RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

23.08.2013 Вәғәҙә – иман

Вәғәҙә – иман йәки Ҡыҙҙар, үҙ баһағыҙҙы төшөрмәгеҙ!
Сыбыҡ осо туған тейешле ағайым бар. Үҙе һылыу, үҙе йор һүҙле. Дүртенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫһа ла, ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Артынан һәр саҡ бер көтөү ҡыҙ сабыуын да яҡшы беләм. Берәйһе менән аҙна-ун көн аралаша ла – вәссәләм, эҙен һыуыта. Әллә хур ҡыҙын көтә инде, һаман да һайланыуын белә. Ә бер көндө ул ни өсөн һаман да өйләнергә йөрьәт итмәүе тураһында һөйләне.
Раушания менән студент саҡта таныштым. Практика үтергә килгән ойошмала сәркәтип булып эшләй ине. Һомғол буйлы, алсаҡ ҡыҙға ғашиҡ булдым. Һүҙ артынан һүҙ ялғанып, һөйләшеп киттек. Киноға саҡырғайным, шундуҡ риза булды. Шулай итеп, осраша башланыҡ. Быға тиклем бер ҡыҙ менән дә етди аралашмай инем, ә Раушания күңелемә ныҡ ятты.
Техникумды тамамлағас, тәүҙә әрмегә барырға булдым. Тиң­дәштәремдең күптәре төрлө сәбәп табып, унан ҡасыу юлын эҙләне. Ә мин, киреһенсә, донъя күрергә, һалдат һурпаһын татырға теләнем. Атайым 70-се йылдар уртаһында Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән. Уның әрме фотоальбомын ҡарап, һалдат хәтирәләрен тыңлап үҫкәнгәме, гел шул тормошто күрергә теләнем. Яҡындарым был теләгемде хупланы, тик Раушания ғына: “Нормальный кеше, әмәлен табып, әрмегә бармаҫ ине. Әсәйең абруйлы табип, берәйһе менән һөйләшһә була бит. Эгоист, минең хаҡта бөтөнләй уйламайһың”, – тип башты ҡатырҙы. Тик ни хәл итһен, бер аҙҙан күнде. “Ҡайғырма, барыһы ла яҡшы буласаҡ! Бер йылдан өйләнешербеҙ”, – тигәс, мине тоғро көтөргә вәғәҙә бирҙе.
Раушания ҡалалағы хәрби комиссариатҡа тиклем оҙатып барҙы. Янымда атай-әсәйем, ҡартатай менән өләсәйем торһа ла, илай-илай муйыныма аҫылына ла ҡуя. Яҡындарым алдында уңайһыҙ хәлгә ҡалдырып бөттө.
Барыһы ла һин уйлағанса булмай икән. Өфөләге Республика хәрби комиссариатында тикшереү үткәс, һаулығымда кәмселек таптылар. Ярты йылға кисектереү бирҙеләр. Сюрприз булһын, тип ҡайтыуым тураһында берәүгә лә хәбәр итеп торманым. Юл буйы илап ҡалған Раушания тураһында уйландым. Өйләнергә ваҡыттыр, ҡайтҡас та тәҡдим яһармын. Әрмегә китмәҫ элек туй үткәрергә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килдем.
Шым ғына өйөмә индем. Кухняла атай менән әсәйҙең тауыштары ишетелә. Мине һиҙмәйҙәр ҙә! Ҡапыл бүлмәгә килеп индем дә, хәрбиҙәр кеүек честь биреп: “Товарищ атай менән әсәй, улығыҙҙы ҡабул итегеҙ!” – тинем. Улар шаҡ ҡатты.
“Әллә ҡасып ҡайттыңмы?” – Әсәйемдең тәүге һорауы шул булды. Хәлде аңлатҡас, көлөп бер булдылар.
Шул кистә һәр шәмбе дуҫтар менән йыйыла торған кафеға юл тоттом. Уларҙы ла аптыратайым әле, тим. Кафеға килеп ингәндә төн уртаһы ауғайны. Ни күрәм, мине яуға оҙатҡандай ҡалған һөйгәнем икенсе егет алдына менеп ҡунаҡлаған. Тегенеһе ҡолағына ниҙер шыбырлай, Раушания шарҡылдап көлгән була. Бына һиңә сюрприз! Бер йыл тоғро көтөргә вәғәҙәләгән ҡыҙ ике көнгә лә түҙмәгән! Иҫәр, исмаһам, башҡа урында осрашһалар булмаймы ни?
Яйлап ҡына эргәләренә килдем дә: “Сәләм, ҡошсоҡтар”, – тинем. Таныш булмаған егет һаулыҡ һорашырға ҡулын һуҙҙы, ә Раушания ҡорт саҡҡандай ырғып торҙо. Уның ҡурҡыштан һәм аптыраштан ҙурайып киткән күҙҙәрен әле лә хәтерләйем.
Һуңынан ул артымдан йүгереп йөрөп ғәфү үтенде, хәлде аңлатыр­ға маташты. Өйөмә әллә күпме килде, әсәйем аша ла баҫым яһап ҡараны. Бер ай самаһы мине эшкәрткәндән һуң, күндем. Ҡабат осраша башланыҡ. Бер ҡырҡылған икмәк кире йәбешмәй шул. Элек Раушанияны ярата инем, ә кафелағы теге күренештән һуң күңелем һыуынды. Был турала үҙенә асыҡтан-асыҡ әйтеп ҡуйҙым. “Шуны бел, мин һиңә бер ҡасан да өйләнмәйәсәкмен. Киткең килһә, ана тора юлың”, – тинем. Раушания әрһеҙләшеп артымдан бер тотам ҡалмай йөрөнө. Бик йыш әрләштек, йәшермәйем, уға бер нисә тапҡыр ҡул күтәрҙем.
Тәүге саҡырылыш менән әрмегә киттем. Приморск крайына эләктем. Раушаниянан аҙна һайын тиерлек хаттар килде. Ҡайһы­ларын асып та тормай ташлай инем. Әсәйем һөйләүенсә, ул хатта уға йорт эштәрендә ярҙамлаша, йәнәһе, килен булып йөрөй.
Ваҡыт үтә, хеҙмәт бара... Бер йылдан хәрби бурысымды үтәп ҡайттым. Раушания Өфөгә килеп үк, тимер юл вокзалынан ҡаршы алды. Иртәнге сәғәт алты булһа ла, сағыу итеп биҙәнгән, ҡыҫҡа ғына итәк кейгән, ҡулына шарҙар тотҡан. Алты тәүлек буйына поезда һелкенеп барғанғамы, әллә Раушанияның ҡырҡыу хушбуй еҫенәнме, уҡшыта башланы...
Ул мине тоғро көткәнме-юҡмы, уныһын белмәйем. Дуҫтарым һөйләүенсә, кистәрен бер ҡасан да урамда күренмәгән. Шулай ҙа уның башҡаса янымда булыуын теләмәнем. Өҙҙөм араны.
Һуғышҡа киткән ирҙәре тураһында “ҡара ҡағыҙ” алып та, һөйгәнем бына-бына ҡайтыр, тип ғүмер буйы көткән тоғро ҡатын­дар­ға ҡарап һоҡланам. Ә сираттағы егеттең матур һүҙҙәренә иҫе китеп, вәғәҙәләрен онотҡан ҡыҙҙа өмөт бармы ни? Мин хеҙмәт иткән часта һөйгәненең хыянаты тураһында, йә “башҡаны яратам, мине онот” тигәнерәк хәбәр алған һалдаттар күп булды. Уларҙың нисек өҙгөләнгәнен күрһәгеҙ?!
Ҡыҙҙар, әрмегә юлланған һөйгәнегеҙҙе көтөргә һүҙ биргәнһегеҙ икән, тимәк, сабыр ғына көтөгөҙ. Тағы ла кәңәш – егеттәрегеҙҙең күңелен һыуындырмағыҙ һәм үҙ баһағыҙҙы төшөрмәгеҙ.

Г. ЙОСОПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”