RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң мөһиме, баштарҙа ҡыйралыш булмаһын ул

19.07.2013 Иң мөһиме, баштарҙа ҡыйралыш булмаһын ул

Иң мөһиме, баштарҙа ҡыйралыш булмаһын улйәки Сәлих Бикеев ябай «ВАЗ – 2101»-ҙән нисек япон машинаһына ултырғаны хаҡында
Бер мәл, Аҡъярҙа йөрөгән саҡта, был ауылда йәшәүсе танышымды осраттым. Хәл-әхүәлде белешкәс, был минән һорай ҡуйҙы:
– Шунан, нисек һиңә Аҡъяр? Депрессив түгел икәнен һиҙҙеңме?
Аҡъярҙы нисегерәк бер һүҙ менән һүрәтләргә, тигән проблема ошо урында юҡҡа сыҡты. Ысынлап та, был ауылда депрессив күренештәр юҡ та ул! Кешеләрҙең йөҙөнә ҡараһаң, артыҡ ғәмгә бирелеп, сырайын һытып йөрөгәндәре бик һирәк осрай. Баҙарына барһаң, сауҙалары ла дәррәү бара, йәштәре лә, тегендә-бында үтеп-сығып, нимәлер атҡарып маташа. Төшөнкөлөк күренмәй бында. М. Булга­ковтың “Эт йөрәге” әҫәрендәге профессор Преобра­жен­скийҙың һүҙҙәре иҫкә төштө: “Ҡыйралыш – беҙҙең баштарҙа ғына”.
Ысынлап та, бөтә донъя­ға ҡул һелтәп, битарафлыҡ күрһәтеүҙән башлана төшөнкөлөк, тормоштоң йәме һүрелеү һәм башҡа депрессив күренештәр. Хәйбулла районында халыҡ ни өсөн дәртлерәк һәм донъя көтөргә тырышып ята?
Ошо урында ҡарашымды ҡырҡа икенсе яҡҡа – Баймаҡҡа ташлайым әле. Дөрөҫөрәге, Баймаҡта йәшәп тә, баяғы, хәйбуллаларса, әрһеҙ һаташып, донъя көтөп ятыусы бер ир-уҙамандың тормошона бергәләп байҡау яһайыҡ. Аҡыллыға ым да ишара, тигәндәй.

Сәлих Бикеевты күптән беләм. Баймаҡ буйлап иҫке генә “ВАЗ – 2101” машинаһында тегеләй-былай сабауыллап, иретеп йәбештереү эше менән кәсеп ҡыла ине ул ваҡыттарҙа. Бер көн ихласлап шул эштә йөрөһә, икенсе көн эшләп алған аҡсаһына баяғы машинаһын йүнәтә. Һәр хәлдә, минең хәтерҙә шундайыраҡ хәтирәләр тороп ҡалған, бәлки, хаталанамдыр ҙа. Ни булһа ла, беҙҙең Рәсәй халҡының абсолют күпселеге кеүек, осто-осҡа ялғап көн итә ине.
Яңыраҡ Сәлих менән тағы күрешергә насип булды. Үҙгәргән егетебеҙ: олпатлан­ған, йөҙө асылып киткән. “ВАЗ – 2101”-ҙе ипле генә япон машинаһы алмаштыр­ған. Һөйләшеп киттек.
– Илшат, мин бит хәҙер үҙем иретеп йәбештереү менән бик һирәк шөғөлләнәм. Күберәге, заказдар ҡабул итәм дә, эште тапшырам. Башҡаһын эшсе егеттәрем эшләй.
Артабан әңгәмә Сәлихтең офисында дауам итте. Ҡала­ның үҙәгендә, Бабич урамында, үҙенең йорто янында ғына капиталь гараж-оҫтахана тө­ҙөп, шуның бер бүлмәһен контора итеп эшләп алған. Кәсебе генә, элеккенән айырмалы рәүештә, нескәрәк материя­лар­ға күскән...
– Сәлих, иретеп-йәбештереү эшенән, шулай итеп, ваз кистең инде?
– Юҡ та. Уның менән бер рәттән, икенсе эшкә тотондом. Үҙең беләһең бит, иретеп йәбештереүсенең эше ниндәй мәшәҡәтле, ауыр икәнен.
– Әлләсе. Һәйбәт эш. Һәр хәлдә, һинең ашаған икмәгең шул кәсептән ине, тип беләм…
– Эйе, мәктәптән һуң, күп уйлап тормай, Баймаҡтың 105-се һөнәрселек училищеһының иретеп йәбештереүселәр әҙер­ләүсе курстарына бар­ҙым. Бала саҡтан хыялланған эшем булды, тип алдамайым; бөтөнләй башҡа ине хыялдар. Шулай ҙа был һөнәрҙең теорияһын тулы­һынса үҙләштер­ҙем. Прак­тикаһы һуңғараҡ, Баймаҡ коммуналь хужалығының авария-диспетчер хеҙмәтендә эшләгән саҡта килде. Кем был эштә оҫталыҡ үрҙәренә үрләргә теләй, Рәсәйҙең теләһә ҡайһы ҡалаһының ошондай хеҙмәтенә эшкә урынлашһын. Ҡараңғы, еүеш подвалдарҙа, ҡырын ятып алып, өҫтөңә ниндәйҙер аңлайышһыҙ һыуҙар ағып тороуына ҡарамай, серек торбаларҙы ямап йөрөй торғас, иретеп йәбештереү эшенең оҫтаһы булып китәсәкһең. Тик, аҡсаһы әҙ булғас, ундай урындарҙа эшләүе артыҡ ҡыҙыҡ түгел шул.
– Тимәк, шул ваҡыттарҙан уҡ үҙ эшеңде асырға ҡарар иттең инде?
– Юҡ. Тағы бер биш йыл тирәһе төрлө ойошмаларҙа, шәхси эшҡыуарҙарҙа ялланып эшләп йөрөнөм әле. Уларынан да артыҡ йәлсеп китеп булманы. Бәхеткә күрә, шул саҡта ҡулланышта полипропилен һыу үткәргес торбалар килеп сыҡты. Күп уйлап тормай, улар­ҙы йәбештереү өсөн “үтек” һатып алдыҡ та, бер егет менән үҙ аллы эшләй башланыҡ. Электр иретеп йәбештереү эшенән тулы­һынса айырылып, полипропилен торбалар һуҙыуға күстек.
– Бөгөн халыҡҡа ниндәй хеҙмәттәр күрһәтеү менән булышаһың?
– Әйтеп үткәндәрҙән тыш, былтырҙан алып мин “Navien” тигән газ ҡаҙанлыҡтары етештереүсе Көньяҡ Корея фирмаһының рәсми вәкилемен. Ошо газ ҡаҙанлыҡтарын һатам, уларҙы гарантияға ҡуям, гарантия буйынса һәм гарантиянан тыш хеҙмәтләндерәм. Был эшкә юлығыуым осраҡлы булманы: халыҡҡа һыу торбалары үткәреп йөрөгәндә, кемдең өйөндә ниндәй ҡаҙанлыҡ, кем нимәне маҡтай, кемдең газға күпме түләүенә иғтибар итәһең бит инде. Боронғо совет газ ҡаҙанлыҡтары хужаларының газ өсөн артыҡ түләгәнен аңланым. Екатерин­бургҡа барып, баяғы фирманың сервис хеҙмәтләндереү үҙәгендә уҡып, сертификат алып ҡайттым.
– Эшең нимәнән ғибәрәт?
– Дөрөҫөн әйткәндә, күпселек ваҡытым газ ҡаҙанлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу хаҡында халыҡты мәғлүмәтле итеүгә сарыф ителә, ҡаҙанлыҡтар үҙҙәре артыҡ ватылып, берәүҙе лә йонсотмай былай. Хәҙерге газ ҡаҙанлыҡтары – микропроцессор, асылда, бә­ләкәй компьютер менән идара ителеүсе механизм, шуға күрә ҡулланыусы уларҙы һатып алғас та гарантия килешеүе төҙөһөн ине. Ҡаҙанлыҡ һатып ал да, шунда уҡ гарантия ҡағыҙҙарын тултыртып ал – шул ғына. Ҡалғанын беҙ үҙебеҙ эшләрбеҙ. Тағы ла теге йәки был газ ҡаҙанлығын йүнәтерлек белеме булмаған кешеләр­ҙән соҡотмаһын ине ҡулланыусылар. Яңыраҡ бер ағай, ҡаҙанлығым боҙолдо, тип шылтырата. Барһам, өр-яңы ҡаҙанлыҡтың конструкцияһына ту­паҫ итеп үҙгәрештәр индергән. Үҙе гарантия йүнәтеүенә өмөт иткән була. Йәл булды үҙе, бер яҡтан. Хәҙер бит һәр етештереүсе компания үҙенең тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләп тороусы техник ярҙам, бушлай телефон хеҙмәттәрен тотоп тора – шылтырат шулар­ға.
– Сәлих, ҡул аҫтыңда нисә кеше эшләй?
– Әлегә өс кеше. Тағы ла өйрәнсектәр алырға иҫәп бар. Тик бер генә проблема: эшкә ынтылып ятҡан кеше­ләр­ҙе табыуы ҡыйын. Кемдең ҡулынан эш килә, улары күптән инде нимә менәндер булыша, йә ситтә йөрөп эшләй.
Тағы ла. Баймаҡ артыҡ ҙур түгел. Минән тыш бит тағы әллә күпме полипропилен һыу торбалары һуҙыусы, электр-газ менән иретеп йәбештереүселәр, ҡаҙанлыҡтар йүнәтеүселәр бар. Бөтә­һенә лә көн күрергә кәрәк. Былай, берәү менән дә “сыйышмай”, татыу ғына, юл ҡыйышмай ғына йәшәп ятабыҙ. Шулай ҙа минең бер өҫтөнлөгөм бар, тип әйтәйем – мин Рәсәйҙә киң билдәле фирманың гарантия-сервис хеҙмәтләндереүсеһемен, шуға күрә үҙемдең клиенттарымды запас частар, гарантия осраҡтары буйынса ярым мәжбүри рәүештә тиерлек ҡарайым. Етмәһә, эшемде күҙәтеүсе бүлек, һәр гарантия йүнәтеүенән һуң клиенттарға шылтыратып, уларҙың хеҙмәтләндереү менән ризамы-түгелме икәнлеген һорашып тора.
Ул арала, көн кискә ауышып барғас, ҡайтырға ла ваҡыт етте. Үҙем ҡайтырға йыйынам, үҙем уйлайым: шулай итеп, әҙәм балаһы тырышып-тырмашып донъя көтә, эшен табып, көн күрергә тырыша. Сәлих тә бит, дәрт иткәс, шым ғына йөрөп, үҙенең донъяһын яйға һалып алған. Ҡасандыр кешегә ялланып эшләп йөрөгән саҡтарында, йә һаҫыҡ подвал­дар­ҙа, күләүектә ятып, серек торбаларҙы йәбештереп аҙаплан­ғанда, тормош ошолай була икән, ошолайтып тыуабыҙ, ошолайтып үләбеҙ, тип, ты­ныс­ланып, ҡул һелтәп ҡалмаған бит? Башында ҡыйралыш булдырмаған.

Илшат Ҡансурин.

Баймаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”