RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡташтарын йыйҙы янһарылар

19.07.2013 Яҡташтарын йыйҙы янһарылар

Йәш саҡтарҙы иҫкә алып, үткәндәр­ҙе барлап, хәл-әхүәл менән бүлешеп ултырыу – үҙе бер ғүмер
Яҡташтарын йыйҙы янһарылар
Илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе ауылдаштарҙы бергә йыйған мәртәбәле сара республикала 42 йыл элек ойошторола башлай. Шунан алып был байрам милли йолаларыбыҙҙың береһенә әүерелде. Бындай сара Бөрйән райо­нының Яңы Собханғол (Янһары) ауылында ла үтте.

Тарих төпкөлөн байҡағанда, Собханғол ауылы ХVII быуаттың 80-се йылдарынан документтарҙа ауыл булараҡ теркәлә башлай. Халыҡ иҫәбен теркәгән документтар буйынса 1816 йылда ауылда 53 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. 1850−1859 йылдарҙа Яңы Собханғолдан бүленеп, Иҫке Собханғол ауылы барлыҡҡа килә. Яңы Собханғол ауылы халыҡ телендә Янһары тип тә йөрөтөлә. Янһары ҡарт балалары, ырыуҙаштары менән Иҙел буйлап урын­лаш­ҡан була. Һыу буйлап һалда аҡҡан үткенселәрҙән һәм баҫҡынсыларҙан таланыу осраҡтары йышая башлай. Шулай уҡ яҙ һайын һыу баҫыу ҡурҡынысы ла тамам йонсота. Иҙел буйында урынлашҡан ыҙманан Янһары ҡарт атына атланып, халҡын ҡурсалау өсөн йәшәргә яңы урын эҙләп сығып китә. Аталары бик оҙаҡ ҡайтмағас, балалары эҙләп сыға һәм уны хәле бөтөп йығылған килеш табып алалар. Ул балаларына: “Мин ятҡан ер мәйет булыр, өҫтәгеһе бәйет булыр”, − тип әйтә лә ятҡан урынында йән бирә. Балалары уны шул урынында хөрмәтләп ерләй. Халыҡ Янһары ҡарт күрһәткән ергә күсеп ултыра. Шунан алып, улар баҫҡынсыларҙың талауынан ҡотолоп ҡала.
Бөгөн Яңы Собханғол ауылында 671 кеше йәшәй, 172 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Әйткәндәй, Яңы Собханғолда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Һуңғыһы 2007 йылда үтә. Осрашыуға илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән ауылдаштар йыйылды. Өфө ҡалаһынан Башҡор­тостандың атҡаҙанған табибы Афзал Ҡарағолов ҡатыны, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Мәрйәм Шәфиҡ ҡыҙы менән БР Ауыл хужалығы министрлығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рәүеф Сиражетдинов ғаиләһе менән, Өфө технология-механика колледжының юридик бүлеге мөдире Мәжит Халиҡов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы ре­жиссеры Зилә Дибаева, Шишмә районы хакимиәтендә эшләүсе, отставкалағы подполковник Урал Иҫәнғужин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне.
Байрамдың тантаналы өлөшө үҙәк урамда барҙы. Матур биҙәлгән майҙанда байрам атрибуты − сәхнә, тирмәләр, шәжәрә ағасы һүрәтләнгән плакаттар йылы мөхит тыуҙырҙы, йыйнаҡ һәм төҙөк йорт-ҡуралар, таҙа урамдар ауылға күркәмлек өҫтәне. Тамырҙарын барлаусылар шәжәрә эленгән плакаттар янында мәж килһә, ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн был көндө музей ишеге асыҡ булды.
Сараны ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Гөлдәр Зыянбаева, художество етәксеһе Әҡлимә Манапова йөкмәткеле, күңелдәргә үтеп инерлек итеп алып барҙы. Байрамды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Д. Әхмәтйәнов, район советы рәйесе Т. Кинйәбаев, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе башлығы И. Ҡасҡынбаев, район мәҙәниәт бүлеге мөдире К. Теләүбаева, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р. Салауатова һәм башҡа ҡунаҡтар ауыл халҡын байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе. Тәбрикләүҙәр менән бергә бүләктәр ҙә тапшырылды. Район хакимиәте башлығы балалар баҡсаһына ике келәм, мәҙәниәт йортона музыкаль үҙәк килтергәйне. Ауыл советы депутаты Г. Йомағолов мәктәпкә һәм мәҙәниәт йорто ансамбленә ҡурайҙар бүләк итһә, 1983 йыл сығарылыш уҡыусылары мәктәптең башланғыс синыфтарына фотоаппарат биреп һөйөндөрҙө. Бер кем дә байрамға буш ҡул менән килмәгән. Һәр кем үҙ бүләгенә ҡушып, изге теләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты. Шулай уҡ ауыл үҫешенә тос өлөш индергән, яҡшы хеҙмәте менән яҡташтары алдында абруй ҡаҙанған аҡһаҡалдар, ағинәй­ҙәр, 50 − 60 йылдан ашыу татыу һәм матур донъя көтөп йәшәүсе, алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар Динә һәм Ҡорманғәле Йортбағышевтар, Шәмсе­хәйәт һәм Ғәй­нислам Ҡотдосовтар, Хәтирә һәм Ибраһим Мәжитовтар, Фәрзәнә һәм Талха Кин­йә­баевтар, Зәйтүнә һәм Самат Хә­лиловтар ҙа тәбрикләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларында белем алып, ҡулдарына диплом тотоп ҡайт­ҡан йәш белгестәр, яңы тормош ҡорған йәш ғаиләләр, хатта яңы тыуған сабый­ҙар ҙа был көндө бүләкһеҙ ҡалманы.
Яҡташтарын йыйҙы янһарыларСара концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Ауылдың “Ҡойонсаҡ” фольклор, “Гөлдәр” вокаль ансамблдәре, һәүәҫкәр артистарҙың йыр-бейеүҙәре, килгән ҡунаҡ­тар­ҙың музыкаль сәләмдәре һәм башҡа сығыштар байрамды биҙәне. Яңы Собханғол ауылы халҡының ихаталары һәм урамдары торошо буйынса иғлан ителгән смотр-кон­курс­ҡа йомғаҡ яһалды. “Өлгөлө йорт” номинацияһында 20 − 35 йәшлектәр араһында Артур Буранбаев, Әхмәт Манапов, Илнур Әбдрәшитов, Илшат Ҡарағоловтар еңеүсе булды. 35 − 60 йәшлектәр араһында Илдар Ҡарағолов, Факил Кинйәбаев, Рәиф Сиражетдинов, Ғайса Мырҙабаев, Илфат Манаповтарҙың йорт-ихаталары “иң-иң”дәре булып танылды. 60 йәштән өлкәндәр араһында Рафаэль һәм Рауил Буранбаевтарҙың йорто өлгөлө тип табылды. Ауылда яҡшы һәм етеш донъя көтөп, матур балалар үҫтергән, ауыл ҡото, йөҙө булған күркәм ғаиләләр күп. Вәкилә һәм Рәфис Мырҙабаевтар, Ғәзизә һәм Әхмәт Уразаевтар, Әҡлимә һәм Наил Манаповтар, Гөлгөл һәм Азамат Йорт­бағышевтар “Өлгөлө ғаилә” исеменә лайыҡ булды.
Оҙаҡ йылдар күрешмәгән ауылдаштар өсөн был осрашыу айырыуса тулҡынландыр­ғыс булғандыр. Бер-береһен танымай тороуҙары берсә ҡыҙыҡ, берсә ҡыҙғаныс та. Байрамға килеүселәр ауылдың тағы ла матурайып, яңырып китеүенә хайран ҡалды.
Байрамдың икенсе өлөшөн Йөҙәкәй тауы битләүендә спорт ярыштары дауам итте. Ауылдаштар волейбол, көрәш, армспорт ярыштарында көс һынашһа, тоҡ менән алышта көслөләр, ҡолғаға менеүҙә таһыллылар асыҡланды. Битләүҙең бер яғында усаҡтар яғылып, ҡаҙандар аҫылды. Туған-тыумаса, күрше-күлән, ҡунаҡтар бергә сәй табынына йыйылды.
Кискә үҙәк урамдың майҙанында теләүселәр өсөн “әхритә” ойошторолдо. Бында хатта алма төшөрлөк тә урын булманы. Байрам төнгө күкте төрлө сағыу төҫтәргә күмгән фейер­верк менән тамамланды.
Осрашыуҙан һәр кем көс, дәрт, илһам алып, йәшәү мәғәнәһе һәм көсө быуындар бәйләнешендә, халыҡтың берҙәмлегендә икәненә тағы ла бер инанып, киләһе осраш­ҡанға тиклем һаубуллашты.

А. АҠЫЕВА.
Бөрйән районы.

Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”