16.08.2013 Ҡышҡа әҙерләнгән йәшелсә-емештәрҙе нисек һаҡларға?
Маринадланған ҡыяр йәки помидор банкаһының ҡапҡасы атылһа, борсолмағыҙ. Уларҙы яҡшылап йыуып, таҙа банканы парҙа стерилләп, шунда һалып, тоҙлоҡ тултырырға кәрәк. Әгәр йәшелсә бөрөшкән булһа, ундай банканы пластмасс ҡапҡас менән генә ябығыҙ. Ҡыярҙы оҙаҡҡа һуҙмайынса рассольник, помидорҙы щи, борщ бешереү өсөн файҙаланығыҙ.
Әгәр ҡышҡа әҙерләнгән һуған серей башлаһа, бынан ҡотолоуҙың иң ябай ысулы – уны киптереү: таҙартып турарға, ҡалай таба йәки металл иләккә һалып духовкаға ҡуйырға. Унда эҫелек 60 – 65 градустан артмаһын. Духовка бер аҙ асыҡ булһын. Аҙаҡ һуғанды ябыҡ ҡоро һауытта һаҡлап була. Уны кәбеҫтә һурпаһына ла, иткә лә, кәтлиткә лә һалырға мөмкин. Кипкән һуғандың әсеһе бөтә, ә бына тәме, еҫе һәм файҙаһы кәмемәй.
Әгәр компот банкаһының ҡапҡасы бына-бына атылыр сиккә етеп, өҫкә күтәрелһә, уны оҙаҡҡа һуҙмай файҙаланығыҙ. Ләкин ҡапҡасты бик һаҡ асырға кәрәк Юғиһә, ул атырға мөмкин, хатта аш-һыу бүлмәгеҙгә ремонт яһарға ла тура килеүе бар. Ундай компотты кәстрүлгә бушатығыҙ ҙа ҡабаттан ҡайнатығыҙ. Сиробынан кисель яһағыҙ, еләгенән бәлеш бешерегеҙ йәки пюре эшләгеҙ.
Әгәр ҡышҡа алма йәки еләк киптерһәгеҙ, уларҙы ҡараштырып торорға иренмәгеҙ. Боҙолғандарын ташлағыҙ, ҡалғандарын бер аҙ ишеге асыҡ духовкала киптереп алығыҙ.
Әгәр балконығыҙ булһа, ҡурҡмайынса кәбеҫтә тоҙлай алаһығыҙ. Күп кеше, кәбеҫтә балконда туңа ла тәмһеҙләнә, тип уйлай. Әгәр уны бөтөн килеш йәки киҫәктәргә бүлеп тоҙлаһағыҙ, уға бер нәмә лә булмай. Әлбиттә, уны балконда һаҡлау өсөн тутыҡмай торған ҡалай һауыт кәрәк. Ҡаты һалҡындарҙа кәбеҫтәне өйгә индереп тороуҙың кәрәге юҡ. Уны бәләкәй балта йәки бысаҡ менән тумырып була.
Рәмилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.