RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 8-14 ноябрь

09.11.2010 Йондоҙнамә 8-14 ноябрь

Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)
Ғаилә тормошонда ҡайһы бер ыңғай ваҡиғалар булыуы бик ихтимал. Төп эшегеҙҙә шишәмбе һәм шаршамбы ҡатмарлыраҡ килер. Һәр хәлдә, һыналған ысулдарға таяныу дөрөҫ булыр. Төрлө яңылыҡтар файҙа килтермәҫ.
Һыуғояр (21. 01 – 19. 02)
Һәйбәт һәм файҙалы осор. Шаршамбыла һәр саҡ иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Был бигерәк тә етди ҡағыҙҙар менән эш итеүгә ҡағыла. Йома­лағы ваҡиға өмөтөгөҙҙө тулы­һын­са аҡламаҫ кеүек.
Балыҡ (20. 02 – 20. 03)
Йондоҙҙар был ара­ла төрлө сәйер хәлдәр вәғәҙә итә. Уларҙы ту­лы­һынса аңлауы ауыр булыр, бәғзеләре һеҙҙең өсөн сер булып ҡаласаҡ. Яңы өмөтлө танышлыҡтар булдырыуығыҙ ихтимал.
ҡуҙы (21. 03 – 20. 04)
Аҙна башын тыныс һәм уйлап ҡына үткәреү мөһим. Бигерәк тә төрлө ығы-зығынан алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ. Күптән күрмәгән туғанығыҙҙың хәлен белеү сауаплы булыр. Иң өмөтлө көнөгөҙ – кесе йома.
Буға (21. 04 – 21. 05)
Ваҡиғаларҙың бары­шы күҙгә кү­ре­неп тиҙәйер һы­маҡ. Эштә һәм уҡыуҙа үҙегеҙҙе әүҙемерәк күрһәтер­һегеҙ. Икенсе яҡтан, артыҡ ашығыуҙың зыян килтереүе лә бар. Яҡындарығыҙ менән йыш бәхәскә инерһегеҙ.
Игеҙәктәр (22. 05 – 21. 06)
Был арала элек башлаған эштәрегеҙҙе та­мам­лап, яңы, өмөтлө осорға әҙерлек башларһығыҙ. Бер ҙә йәлләмәйенсә иҫке ҡағыҙҙарҙан, әйбер­ҙәрҙән ҡотолорға кәңәш ителә. Йомала алыҫтан хәбәр килер.
ҡыҫала (22. 06 – 23. 07)
Элекке эштәрегеҙҙә тәртип урынлашты­рыр­ға кәңәш ителә. Яңы, таныш булмаған мәсьәләләргә әлегә тотонмауығыҙ хәйерле. Юғиһә көсөгөҙҙө юҡҡа түгерһегеҙ. Шаршамбыла яҡшы танышығыҙ менән дәғүәләшеүегеҙ ихтимал.
Арыҫлан (24. 07 – 23. 08)
Был арала иҫтә ҡа­лырлыҡ ваҡиғалар кү­бә­йер. ҡайһы бер донъяуи хәлдәр һеҙҙең файҙаға уңышлы тамамланыр. Шаршамбыла өмөтлө ваҡиғалар булыр. Уларҙың һеҙ көткәндән дә яҡшыраҡ булыуы бар.
ҡыҙ (24. 08 – 23. 09)
Аҙна барышында ял­ҡытҡан эштең дә ҡәнәғәтлек килтереүе ихтимал. Яҡын тирәгеҙҙә яңы кеше пәйҙә булыр. Әлегә уның менән кү­ңелле лә һымаҡ... Шишәм­белә уйламаған ерҙән ярҙам алыр­һығыҙ.
Үлсәү (24. 09 – 23. 10)
Бик өмөтлө аҙна. Бор­соған мәсьәләләр тураһында бер аҙ­ға онотоп тороуығыҙ хәйерле. Был арала ижади һәләтегеҙ ҙә асылып китер. Иң уңышлы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома.
Саян (24. 10 – 22. 11)
Тормоштан артыҡ күпте көтмәгеҙ, һе­мә­йеп ҡалыуығыҙ ҙа ихтимал. Бүләк тип уйлаған әйберҙең буш нәмә булып сығыуы ла бар. Шишәм­бе һәм кесе йома яңы эштәрҙе башлап ебәрер өсөн уңайлы.
Уҡсы (23. 11 – 21. 12)
Уңышлы осор. Шар­шамбы бигерәк тә өмөтлө көтөлә. Шу­лай ҙа эштәрегеҙҙе ың­ғай яҡҡа үҙгәртер өсөн байтаҡ көс түгергә тура килер. Йома­ның икенсе яртыһында һағыраҡ булырға ҡушыла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”