12.05.2010 Уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар
атайым Зиннур Илһам улы Шәйәхмәтов 1942 йылдың 18 авгусында һуғышҡа алына. 1941 йылда ойошторолған 874-се полк 282-се дивизия составында яу юлдарын үтә.
Ленинград янындағы алыштарҙа, Балтик буйын, Польшаны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша.
Һуғышты Германияның Вальденбург ҡалаһында тамамлай. 1942 йылда Сталинград һуғышында башы яралана. Йүнәлеп сыҡҡас, тағы Сталинград дәһшәтенә инә. Һуғыш менән разведка алып барған ваҡытта һул аяғына снайпер пуляһы эләгә, ҡабырғаһынан да яралана. Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһы госпиталендә 1943 йылдың майына тиклем дауалана. Ул ваҡытта инде олатайым рота старшинаһы була. Һауығып сыҡҡас, айырым снайперсылар ротаһында взвод командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
1944 йылдың 20 сентябрендә Эстонияға эләгә. Олатайым ошонан һуң I Украина фронтында рота старшинаһы сифатында илбаҫарға ҡаршы һуғыша. 1945 йылдың 28 мартында ҡаты яралана һәм уң күҙен юғалта. Германиялағы госпиталдә дауалана. 1945 йылдың октябрендә демобилизациялана. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары ордендар һәм миҙалдар менән билдәләнә.
Олатайым һуғыш тамамланғандан һуң үҙе йәшәгән совхозда баш бухгалтер вазифаһын башҡара. Рысҡужа ауылында медпункт һәм магазин астырыуға күп көс һала һәм маҡсатына ирешә. 1985 йылда уның башланғысы менән Рысҡужа ауылында тәүге тапҡыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙғарыла. Олатайымды ауылдаштары йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. ҡәҙерле кешебеҙ 1991 йылдың 22 апрелендә яҡты донъянан китеп барҙы. Ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта булһын.
Айгөл ТАҺИРОВА,
СиБДУ студенты.