RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә һеҙҙә бесәнгә төштөләрме?

12.07.2013 Ә һеҙҙә бесәнгә төштөләрме?

Йәйҙең йәме – бесән әҙерләүҙә. Мал күҙенә ҡарап торған ауыл халҡы өсөн быйылғы йәй үтә һөйөнөслө – болондарҙа бесән күпереп үҫте, сабып ҡына өлгөр! Республиканың күп төбәгендә яуаплы осор башланды ла инде, ҡара тирең сыҡҡансы эшләп ҡалмаһаң, кәртә-ҡураға бесән үҙе килеп ятмаҫ.
Хәйер, инеңә салғы һалған бесәнселәр, салғы сүкеүҙән яңғырап торған яландар хәҙер һирәк күренеш. Хәҙер халыҡ техника менән сабыуға һалынды, ихата алдында торған трактор, мотоблок менән береһен дә аптыратып булмай.
Ир-ат үҙҙәрендәге бесән миҙгеле хаҡындағы фекерҙәре менән бүлешә.

Илгиз ИШБУЛАТОВ, Ишембай районы:

– Беҙҙә халыҡ 20 июнь тирәһендә үк бесән эшләй башланы. Үлән матур үҫкән, быйыл бесәнгә ҡытлыҡ булмаясаҡ, Аллаға шөкөр. Матур, күңелле миҙгелдә, яланда шау-гөр килеп, бер-береһе менән ярыша-ярыша күбәләр ҡойған кешеләргә ҡарап тороуы үҙе бер ғүмер. Кемдең техникаһы, сапҡысы, тырмаһы бар – уларҙың эше гөрләй, кәсеп өсөн иң уңай мәл. Сөнки беҙҙә бесән саптырыуҙың бер гектары 2 мең һум тора, ә йыйҙырыу 1 мең һумға төшә. Бесән күп, шуға күрә халыҡ, аҡсаһын йәлләмәй, сабып, ташып алырға ашыға. Төрлө хәлдәр бар, ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла тигәндәй. Быйыл беҙҙең яҡта күбеһе тәү тапҡыр бүлемдәрҙе (пай ерҙәрен) сапҡан­ға күрә ҡайһы берәүҙәр, яңылышып, сит сабынлыҡҡа төшкән, шунлыҡтан тауыш та ҡупҡылай.

Альберт ҠӘЛӘМОВ, Асҡын районы:

– Кеше рәхәткә өйрәнгән бит ул, тик техника менән генә сабырға теләй. Сапҡысҡа кистән үк сират алып ҡуялар, хаҡы башҡа ерҙәге кеүек – 1 гектарға 2 мең һум һорайҙар, пресс менән ҡыҫып, эҫкерт яһау 1500 һумға төшә. Күп ҡул көсө талап иткән хеҙмәт өсөн мин, мәҫәлән, аҡсамды һис йәлләп тормайым. Көндәр аяҙ торһа, бер көн эсендә өмә менән 2 гектарға тиклем ерҙе сабып, күбәләп, тейәп алып ҡайтырға була.

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН, Белорет районының Манышты ауылы:

– Ҡыҙыу бесән осоро бара, иртәнән алып кискә тиклем ҡулдан салғы төшмәй. Үҙебеҙҙең тракторыбыҙ бар, ҡайһы бер урындарын техника менән дә сабабыҙ. Туғандар, таныштар бер-беребеҙгә ярҙамлашып эшләйбеҙ. Һәр кем үҙ сабынлығында мәж килә, көн торошоноң да әлегә сабып-йыйыу өсөн иң уңайлы мәле. Беҙҙең тирә-яҡ урман, элегерәк бесәнселәр ҡуна ятып сапһа, хәҙер ни, һәр кемдә машина, эңер төшөүгә барыһы ла өйөнә ҡайта.

Фирзар МОРТАЗИН, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы:

– Әлегә бесәнгә төшмәнек, эштән ебәр­мәй­ҙәр. Урмансылыҡ хеҙмәтендә булғас, көнө-төнө хәүефһеҙлек һағындабыҙ. Бигерәк тә урман янғындарына ҡаршы киң эш алып барыла. Дөрөҫөн әйткәндә, ямғыр яуғанда ғына ял көндәре эләгә. Әмәлен табып, бесән эшләйәсәкмен. Беҙҙә ҡайһы берәүҙәрҙең сабынлығы ауылдан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тейәнеп барып, ике аҙна буйы ҡуна ятып сабабыҙ. Бында, салғынан тыш, косилка, кәкре салғы, мотоблок хутҡа китә. Ауылда бесән өсөн махсус мотоблок һатып алыусылар ҙа бар. Тик беҙҙең бесәнлектәрҙә үҫкән бәләкәй ағастар күп, мотоблоктың косилкаһы уларға тиҙ бирешә.

Л. ҺИҘИӘТОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”