19.07.2013 Исем – өндәр йыйылмаһы ғына түгел
Ошо көндәрҙә коллегабыҙҙың ҡыҙы тыуҙы – аяғы төклө генә була күрһен! Бәхетле атай, ҡыҙына исем эҙләшеүҙә ярҙам һорап, яҡындарына мөрәжәғәт итте. Һәр кем күңеленә ятҡан исемдәрҙе тәҡдим итте: Гөлдәриә, Гөлһылыу, Яҙгөл, Ләйсән, Мәликә, Нәймә, Наҙгөл, Айһылыу, Гөлкәй, Айгүзәл, Әмирә, Ғәшүрә, Асия, Кәримә, Сара, Румиә, Сәйҙә, Хаят, Гөлли… Иҫ китмәле бай бит ул исемдәр донъяһы!
Минең бер танышым бик йыш һөйләй был мәҙәкте: “Бала сағымда әсәйемдең ауылына йыш ҡайта инем. Бында Фикал исемле бер бабай булды. Был сәйер исемде уға әсәһе ҡушҡан. Йәш әсә, ауылға лектор килгәс, бүтәндәргә эйәреп, лекция тыңларға барған. Ғөмүмән, 30-сы йылдарҙа ауыл халҡына төрлө темалар буйынса аң-белем таратыу менән шөғөлләнгән мәғрифәтселәр киң таралған күренеш була. Шундайҙарҙың береһе баҡсасылыҡ хаҡында телмәр һөйләй, бик йыш “мал фекалийҙары” тигән терминды ҡуллана. Был аңлашылмаған һүҙ ҡатынҡайға оҡшап ҡала, балаһына ул бер юлы Фикал тип метрика яҙҙыртып алып ҡайта”. Тик исем хужаһына ғүмер буйына уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, был һүҙҙең мәғәнәһен аңлаған һәр кем малайҙан көлөргә күп һорамай. Сәйер исем йөрөтөүсе бала үҙен һәр саҡ уңайһыҙ тоя.
Ә бына ҡыҙына Ынйы, улдарына Ландыш һәм Сирень тип исем ҡушҡан ата-әсәгә ни тип әйтәһең инде?! Шыттыра тимәгеҙ, был ағай менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп ултырҙыҡ хатта.
Ҡолаҡҡа ятмаған исемдәр ҡушыусылар арабыҙҙа әле лә юҡ түгел – совет заманынан ҡалған патриоттар балаларын Вилнур, Вилена, Револь, Люциә кеүек, һаман да Ленин һәм революцияға ҡағылышлы исемдәр менән атай. Кукуцаполь (“Кукуруза – царица полей”), Даздраперма (“Да здраствует Первое мая!”), Лемар – (“Ленин, Маркс”), Пофистал – (“Победитель фашизма Иосиф Сталин”), Ленар-Ленара (“Ленинская армия”) һәм башҡа туҙға яҙмаған исемдәргә алмашҡа Рәсәйҙең заманса тарихынан түбәндәгеләрҙе тәҡдим итергә мөмкин. Малайҙар өсөн: Быкап – “Быть как Путин”, Глагопер – “Глава государства Путин и “Единая Россия”, Моргозедир – “Мои родители голосуют за “Единую Россию”, ҡыҙҙар өсөн: Плапура – “План Путина работает”, Муменикба – “Мужчина мечты Николай Басков”, Препузаста – “Преемник Путина – залог стабильности” һ. б.
Шаяртыу шаяртыу менән, ә бына ниндәй фильм-сериал ҡарайбыҙ, шунда уҡ геройҙарының исемдәре менән баланы нарыҡлап та ҡуябыҙ, һис булмаһа, мал-тыуарға ҡушабыҙ. Лаура, Изаура, Жади, Эдуарда, Паула, Фернанда, Согдиана, Валенсия, Клеопатра – һанай китһәң, төпкөл ауылдарҙа ла бөтөнләй телгә ятмаған исемле кешене, йә һыйырҙы табырға була. “Исем – кешегә бирелгән код. Ул кешенең йәшәү рәүешен, холоҡ-фиғелен, рух кимәлен, рухи хәлен алдан иҫкәртә. Шуға күрә сабыйға исем ҡушҡанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Мәғәнәһеҙ йәки мәғәнәһе аңлашылмаған исем ҡушыу сабыйҙың киләсәгенә битарафлыҡ күрһәтеү була. Исемдең есемгә тура килеүе бар. Мосолман донъяһында матур яңғырашлы, изге маҡсатлы исемдәр бихисап. Кешенең яҙмышы, киләсәктә күрәсәге алдан маңлайына яҙылған, тип әйтеү бар. Бында ла ана шул исем-код күҙ уңында тотолалыр”, – тип яҙа профессор, педагогия фәндәре докторы Р. Аҙнағолов.
Исемеңә ҡарап, диндән алда, милләтеңде белеү мөһим, минеңсә. Юғиһә һуңғы йылдарҙа башҡорттар, мосолмандыҡы тип, ғәрәп, төрөк исемдәре менән ныҡ мауыға башланы. Һөҙөмтәлә һәр ауылда өсәр-дүртәр Дарина, Эльвина, Самира, Аиша, Тамерлан, Аслан, Айлина, Камила, Юстина, Виола, Анелия, Аман, Юлиан бар... Ә Алина, Элина, Эвелина, Эмилия, Милена, Карина, Ангелина, Анжелика, Виолетта, Рената, Руслана, Роберт, Альберт, Эдуардтарҙы әйтеп тораһы ла юҡ, ундайҙар менән быуа быуырлыҡ. Ҡыҫҡаһы, ниндәй ят исем осрай – беҙҙең халыҡтыҡы, береһе ҡушһа, һә тигәнсе икенсеһе эләктереп ала, моданан артта ҡалып булмай инде! Нил тигән Африка йылғаһы исемен йөрөтә бәғзеләр, ә бына берәй ҡара тәнлегә Ағиҙел тип ҡуштылармы икән? Шула-ай, үҙебеҙҙекен эшкә һанамай, бүтән исемдәрҙе һайлау ҡаныбыҙға һеңгән, хатта уның мәғәнәһе йүнһеҙ булһа ла. Хәтеремдә, 2008 йылда республикалағы райондарҙың береһендә, ЗАГС күрһәткестәре буйынса, яңы тыуған ҡыҙҙар өсөн иң популяр исем Лиана ине. Тропик урмандарҙа үҫкән әрһеҙ үҫемлекте аңлатҡан исемде бер йыл эсендә 30-ға яҡын сабыйға ҡушҡандар, әйтерһең дә, үҙебеҙҙең башҡорт исемдәренә ҡытлыҡ кисерәбеҙ! Артабан да ишеткән бер һүҙ менән балаларҙы атағанда, нимә булыр? Твистер бабай менән Жужа әбей Айс, Фреш улдарын ҡунаҡҡа көтөп, бишбармаҡ бешерҙе, уларға күршеләре Виагра, Инфинити, Фокс һәм Эрос инде – шулаймы?
Психологтар, ҡайһы бер ата-әсәләрҙә балаларға ғәҙәти булмаған исем һайлау сире бар, тип билдәләй. Ундайҙар күбеһенсә абсурд булып яңғыраған исемдәрҙә туҡтала. Мәҫәлән, Чикагонан Джексондар ғаиләһе, башҡаларҙан айырылып тороу өсөн, биш балаһын Менингит, Ларингит, Аппендицит, Перитонит, Тонзиллит тип атаған. Сит милләткә эйәреп, уларҙың исемдәренә өҫтөнлөк биреп, беҙҙә лә ошо хәлгә барып етеүселәр булмаҫ тимә…
Бөгөн матур яңғырашлы, саф башҡорт исемдәрен һайлаусы милләттәштәребеҙ, Аллаға шөкөр, бар. Бала үҙенсәлекле милли исем йөрөтһә, тағы ла һылыуыраҡ, камилыраҡ, аҡыллыраҡ күренә, минеңсә. Ҡолаҡҡа ятмаған исем һайлаусы ата-әсәгә былай тип әйтер инем: борон-борондан исемдең кеше яҙмышына тәьҫир итеүе, яҙмышын хәл итеүе билдәле. Иң мөһиме – балағыҙҙың ҡотло киләсәге, ырыҫлы яҙмышын хәл итеүегеҙҙе уйығыҙҙан сығармағыҙ.
Һеҙ һайлаған исем балағыҙға тик бәхеттәр генә килтерһен!
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.