,
Һайрай һандуғасҡайым.
Бесән сабып кис булды,
Йырлай-йырлай инде ҡайтайым.
Беҙ икәү күп йәшәнек бергә,
Һеҙ һау сәләмәт булығыҙ.
Беҙҙән һеҙгә шул үтенес −
Онотмағыҙ, иҫкә алығыҙ.
Үткән ғүмер үтте инде,
Маңлайҙар инде һырлы.
Тиңдәштәрем күптән китеп бөттө,
Ә мин имән кеүек тамырлы.
Ҡарап торам да алыҫтарға,
Өмөт итәм яҡшы көндәргә.
Тәбиғәтем үҙе көс-ҡеүәт бирә
Бирешмәҫкә ыжғыр елдәргә.
Һикһән йәшем күптән тулып үтте,
Ейәндәрем баҫты аяҡҡа.
Был ҡыуаныс кемгә тейә тиеп,
Шөкөр итәм, уйлап шул хаҡта.
Ауырлыҡтар артта ҡалды инде
Һаулыҡ бирһен инде ҡартлыҡта.
Эй, Хоҙайым, һуғыш күрһәтмәсе,
Ҡалған ғүмерем үтһен шатлыҡта!
Кеше сыҙай, кеше түҙә,
Еңмәҫте лә хатта ул еңә.
Ләкин етте тигән көндө
Ғүмер етмәй ҡала − ул һүнә.
Беҙ урамдан үткән саҡта,
Күтәрелде томандар.
Донъя хәлен белеп булмай,
Хуш булығыҙ, туғандар!
Аллы-гөллө сәскә атҡан
Гөлдәр ҙә була икән.
Эсең бошоп, йөрәк янған
Көндәр ҙә була икән.
Ал сәскә була алманым,
Гөл сәскә була алманым.
Йәйҙең йәмле көндәрендә
Ауылда була алманым.
Иртәнсәккәй тороп һыу
буйланым,
Һыу тауышҡайҙарын тыңланым.
Һыу тауышҡайҙарын
тыңланым да,
Үткән ғүмеремде уйланым.
Ал сәскәм дә бар минең,
Гөл сәскәм дә бар минең.
Һеҙҙе һағынып илаған
Көндәрем дә бар минең.
Аға һыуҙар, аға һыуҙар,
Аға һыуҙар гел шулай.
Аҡҡан һыуҙар кире аҡмай,
Был ғүмерҙәр ҙә шулай.
Самауырым еҙ генә,
Ҡайнауҙары тиҙ генә.
Иң ҡәҙерле ҡунаҡтарым −
Балаларым, һеҙ генә.
Ағиҙелкәй тулҡынлана,
Тулҡынлана, ҡотлана.
Баҫып һайрар талы һынһа,
Һандуғас та моңлана.
Байтимерова Мөкәрәмә
инәйҙең таҡмаҡтары
Германдарҙың ҡапҡаһы −
Алмағастың ҡапҡаһы.
Ҡапҡаларын онтап ҡайтты
Беҙҙең совет һалдаты.
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Зөләйха.
Сәй ҙә бөттө, мәй ҙә бөттө,
Ҡайтып китегеҙ, әйҙә.
Әйҙә бейей, әйҙә бейей,
Эйәгендә һаҡалы.
Эйәгендә һаҡалы ла
Аяғында − бәкәле.
Һаҙға томан төштө инде,
Һаҙҙа ҡарағат беште инде.
Талдан нәҙек билкәйемә
Ҡайғылар төштө инде.
Йәшел үләндәр йәбешкән
Атамдың аяғына.
Матур итеп бейеп йөрөй −
Маладис аяғыңа.
Тыпыр-тыпыр бейегәндә,
Ауыртмаймы тәпәйең?
Һинең былай бейеүеңде
Беләме икән әтәйең?
Беҙ, бәләкәй саҡтарҙа,
Һикереп мендек аттарға.
Ағай үлеп, еңгә ҡалһа,
Ебәрмәнек яттарға.
Алма баҡсаһына инеп,
Алмаға үрелдеңме?
Матурлыҡ өләшкән саҡта,
Һин алдан йүгерҙеңме?
Эйе, эйе, тигәндә,
Эйелдерә башығыҙ.
Тырата, тигәндә,
Суҡындыра башығыҙ.
Ринат ағайҙың таҡмаҡтары
Биш бала үҫтергән инем,
Шуба кейермен тейеп.
Улар миңә бишмәт бирҙе,
Ямап кейерһең, тиеп.
Кеше, байығайым, тиһә,
Әтәсе күкәй һала.
Яңғыҙ ҡара тауығым бар,
Ул да күршегә һала.
Бер сеүәтә арышым бар,
Сәмәкәйен ҡояйым.
Асығып үлмәҫмен әле,
Бирер әле Хоҙайым.
Ралина Ғөбәйҙуллина менән Эльвина Йомағужина
яҙып алды.