02.08.2013 Балағыҙ өсөн һеҙ кем?
1. Бала «икеле» алып ҡайтты. Һеҙ…
− ҡайыш алып, уны өйҙән сығармайынса дәресен ятлатасаҡмын − 2;
− балаға өйгә эшен аңларға һәм әҙерләргә ярҙам итәсәкмен − 3;
− уҡығанда төрлө билдәләр була инде, бер ҡурҡынысы ла юҡ − 1;
− мәктәпкә барып, тауыш ҡуптарасаҡмын − 4.
2. Бала рөхсәтһеҙ аҡсағыҙҙы алһа, ни эшләр инегеҙ?
− кәрәген бирәсәкмен − 2;
− һөйләшеү үткәреп, барыһын да аңлатырға тырышасаҡмын − 3;
− алһын әйҙә, мин уның өсөн аҡса эшләйем бит − 4;
− минең аҡсам теләһә ҡайҙа ятмай − 1.
3. Балағыҙ менән көнөнә күпме ваҡыт аралашаһығыҙ?
− кәрәгенән артыҡ түгел − 2;
− бер туҡтауһыҙ − 4;
− барлыҡ буш ваҡытымда − 3;
− минең шәхси ваҡытым бик аҙ − 1.
4. Йоҡо алдынан китап уҡыйһығыҙмы (уҡынығыҙмы)?
− һәр ваҡыт − 3;
− һирәк − 1;
− бер ҡасан да, ҡатыным (ирем) уҡый − 0;
− йоҡо алдынан баланың башын ҡатырырға кәрәкмәй − 2.
5. Ғаиләгеҙ йәйге ялды нисек уҙғара?
− атай − көнбайышҡа, әсәй – көньяҡҡа, бала − лагерға − 1;
− һәр ваҡыт бергә − эштә лә, ялда ла − 3;
− бәләкәсте туғандарға ҡунаҡҡа йәки ял йортона илтәбеҙ − 2;
− бала ҡайҙа теләй – шунда бара − 4.
6. Балаға йыш кәңәш бирәһегеҙме?
− минут һайын − 2;
− Аллам һаҡлаһын, хәҙерге балалар үҙҙәре барыһын да белә − 4;
− кәрәккәнсә − 3;
− бер ҡасан да берәүгә лә кәңәш бирмәҫкә кәңәш итәм − 1.
7. Бала менән ирешкәндән һуң кем беренсе аҙым яһай?
− кем үҙенең хаҡлы булмауын беренсе булып таный, шул − 3;
− берәү ҙә бер ҡасан да − 1;
− бала, әлбиттә, ул бит минән бәләкәй− 2;
− һәр ваҡыт үҙем, балам йәл − 4.
8. Һеҙгә балағыҙ үҙенең серҙәрен һөйләйме?
− асыҡтан-асыҡ һөйләшеү минуттарында − эйе − 3;
− барыһын да күршеләрҙән һәм таныштарҙан беләм − 4;
− миңә уның серҙәрен белеү кәрәкмәй − 1;
− елкәһенән тотоп елтерәтһәм, һөйләмәй ҡайҙа барһын − 2.
9. Балағыҙҙың теләктәрен үтәргә тырышаһығыҙмы?
− һис һүҙһеҙ, һәр береһен − 4;
− ваҡыт һәм аҡса етһә, эйе − 3;
− теләген – эйе, көйһөҙлөгөн − юҡ − 2;
− ата-әсәнең теләктәрен балалар үтәргә тейеш − 1.
10. Оҙаҡ ваҡытҡа баланы туғандарығыҙға йәки ҡаҙна учреждениеһына тәрбиәгә ебәрә алырһығыҙмы?
− ғаилә хәле мәжбүр итһә генә − 3;
− һәр саҡ шулай итәм − 2;
− бер ҡасан да − 4;
− ҡайҙа теләй, шунда йәшәһен − 1.
Һөҙөмтәләр
10 − 20 мәрәй. Һеҙ – Битараф. Баланы ауыртмаған башҡа – тимер таяҡ тип күрәһегеҙ. Тик үҙегеҙ өсөн йәшәп ҡалырға ынтылаһығыҙ, ә балағыҙға тормошоғоҙҙа урын юҡ. Ул да һеҙҙән йылдан-йыл алыҫлаша бара, ғәҙәти осрашыуҙар һыуыҡ һәм аралашыу ҡыуанысын килтермәй. Һеҙҙе тик матди бәйләнештәр тота.
16 − 25 мәрәй. Һеҙ – Деспот. Ғаилә башлығы булғанға күрә бала һеҙҙең һәр бер талабығыҙҙы үтәргә тейеш тигән фекерҙәһегеҙ. Уның ҡыҙыҡһыныуҙары, проблемаларына ла ҡул һелтәгәнһегеҙ. Бала тәрбиәләү буйынса теүәл планығыҙ бар – баланың баш бирмәҫкә тырышыуы утҡа май өҫтәй. Ҡаты бәғерлегегеҙ уны үҙ-үҙенә бикләнергә мәжбүр итә. Киләсәктә бала, ғаиләләге контролдән ҡотолоп, бәлки, атай-әсәй көнө-төнө өйрәткән әйберҙәрҙең барыһын да киреһенсә эшләр. Һеҙгә үс итеп…
26 − 34 мәрәй. Һеҙ – Дуҫ. Бала менән ышаныслы мөнәсәбәт, һәр көйөнөсөн, һөйөнөсөн беләһегеҙ. Бала һүҙ менән дә, насар ҡылыҡ менән дә һеҙҙе борсорға ҡыймай. Бындай хәл була ҡалһа, конфликтты төпкә ебәрмәй, килешеү юлын табаһығыҙ. Һеҙ – таяныс, һаҡ, шул уҡ ваҡытта балаға ҡарата сама менән талапсан да. Ике яҡ та бер-береһен хөрмәт иткәнгә күрә уртаҡ тел таба беләһегеҙ.
35 − 40 мәрәй. Һеҙ – Ялсы. Бала тыуғанынан алып уның алдында сәсегеҙ менән ер һепергәнгә күрә асыҡтан-асыҡ һеҙҙең менән идара итә, ахыры. Үҫә килә бындай бала һеҙҙең фекер менән бөтөнләй иҫәпләшмәйәсәк. Ҡасандыр күңелсәк бәләкәсемә ни булды, тип аптырайһығыҙҙыр. Ә ул, бөтә Ер шары тик минең тирәләй генә өйрөлә, тигән позицияға баҫҡан. Һеҙҙең ҡанатығыҙ аҫтынан сыҡһа, Ер шарының нисек урынлашыуын аңлатасаҡтар ҙа ул, тик был дәрес уға ярҙам итерме икән? Кем белә…