RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БАТЫР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ, МАТУР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ – ҠЫМЫҘ ЭС!

26.07.2013 БАТЫР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ, МАТУР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ – ҠЫМЫҘ ЭС!

БАТЫР БУЛАМ  ТИҺӘҢ  ДӘ, МАТУР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ – ҠЫМЫҘ ЭС!Ҡымы-ы-ыҙ! Ҡымыҙ тәмен, ҡымыҙ ҡәҙерен белмәгән башҡорт юҡтыр. Берәүҙәр әсерәген, икенселәр – сөсөрәген ярата уның. Күпселек осраҡта был эсемлекте боронғоса – бер ниндәй ҙә тимер-томор техника ҡулланмай ғына әҙерләгәнлектән, һәр ҡымыҙҙың айырым бер тәме була. Әйтеп тә тораһы түгел – барыбыҙ ҙа яратабыҙ ҡымыҙҙы, файҙаһын да беләбеҙ! Шуға ла уны етештереүселәр менән осрашып, эштәре менән танышыу һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тип уйлайбыҙ.

Беҙ яратҡан ҡымыҙ

Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында ҡымыҙ эшләүселәр бихисап. Ауылға инер алдынан уҡ ялан тултырып йөрөгән йылҡы ла ошоға ишара булып тора. Сания һәм Илгиз Ниғмә­туллиндар ғаиләһе лә милли эсемлек бешеүселәрҙән. Улар ҡы­мыҙ әҙерләп, республиканың төрлө урындарына һатыу менән бик етди шөғөлләнә − бөтәһе 120-нән ашыу йылҡы аҫрай­ҙар. Ошо тиклем ат араһында тайҙар, айғырҙар, ҡолондар һәм, әлбиттә, төп көс төшкән һауын бейәләр бар. Бөгөн Ниғмә­тул­линдар 34 бейә һауа. Тәүлегенә 120 – 130 литр ҡымыҙ етештерә улар. Уны шундуҡ Өфө, Дәүләкән, Шишмә ҡала-райондарына һәм башҡа магазиндарға тапшыралар. Тейешле сертификат алып эшләгәнлектән, булған тауарҙы һатыу менән бер проблемалары ла юҡ, хатта еткерә лә алмайҙар.
− Ҡәйнәм аманат итеп бөтә килендәренә лә ҡымыҙ бешеү серҙәрен өйрәткәйне. Тап ул өйрәткәнсә генә әҙерләйбеҙ. Беҙҙең продукцияны яратыусылар күп, эргә-тирәләге бер генә сара ла ҡымыҙһыҙ үтмәй, − ти Сания Ниғмәтуллина.
Ысынлап та, табынды милли эсемлекһеҙ күҙ алдына ла килтермәй торған заманға етеп киләбеҙ – туйҙар ҡымыҙ менән уҙғарыла башланы, ҡунаҡтарҙы һыуһын ҡандырырҙай әскелтем ҡымыҙ менән ҡаршылайбыҙ, оҙатабыҙ. “Мода” һүҙе бында әллә ни килешеп бөтмәһә лә, “ҡымыҙ эсеү − модала” тип әйтеү бер ҙә арттырыу түгел, нисектер уның популярлығын һәм файҙаһын асып та еткермәгән кеүек.

Бейәне 2 – 3 минут эсендә һауғанды белә инегеҙме?
БАТЫР БУЛАМ  ТИҺӘҢ  ДӘ, МАТУР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ – ҠЫМЫҘ ЭС!
Йөҙ тапҡыр һөйләгәнсе бер барып ҡарауҙы хуп күреп, хужалар­ға эйәреп, йылҡы фермаһына йүнәлдек. Бейәләрҙе таңғы сәғәт етенән башлап, көнөнә дүрт тапҡыр һауалар. Көтөүсе, аттарҙы килтереп, ял итергә туҡтаған, ә инде уңған апайҙар үҙҙәренән аша ҡарап торған малҡай­ҙарҙы һауырға тотон­ған мәлгә тура килдек.
Ҡыҙыҡһыныуым көслө − апай­ҙар­ға ситтән генә ҡарап онотолдом. Ҡулдары тилбер ҡатындарҙың – «һә» тигәнсе бер бейәне һауып, икенсеһен тайсаға индереп кенә торалар. Үҙҙәре әйтеүенсә, бейә­ һауыу менән һыйыр һауыуҙы сағыштырырлыҡ та түгел – йылҡы малы менән эш күпкә еңелерәк һәм етеҙерәк икән. Биҙрәне беләктәренә элеп алалар ҙа, 2 – 3 минут эсендә бер бейәне һауып та алалар. Бейәләр ялындырмай, киреләнмәй ҙә, баштарын ғорур тотоп, апайҙар­ға буйһона. “Киреләнмәй” тип билдәләү дөрөҫ түгел, уларҙы өйрәтеп алғансы ете ҡат тирең сыға. Бәйләп ятҡырып та ҡуялар, башҡа төрлө лә өйрәтәләр икән. Шулай инде, ашаған белмәй – тураған белә, тиҙәр бит, һәр эштең үҙ ҡыйынлығы, рәте бар. Ситтән күҙәтеп тороуы ғына рәхәт ул. Һөт шул тиклем күпереп тора – махсус күперткәндәр тиерһең. Гәзит уҡыусылар араһында ҡымыҙ бешеү тураһында белеүселәр күптер инде, шулай ҙа яҙып үтке килә − бейәне һыйыр һауған кеүек ултырып түгел, баҫып һауалар.
Һауынсылар көнө буйы тиерлек эш өҫтөндә − һауылған һөттө 80 литрлы ағас батмандарға ҡойоп, көнөнә ике тапҡыр берешәр сәғәт бешергә кәрәк. Иртәле-кисле. Бы­на ошо ваҡытта бергәләп эш­ләү­ҙең ни тиклем яуаплы булыуы тураһында уйларға кәрәк тә инде – бөтә эш ҡул менән башҡарыла, һәр һөҙөмтә кеше факторына бәйле. Берәү эшен еренә еткермәй икән – бөттө баш! Ниғмәтуллиндар ошоно ваҡытында аңлап, үҙҙәренә эшкә яҡшы таныш һәм эш рәтен белгән кешеләрҙе генә ала. Дүрт һауынсы, көтөүсе бар. Һәр береһен ҡәнәғәтләндергән график төҙөп алғандар ҙа, тыныс ҡына эшләйҙәр. Ике көн ял – ике көн эш. Эш хаҡы ауыл ерендә бик ярайһы – туғыҙ мең һум. Бынан тыш, һауынсылар һәр смена һайын берәр литр ҡымыҙ ҙа алып ҡайта. Көтөүсенең эш хаҡы тағы ла арыуыраҡ − 18 мең һум. Өс һауынсы ауылдаштары булһа, дүртенсеһе – хужабикә үҙе.
Хужабикә тигәндән, Сания Ниғмәтуллина үҙе бер айырым мәҡәләгә торошло ҡатын инде ул – бер сәғәт һөйләшеп ултырған арала ғына ла әллә күпме нәмә белдем уның тураһында. Ауылдаштары ҡаймаҡ һатыуын да һоранылар, ҡаҙылыҡ бармы, тип тә килделәр, йорто ла ялт итеп тора, баҡсаһы ла гөрләп ултыра, ҡоймағы ла ҡойолған. Нисек өлгөрәлер инде – аңлап ҡына бөтмәнем. Айырым хужалыҡ төҙөгәнгә тиклем колхозда бухгалтер булып эшләгән, хәҙер ҙә бөтә һанау һәм планлаштырыу эштәрен бик оҫта башҡара.

Аттар – тибендә
БАТЫР БУЛАМ  ТИҺӘҢ  ДӘ, МАТУР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ – ҠЫМЫҘ ЭС!
Ҡышын аттарҙы тибенгә сығаралар. Үҙҙәре ҡуртымға алған арыш үҫкән гектар-гектар майҙан баҫыу­ҙары тибен өсөн бик шәп. Тик шулай ҙа тибен менән генә булмай инде – шул тиклем малды аҫрарлыҡ бесән, һоло үҫтереү ҙә бик күп ваҡытты һәм көстө ала. Ниғмәтуллиндарҙың хужалығында техника бик күп. Бөтәһе лә теүәл һәм етерлек алын­ған. Әйткәндәй, бер генә техника ла кредитҡа алынмаған. Ҡайсаҡ дәүләт программаларына эләгеп, төрлө субсидиялар алыуға ла өлгәшкәндәр.
Ауылдары Дим йылғаһы буйында ғына ултырғанлыҡтан, ҡоро килгән ауыр йылдарҙа ла бесән йәки башҡа мал аҙығын әҙерләү мөмкинлеге табыла. Аттарҙы ашатыуға йылына ике йөк машинаһы һоло китә. Бейәләр апрель – майҙа ҡолонлай, ошо ваҡытта уларға ҙур иғтибар кәрәк. Яңы тыуған ҡолондар шул тиклем наҙлы була, күмәк мал араһында уларҙы имен-аман ғына үҫтереп алыу еңелдән түгел.

Ҡаҙылыҡ та бар

Ҡымыҙҙы йыл әйләнәһенә эшләп булмай, башҡа ваҡытта нимә менән шөғөлләнә был ғаилә, тип һис аптырарға түгел – Илгиз Ниғмәтулллин, ауыл халҡынан ит йыйып, Өфөгә килтереп һатыу эшен дә яйға һалған. Бынан тыш, улар ҡышын ҡаҙылыҡ эшләп тә һата. Башҡа ваҡытта ла эшләрҙәр ине – ваҡыттары етеңкерәмәй. Ә халыҡ бик яратып ала был аҙыҡты, район ғына түгел, республика кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнашыу өсөн дә тап Ниғмәтуллиндар әҙерләгән ҡаҙылыҡты алыуҙы хуп күреүселәр бик күп. Мәшәҡәтле эш, әлбиттә, ләкин һораусылар күп булғас, эшләүе күңелле.
− Их, ҡымыҙ эшләүгә тағы ла иртәрәк тотонған булһаҡ, бигерәк тә шәп булыр ине, − ти Илгиз Ниғмәтуллин, − тағы ла нығыраҡ йәйелдерер инек хужалыҡты.
Шулай инде – эшеңдең һөҙөмтәһен күргәндәр һәм ҡәнәғәт ҡалғандар менән аралашыуы ла фәһемле. Ниғмәтуллиндар, колхозда эшләп әллә ни алға китеп булмаясағын аңлағас, ауылда магазин асып, аҡса эшләй башлағандар. Шунан, сараһын табып, 10 бейә һатып алынған. Бер аҙҙан республиканың көньяҡ райондарына барып, башҡорт тоҡомло аттар ҙа алып ҡайтҡандар. Илгиз Ниғмә­туллин һөнәре буйынса ауыл хужалығы белгесе. Был да уларҙың эшендә ярҙам итә.

Аҡса тураһында

Һүҙ ҙә юҡ – бөгөн Ниғмәтул­линдарҙы хәлле кешеләр иҫәбенә индереп була. Ләкин был уңыш ниндәйҙер лотереяға отолған йәки атай­ҙан ҡалған мираҫ түгел – барыһы ла хужаларҙың тырышлығы, тире, аҡыл менән эш итеү һөҙөмтәһе.
Ярты литрлы шешәлә һатыла ҡы­мыҙ. Продукцияны быяла һауыттар­ҙа һатыу мәшәҡәтле һәм бер аҙ ҡиммәтерәк булһа ла, ҡымыҙҙың тәмен һәм сифатын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Бер шешәне күмәртәләп 50 һум менән тапшыралар. Йорттарына килеп алған ауылдаштарына һәм башҡаларға ла шул хаҡ менән һаталар. Ҡымыҙ бешеү, башлыса, сентябрь аҙаҡтарында тамамлана. Стандарт буйынса, эсемлектең яраҡлылыҡ ваҡыты аҙна самаһы тип билдәләнә. Ләкин Ниғмәтуллиндар үҙҙәре өсөн ҡымыҙҙы Яңы йыл байрамына тиклем һаҡлай. “Белгән кеше уның шул тиклем аҙ ғына ваҡыт эсендә боҙолмауын аңлай инде”, − тиҙәр.
Яҡшы эшҡыуарҙар һәр ваҡыт тиҙ һөҙөмтәләргә ынтылып түгел, даими һатып алыусыларҙы булдырырға тырышып эш итә. Ниғмәтуллиндар ҙа шулай уҡ – һатып алыусылар ҡәнәғәт ҡалһын өсөн иң мөһиме сифат икәнлегенә инанған. Хужалыҡтағы эште туғандары, ауылдаштары менән алып баралар. Үҙҙәренең өс балаһы бар. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта әрмелә хеҙмәт иткән улдары хужалыҡта төп терәктәренең береһе булған. Йәш кенә булһа ла, техниканы биш бармағы кеүек белә, үҙе тырыш, ҡыҫҡаһы – атаһының ҙур өмөтө. Ауыл ерендә техникаһыҙ булмай − әле бесән сабырға, йә баҡса һөрөргә кәрәк. Башҡаларға ла ошондай хеҙмәттәр күрһәткәнлектән, был да табыш килтерә торған өҫтәмә бер йүнәлеш.
− Ауылда йәшәргә риза булған килен дә алһаҡ, бигерәк шәп булыр ине! − ти Ниғмәтул­линдар.
Ҡаҙылыҡтың килоһы – 400 һум. Оҙаҡламай ҡаҙы эшләп һатырға ла ниәтләйҙәр.
БАТЫР БУЛАМ  ТИҺӘҢ  ДӘ, МАТУР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ – ҠЫМЫҘ ЭС!
Оҫталыҡ тураһында

Ҡымыҙ магазин кәштәһенә эләккәнсе әллә күпме юл үтә. Уны әҙерләүҙең һәр этабы камиллыҡ талап итә. Башҡаларҙы үҙ хужалығыңда эшләтеү, уларға лайыҡлы баһа биреү, аҡсаһын да түләү, күңелдәрен дә төшөрмәү бөтә кешенең дә ҡулынан килә торған нәмә түгел. Хужа – Илгиз Ниғмәтуллин, кәрәк икән, тракторға ла менеп ултыра, тейешле килешеүҙәрҙе лә төҙөй, барыһын да бергә туплап тора. Хужабикә − Сания Ниғмәтул­лина, башҡалар менән бер рәттән, бейәләр һауа, һәр кемгә йылы һүҙен таба белә. Кешенең мең тапҡыр ҡара эшкә уңған булыуы мөмкин, ләкин эште ойоштора белеү өсөн был ғына аҙ. Шуның өсөн дә ҡайһы бер уңышлы кешеләр менән аралаш­ҡандан һуң: “Эй рәхәт йәшәй инде бынау!” – тип уйлап ҡуяһың. Көнләше­берәктер инде. Ә берәүҙәрҙең уңышы һоҡландыра һәм дәртләндерә.
Бәләкәй генә ҡымыҙ иленән дәртләнеп, Ниғмәтуллиндар тура­һында башҡалар ҙа белһен, күрһен, эйәрһен, тип уйланып ҡайтып киттек. Беҙ яратҡан ҡымыҙ бит – файҙаһы ла, тәме лә телдә генә түгел, күңелдә.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”