RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

12.07.2013 Ә беҙҙең ауылда...

Был аҙнала ауылдарының көнитмеше, булған һәм булырға ниәтләнгән хәл-ваҡиғалары менән Әлшәй, Балаҡатай, Ауырғазы райондарынан хәбәрҙәр килде. Һеҙҙең ауылда ниҙәр бар? Шул хаҡта шылтыратып һөйләгеҙ.

Лилиә ЗАРИПОВА, Әлшәй районының Ғәйнәямаҡ ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы:

– Изге Рамаҙан айы башланыуға һөйөнөслө хәбәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ошо көндәрҙә ауылда күркәм бер йорт ҡалҡты – 5 июлдә мәсет үҙ ишектәрен асты. Уға былтыр августа нигеҙ ташы һалынғайны. Был иман йортон эшҡыуар, “Каскад” йәмғиәтенең генераль директоры Наил Хөснөтдинов ата-әсәһе хөрмәтенә һалды. Мәсеткә “Ғәлиә һәм Нәжметдин” исеме ҡушылды. Ауыл халҡы ла төҙөлөштән ситтә ҡалманы, һәр кем көсөнән килгәнсә өлөшөн индерергә тырышты, тап ауылдаштар булышлығы менән матур ҡойма эшләп ҡуйҙылар. Мәсеттә бөтә уңайлыҡтар бар, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-ат бүлмәһе айырым, бөхтә. Асыу тантанаһына бик күп ҡунаҡ килде, күрше райондар вәкилдәре булыу ҙа ҡыуандырҙы. Дуҫлыҡта, аралашып йәшәү мөһим бит. Өфөнән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин килгәйне. Ул бындай биналарҙың күпләп ҡалҡыуын, иман йорттарының ишектәре һәр саҡ асыҡ, эсе тулы кеше булыуын теләне. Төркиәнән дә ҡунаҡтар булды.
Дөйөм алғанда, ауылыбыҙҙа тормош гөрләп тора. 494 йортта 1183 кеше йәшәй. Уларҙың 40 проценты –‒ өлкәндәр. Халыҡҡа эш юҡ, тип тә зарлана алмайбыҙ, эшкә һәләтлеләр “Колос” агрофирмаһында эшләй. 99 бала уҡыған 9 йыллыҡ мәктәп бар, быйыл беренсе клас­ҡа 10 бала килә. Еләк бик уңды. Хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләй, бесән башланды.

Инна ЩЕРБИНИНА, Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика, кадрҙар һәм мобилизация эштәре бүлеге начальнигы:

– Беҙҙең Яңы Балаҡатай ауылында күркәм датаға – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған бихисап матур сара ойошторолдо. Ул көн 8 июлдә билдәләнһә лә, саралар алданыраҡ башланды – 5 июлдә “Мөхәббәт ағасы” байрамы уҙҙы. Унда ошо көндө никахтарын теркәтеүсе йәш ғаилә тәүге йоҙаҡты элде.
“Коляскалар парады” байрамы майҙанға йәш ата-әсәләрҙе һәм уларҙың балаларын йыйҙы. Ниндәй генә ҡупшы коляска менән килмәнеләр унда! Колясканы сәскәләй итеп тә, принцессаныҡы итеп тә биҙәгәндәр. Был тәңгәлдә Ҡорбановтар ғаиләһенә етеүсе булмағандыр – улар бәләкәстәренең “дүрт тәгәрмәсле” өйөн батша ҡыҙыныҡы иткән.
Ниндәй байрам өлгөлө ғаиләләрһеҙ үтһен ти?! Бергә 25 һәм унан да күберәк йыл йәшәүселәр тәбрикләнде. Алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүселәр Ғаилә байрамының йәме булды. Юбилярҙарға Башҡортостан Президентының иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды, һәр береһенең ғаилә тарихы тураһында бәйән ителде һәм парҙар Почетлы юбилярҙар китабында ҡултамғаларын ҡалдырҙы.
Ауылыбыҙҙағы матур сараны үткәреүҙә район ЗАГС бүлеге, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, етәкселек, шәхси эшҡыуарҙар әүҙем ҡатнашты.
Балалар өсөн айырым байрам саралары әҙерләнгәйне. Ошондай күркәм байрамдар халыҡты, ауылдаштарҙы берләштерә, туғандарҙы йыя, дан ғаиләләрҙе асыҡлай, йәштәр өсөн дә фәһемле.

Әлиә УРАЗБАХТИНА, Ауырғазы районының Яңы Атйетәр ауылы:

– Мин дә иҫтәлекле ваҡиға менән таныштырырға теләйем – беҙҙә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Ауылыбыҙ ярайһы ҙур. Байрамға ла ҡайтыусылар, килгән ҡунаҡтар күп булды. Тыуған төйәген оҙаҡ йылдар күрмәгәндәргә лә яҡшы форсат ине был сара. Ауыл гөрләп торҙо. Урындағы хужалыҡ эшсәндәре ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде, йәштәр концерт ойошторғайны, башҡорт, татар, рус, хатта инглиз телендә лә йырҙар башҡарылды. Байрам ысын һабунтуй төҫөн алды, барыһы ла булды – биҙрәләп һыу ташып ярышыу ҙа, тоҡ менән һуғышыу ҙа, мауыҡтырғыс башҡа уйын-ярыштар ҙа. Балаларға карусель, батут та алып килгәндәр.
Беҙҙең ауылда 50, 60 йыл бергә ғүмер итеүсе өлкән парҙар бар. Улар БР Президенты ҡотлауын һәм бүләген алып ҡыуанды.
“Иң күркәм йорт” конкурсы ла ойошторол­ғайны. Байрамдан алда өй хужалары шуға әҙерләнде. Район гәзите лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы – көн дауамында баҫмаға яҙылырға мөмкинлек булды. Байрамыбыҙ атйетәрҙәрҙең күмәкләшеп фотоға төшөүе менән тамамланды. Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, матур осрашыуҙар көнө шулай күңелле үтте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”