RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Карьера тип, яңғыҙ ҡартайырға теләмәйем»

02.08.2013 «Карьера тип, яңғыҙ ҡартайырға теләмәйем»

«Карьера тип, яңғыҙ ҡартайырға теләмәйем»Ирада Фазлаева – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәшләй генә иң күп роль уйнаусы, тырыш һәм талантлы актрисаларының береһе. Моңло тауыш, янып торған ҡара күҙҙәр, һығылмалы кәүҙә, ҡайнар темперамент – театр артисы өсөн кәрәк булған сифаттарҙың барыһына ла эйә. Тормошто, театрҙы, тамашасыны яратҡан Ирада һөнәрен бар күңелен биреп башҡара. 93-сө театр миҙгелен ябыу тантанаһы Ирадаға оло һөйөнөс килтерҙе – ул Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Эдип батша” спектаклендә Сфинкс роле өсөн “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” премияһына лайыҡ булды (ә “Иң яҡшы ир-ат роле”н Хөрмәтулла Үтәшев ошо уҡ спектаклдә Эдип батша роле өсөн алды).
“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеү яулармын тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем, ти Ирада. Тормошта ул ғәҙәти ҡатын-ҡыҙ, ә бына сәхнәгә күтәрелһә, икенсе кешегә әйләнә, образ тыуҙыра. ”Бөтә көс, һәләтте биреп уйнарға кәрәк, бер минутҡа хәл алырға теләп онотол­һаң, тамашасы шунда уҡ һиҙәсәк. Һәм, иркенләп, театр ҡарау урынына, был арыны бит, тип һине йәлләп ултырасаҡ”, –‒ актрисаның төп ҡағиҙәһе ошо.

– Резюме яҙһаң, үҙеңде яңы башлап тороусымы әллә тәжрибәле актриса тип яҙырһыңмы?
– Театрға беренсе йыл килеп эш башлаған мәлем менән әлеге сағымды сағыштырып булмай, әлбиттә. Хәҙер сәхнәлә мин үҙемде күпкә көслөрәк, ышаныслыраҡ тоям. Яңынан-яңы ролдәр, режиссерҙар актерлыҡ оҫталығын үҫтерергә ярҙам итә, тәжрибәмде арттыра. Алты йылда башҡарған ролдәрем күп булды, бындай ҡыҫҡа арауыҡ эсендә төрлө пландағы, ҡыҙыҡлы образдар менән һәр актер маҡтана алмай. Күп артистар йылдар буйына уларҙың һәләтен бар яҡлап асҡан ролде көтә, ә миңә һәр саҡ үҙенсәлекле, матур ролдәр тап килде – бының менән бәхетлемен. Һәр образды тыуҙырған ваҡыт­та, дөрөҫ юлды һайланыммы, тип икеләнәм, сөнки эҙләнеүҙәр ваҡытында был риторик һорау минең өсөн нормаль күренеш. Педагогыбыҙ Владимир Селезнев буласаҡ ак­тер­ҙарҙы һәр яҡтан һәләтле итергә тырышты, студент комедия, трагедия, музыка, бейеү буйынса әҙерләнһен тип барҙы. Ә башҡа уҡытыу­сыларым мине тик комик ролдәргә ауҙарырға тырышты. Тик миңә драматик образдар яҡын. Ысын тормошта шаян, көлөргә яратҡан кеше булһам да, драмала уйнар өсөн бер нисә көн алдан күңелде шул тул­ҡын­ға көйләргә тура килә. Һәр саҡ бер амплуала ҡалырға ярамай тип иҫәпләйем – һинең яҙмышыңда барыһы ла яҡшы, кәйефең көр икән, көн дә сәхнәгә сығып, яһалма рәүештә булһа ла, илап-һыҡтап тороуға күңел рәнйейәсәк кеүек.

– Һәр ир-ат актер үҙ ғүмерендә Гамлетты уйнарға хыяллана, ә ҡатын-ҡыҙ Офелияны булып сығамы?
– Минең хыялланған ролем –леди Макбет. Был ҡатындың иң ҙур трагедияһы – мөхәббәт, ул яратҡан кешеһе янында булыу өсөн хатта балаһын да үлтерә. Һөйөүҙән башын бөтөнләй юғалта – был ролдә ҡатын-ҡыҙҙың мөхәббәт өсөн баш етмәҫлек эштәргә һәләтле булыуы һүрәтләнә. Мине, тәү сиратта, аҡылдан шашыр сиккә етер һөйөү тойғоһо ҡыҙыҡһындыра, ә үҙем ундай аҙымға бара, хистәргә бирелеп, тормошомдо һәләкәткә илтә алмаҫ инем.

– Ә үҙеңдең үлә яҙып ғашиҡ булғаның юҡмы?
– Юҡ. Нимә ул мөхәббәт тигән һорауҙы үҙ-үҙемә йыш бирәм, ләкин уға яуап таба алғаным юҡ. Йөрәк ҡушыуы буйынса, кемделер сикләп, унан да бәйле булыумы – мин быға риза түгел. Кемгәлер тоғро булыу, хөрмәт итеү мөхәббәттер тигән вариантта туҡтап ҡалам. Тормошта айыҡ аҡыл менән эш иткән, рациональ кеше булараҡ, артымдан йөрөгән, осрашыуҙарға саҡырған ир-егеттән, әгәр ҙә уға ғүмеремде, һөйөүемде бүләк итә алмаҫымды белһәм, киләсәктә үҙемде уның ҡатыны итеп күрмәһәм, баш тартам. Кемделер үҙемә ғашиҡ иттереүгә юл ҡуймайым, сөнки тиктомалға кешенең йөрәген әрнетергә минең хоҡуғым юҡ. Яратһаң, һине яуап итеп яратырға тейештәр, һөйгәнеңә түккән хис-тойғоларың мотлаҡ кире ҡайтырға тейеш.

– Сәхнәгә сыҡҡанда һинең өсөн иң ауыры нимә?
– Сәхнәлә иң ҡурҡынысы – залда яҡындарың ултырһа. Тулҡын­ланам, туғандарым алдында оятҡа ҡалмайым, тип оло яуаплылыҡ кисерәм. Сөнки төп тәнҡитселәрем – ғаиләм. Ә гастролдә улай түгел, ҡаушау юғала, барыһы ла тыныс үтә. Тыуған сәхнәлә ҡалтыраныу бар, тамашасы һине көн дә күрә – яҡшыраҡ, насарыраҡ уйнаны, тигән һүҙҙәр булмаһын.
Ғөмүмән, сәхнәнән ҡурҡмаҫ өсөн актер һәр ваҡыт сәхнәлә булырға тейеш. Бер аҙ спектаклдәр сығармаһа, актерҙа сәхнәнән ҡурҡыу уяна. Был тойғонан ҡасыу өсөн ул бер ҡасан да буш тормаҫҡа тейеш тип иҫәпләйем. Ул йырларға, бейергә, шиғыр ятларға, төрлө шөғөл табып, үҙ-үҙен үҫтерергә бурыслы.

– Ниндәйҙер ролдән, мин быны булдыра алмайым, юҡ, тип баш тарт­ҡаның булдымы?
– Режиссер ышанып роль бирә икән, эшләргә, нисек булһа ла образды тыуҙырырға тейешмен. Аңлап етмәгән, эске кисерештәр менән ҡапма-ҡаршы булған, тәү ҡарашҡа һиңә бөтөнләй тап килмәгән ролдәр ҙә була. Барыһы ла режиссерҙан тора тип әйтмәҫ инем, ул һинән нимә талап итеүен аңлаған ваҡытта ғына дөрөҫ образ тыуа. Образды актер – үҙенсә, режиссер үҙенсә күрә икән, компромисс табылһын ине. Актер талантын күрмәгән, уға ирек бирмәгән, тик үҙенсә генә талап иткәндәр ҙә бар.
Сфинкс роле – еңел һымаҡ, ә әхлаҡи яҡтан ауыр. Мистик образ, йәнлек тә түгел, кеше лә – ауыр яҙмыш, мин был ролде башҡарғандан һуң бик арып ҡайтам. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй, эмоциональ, физик яҡтан, энергетика менән сәхнәне тотоп торорға тейешмен. Һәр ҡараштан, хәрәкәттән көс урғыла. Күҙҙәрем менән күнекмәләр яһап, хәрәкәттәрҙе һалып, көҙгө алдында сәғәттәр буйы ултырҙым. Башта ике ролде – Сфинкс һәм Иокастаны бер юлы башҡарырға, Айһылыу Йома­ғолова менән дублер булырға тейеш инек. Репетициялар башлан­ғас, миңә тик Сфинкс оҡшай башланы, уны яҡшыраҡ башҡарырмын кеүек тойолдо. Режис­серға был хаҡта әйткәс, ул минең менән ризалашты.

– Исемеңде алмаштырған кеше булараҡ, фекерең ниндәй – атай-әсәй ҡушҡан, йә үҙең һайлаған исем менән яҙмыш араһында бәйләнеш бармы?
– Ирада – ғәрәп исеме, тәржемәһе ҡатмарлы. Иң тәүҙә мин был исемде ихтыяр, көс, теләк тигән мәғәнә аҫтында белдем һәм, туғандарымдан рөхсәт һорап, мәсеткә барып алмаштырттым. Тәүҙә ике исем менән йөрөһәм, хәҙер документтар буйынса ла тик Ирада ғына. Ни өсөнмө? Гөлсәсәк исеме матур, әлбиттә, тик ул ғүмер буйына минең күңелемә ятманы. Яндырай, тура, талапсан холҡом бындай ябай, наҙлы, нескә исемгә тап килмәй кеүек тойолдо. Тора-бара ул миндә кәмселек комплексы тыуҙырҙы. Минеңсә, исем һәм характер симбиоз әйбер булырға тейеш. Исем ҡысҡыртҡандан һуң, Ираданың мәғәнәһе тағы ла ҡатмарлыраҡ икәне мәғлүм булды – күберәк көслө кешеләрҙең исеме, уның дуҫтары күп түгел, булғандары барыһы ла ышаныслы, һәм Ирада уларҙы бер ҡасан да йәберһетмәйәсәк, тиелгән. Быны ишеткәс, яңы исемемдең дөрөҫ һайланыуына тағы бер тапҡыр инандым. Күңелем тынысланды, тормошҡа ҡарашым да үҙгәрҙе. Быға тиклем юл һалынмаҫтай тойолған теләк-маҡсаттарға еңелерәк атлай, үрләй башланым. Исемем көс бирә, быға тиклем элеккеһе миңә ябыҡ ҡапҡа кеүек булғандыр тим.

– Һинең волонтер булып балалар йортона йөрөүең хаҡында ишеткәнем бар…
– Сәнғәт кешеһе нескә күңелле, хисле кеше, миндә һәр саҡ етем балаларҙы йәлләү тойғоһо бар. Балаға һөйөү кәрәк. Ә уларҙың барыһына ла ата-әсә мөхәббәте етмәй. Күптәр, бүләк таратыу менән, сығып та китә. Ә бәләкәстәргә бүләк-концерт әллә ни кәрәкмәй, улар туғандарса аралашыуға мохтаж. Бала һине, апайым, тип күреп, яҡын кешеһенә ышанғандай серҙәрен һөйләп, һин уға кәңәштәр биреп ултырыу оло ҡөҙрәткә эйә. Балалар йортондағы етемдәргә бүләк биреп ҡотолоу менән улар­ҙы боҙорға була. Приюттан сыҡһалар ҙа, һеҙ миңә барыһын да бирергә тейеш, тигән ҡараш тыуҙырабыҙ. Тормошта насар ата-әсә эләкһә лә, барыһы ла ҡаты бәғерле түгел, изге, яҡшы, аңлаған һәм яратҡан кешеләр ҙә бар, тигән тойғоно һеңдерергә кәрәк. Балалар менән хат алышып торам, уларҙы, үҫкәс, тормошта барыһы ла яҡшы буласаҡ, барыһы ла үҙеңдән тора, тип дәртләндерәм.

– Нимә ҡарарға, тыңларға һәм уҡырға кәңәш итер инең?
– Балаларға тик үҙебеҙҙең йәнһүрәттәрҙе ҡаратығыҙ. Сит ил әкиәттәре малайҙарҙа көсләү, агрессия тыуҙыра, ә ҡыҙҙарҙа тик матур күренеү, модалы кейенеү теләге уяна. Кинофильмдарҙың күңелгә ятҡанын ғына ҡарарға кәрәк. Барыбер телевизорҙа бер ни ҙә юҡ, ошо фильмды ҡарайым әле тип, йән тартмағанды ҡарамағыҙ. Был картина ауыр булһа, күңелегеҙҙә ауыр тойғолар һаҡланып ҡалыр.
Музыкаға килгәндә, тын ғына классика тыңларға яратам.
Минең өҫтәл китабым – Ҡөрьән Кәрим. Был беҙгә Хоҙайҙан ебәрелгән оло бүләк, уҡығанда мине тик бәхетле хистәр уратып ала. Кем уны ҡулына алмаған, Ҡөрьәнде кәңәш итәм. Үҙем дә, китапты уҡымаҫ борон, тик Ҡөрьәнсә нисек йәшәмәк кәрәк, тип уйлай торғайным. Бының бер ҡыйынлығы юҡ, бары кешеләргә ихтирамыңды белдерергә, яманлыҡ, яуызлыҡ ҡылмаҫҡа, алдамаҫҡа, урламаҫҡа – ошо ҡағиҙәләрҙе көн дә иҫтә тотоп йәшәүе һис тә ҡыйын түгел.

– Киләсәгеңде нисек күҙ алдына килтерәһең?
– Иң беренсе, әсә һәм ир ҡатыны итеп. Карьераға ҡарағанда ғаиләмде өҫтөнөрәк күрәсәкмен, быға иманым камил. Тормош юлдашым – ғаилә башлығына мөхәббәтемде, балаларыма наҙымды йәлләмәйәсәкмен, бала атай-әсәй менән йәшәргә тейеш, үҫкәндә атай ҙа, әсәй ҙә кәрәк. Бөгөн йәшлегемдә эш, яңы ролдәр тип, иртәгә яңғыҙым ҡартайырға теләмәйем. Беҙ донъяға яралғанбыҙ ошо бурыс менән – ғаилә ҡороу, әсә булыу, үҙеңә алмашҡа лайыҡлы быуын тәрбиәләү.
Әсәйем беҙҙе яңғыҙы үҫтерҙе, атайым бар, тик улар айырылыш­ҡан. Балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу күбеһенсә әсәй елкәһенә төштө. Ҡустым да юғары белемле, ҡулға оҫта, уны барыһы ла ихтирам итә. Буласаҡ тормош юлдашым ҡустыма оҡшаһын ине тип теләйем. Ул ҡустыма яҡын дуҫ булырға тейеш, киленем мине нисек яҡын күрә, апай тип йөрөтә, еҙнә менән ҡәйнештең дә үҙ-ара мөнәсәбәттәре шулай булһын. Атайым яғынан туғандарым менән яҡын аралашам, үҙ-ара татыубыҙ. Атайымды яратам, уның өсөн борсолам, уға тик бәхеттәр теләйем.

– Төплө, матур яуаптарың өсөн рәхмәт, һылыу! Уңыштар һиңә!

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Юлай Кәримов фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”