RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Доға ҡылдым тәүфиҡҡа, ожмах ерем Рафиҡҡа!

19.07.2013 Доға ҡылдым тәүфиҡҡа, ожмах ерем Рафиҡҡа!

Доға ҡылдым тәүфиҡҡа, ожмах ерем Рафиҡҡа!Учалы районының ике быуатҡа яҡын тарихы булған иң төпкөл ауылы үҙенең эшһөйәр кешеләре менән дан тота
Учалы районының Рафиҡ ауылы юл буйында түгел, ә төпкөлдә ята. Шуға ла унда теләһә кем барып йөрөмәй, юл күпселектә һил. Ләкин ошо көндәрҙә Рафиҡ яғына машиналар ағылды ғына – халыҡ «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйылды.

– Рәсми архив документтары буйынса, 1847 йылдың 8 июнендә Рафиҡ Сәғитов тигән кеше тарафынан ауылға нигеҙ һалынған,– тип һөйләй ауылдың тарихы менән күптән ҡыҙыҡһыныусы илһөйәр Зәйнетдин Ғәйнетдинов. – Рафиҡты ауыл уртаһынан аҡҡан йылға исеме менән Ҡойолдар тип тә атайҙар. Әммә был дөрөҫлөккә тура килмәй, Рафиҡ ауылы ул Рафиҡ ҡына! Элек беҙҙең төбәк гөрләп торған. Яҡында ғына ике ауыл булған: Әбләз һәм Тағараҡ. Һуңғыһын үткән быуаттың егерменсе йылдарындағы йот һәм ваба юҡҡа сығарған. Әбләздән иһә халыҡ үҙе Рафиҡ менән Амангилде ауылдарына күсенеп, нигеҙҙәрен ҡоротто.
Ауылда электән биш аймаҡ-түбә бар: торна, бешкәк, бөйән, ҡаты бауыр, йүрмә. Аймаҡтарҙа йәшәүселәрҙең береһе лә йөҙ ҡыҙартҡыһы килмәгән, барыһы ла хәлдәренән килгәнсә байрамға әҙерләнгән. Төп ойоштороусылар – Данил Хисаметдинов, Талип Мөхәмәтғәлин, Тәслимә Мөхәмәт­ғәлина, Маргарита Ғәйнетдинова, Вилиә Сәләхова, Айнур Ҡунаҡбаев – эште ҡыҙыу алып барған, әҙерлекте ике-өс ай элек үк башлап, көн һайын кәңәшмәгә йыйылған. Шуға ла «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы бик ойошҡан рәүештә, юғары кимәлдә үтте лә инде. Ул 2001 йылдың 20 декабрендә Грозный ҡалаһында йәшләй генә ғүмере өҙөлөп, табутта ҡайтҡан рядовой Руслан Харрасовтың яҡты иҫтәлегенә арналған таҡтаташты асыу тантанаһынан башланды. Рафиҡ ауылы буйлап экскурсиянан һуң барыһы ла байрам майҙанына саҡырылды. «Ләйсән», «Оҙонгүл» һәм «Толпар» халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре, Флүрә Шаһиева, Рифат Бүләков, Гөлсөм һәм Гөлсирә Исламовалар, Гүзәлиә Әҙеһәмова, Ильяс Йомабаев, Рәсүл Исламов, Рәмзиә Камалетдинова, Минзәлә Зарипова, Әнисә Билалова, Алһыу Мәғәфүрова, Лариса Вәлиева, Вилена Сәләхова һәм башҡа йырсылар, бейеүселәр, гармунсылар майҙанды йыр-моңға сорнаны. Тамашасылар артистар­ға устарын йәлләмәне. Хәйер, ауылдың маҡтауға лайыҡ кешеләре лә алҡыштарға күмелде. Ошо ергә ереккән, халҡы менән береккән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылдың иң оло йәштәге аҡһаҡалы Сафиулла Бик­мөхәмәтовҡа һәм иң оло йәштәге ағинәйе Наилә Яппароваға байрам иҫтәлеге итеп Миндәк ауыл хакимиәте башлығы Ришат Ғибәҙуллин бүләктәр тапшырҙы. Ауылдың ғорурлығы булған почтальон Мәхмүзә Хәйруллина, урмансы Зәйнетдин Ғәйнет­динов, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары Гөлсирә Исламова һәм Ғамир Хәсән улын, хаҡлы ялдағы шахтерҙар Харис Мөхәммәтов, Вәлит Ғарипов, Рауил Ҡунаҡбаев, Кира­метдин Хәйруллин, Рәфҡәт Харра­совтарҙы ла Ришат Мөнир улы ихлас күңелдән ҡотланы. Хеҙмәт алдынғыларын, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының атҡаҙанған шахтерҙарын комбинаттың генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин тәбрикләп, байрам уңайынан Миндәк, Килмәк, Озерный һәм Уральск мәктәптәренә спорт ҡорамалдарына сертификаттар тапшырҙы. Рафиҡ ауылының иң кескәй кешеләре Арыҫлан Вәлиев, Шамил Мәс­нәүиев, Диана Ғиләжева, Карина Казюнға ла иғтибар эләкте – уларҙы Ирәмәл округы буйынса Баш­ҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйы­лышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидат Рим Ғабдуллин ҡотланы.
Татыу, матур ғаилә – ил терәге, ил таянысы. Ауылда матур тормош ҡороп, балалар үҫтергән өлгөлө ғаиләләр бихисап. Шуларҙың «иң-иң»дәрен – күп балаға ғүмер биргән Зөлфиә һәм Фаил Йәноҙаҡовтарҙы, иң өлгөлө ғаилә – Алһыу һәм Айҙар Ҡунаҡбаевтарҙы Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко бүләкләне. Ә өлгөлө йорт хужалары Галина һәм Хажимөхәмәт Әхмәтшиндар, Лүзә һәм Ғәлиулла Сәлә­ховтар, Ғәзимә һәм Зариф Хәлиуллиндар, Нажиә Йомабаеваға, баҡсаларын гөл-сәскәгә күмгән Идилия Вәли­уллина, Әлфинә Хәлиуллина, Йомабикә Мөхәмәтвә­лиеваға «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының ойоштороусыһы һәм бағыусыһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры, яҡташтары Ильяс Әхмәтйәновтан бүләк тәтене.
Тиҫтәләрсә йыл ғүмерен иңгә-иң терәп тормош даръяһында парлашып бергә йөҙгән, егәрле ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән һәм әле генә сәстәрен-сәскә бәйләп, уртаҡ яҙмыш башлаған Фатима һәм Зәйнетдин Ғәйнетди­новтар, Венера һәм Рәмил Әҙеһәмовтар, Рәзилә һәм Фәйзулла Сәләховтар, Гөлсөм һәм Иршат Ваһаповтар, Фирүзә һәм Фәиз Сәләховтарға Рафиҡ ауылының депутаты Данил Хисаметдинов ҡотлау һүҙҙәрен йәлләмәне, алҡыштар, бүләктәр ҙә бик урынлы булды. Күркәм тантанала Рафиҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Галина Хотенова менән Хәлисә Мостафинаны, Миндәк участка дауаханаһында эшләгән Флүрә Сәғитованы Миндәк дауаханаһының баш табибы Наталья Тюрюшкина сәләмләне. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылдаштар байрамы түрендә тырыштар, эшһөйәрҙәр булды.
Фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, әлеге ваҡытта Миндәктә йәшәгән Нурия Шәрипова ла тамырҙары менән ошо ауылдыҡы. Утыҙ йыл Миндәктә байыҡтырыу фабрикаһында эшләгән хеҙмәт ветераны тормош иптәше Фәтих мәрхүм менән алты ҡыҙ үҫтереп, бөгөн уларҙың изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Зифа, Фәүриә һәм Зөлфиәләре, медицина өлкәһен һайлап, береһе – Октябрьский ҡалаһында хирург, икенсеһе – Өфөлә фельдшер, өсөнсөһө шунда уҡ эндокринолог булып эшләй. Стюардесса булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Лилиә Мәскәүҙә төпләнгән. Учалыла йәшәгән Луизалары сауҙа институтын тамамлаған, Лариса иҡтисадсыға уҡыған...
– Бесән саптылар, утын ярҙылар, өс картуф баҡсаһын эшкәрттеләр, һис ҡасан ҡул ҡаушырып ултырманылар – хеҙмәт һөйгән, игелекле балалар үҫтереүҙең бар сере шундалыр, – тип балалар тәрбиәләүҙең сере менән уртаҡлашты намыҫлы ғүмер юлы үткән Нурия Сәхиулла ҡыҙы. Үҙебеҙ алдырмаһаҡ, кем башҡорт баҫмаларын алдырып уҡыр, тип һанаған оло йәштәге апай «Йәшлек», «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Башҡортостан ҡыҙы», «Яйыҡ» һәм башҡа гәзит-журналдарыбыҙға йыл һайын яҙыла. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә үҫкән урыҫ ейән-ейәнсәре тап-таҙа башҡортса һөйләшә бит әле уның! Ғөмүмән, Нурия менән Фәтих Шәриповтарҙың ғаиләһендә тәрбиәләнгән ҡыҙҙарҙың алтыһы ла рухлы, аҡыллы, уңған, ейән-ейәнсәрҙәре лә ғорурланырлыҡ шәптәр! Быға бер ҙә аптырарлыҡ түгел: тамырҙары Рафиҡтан бит – эшһөйәрҙәр ауылынан.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”