05.07.2013 Ағыулы еләк эҙләйҙәр
Рәсәй Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең («Роспотребнадзор») Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы беҙҙең территорияла GII норовирусы менән зарарланған туңдырылған ҡурай еләген эҙләй.
Был еләк республикаға Голландиянан индерелгән. Быға тиклем уның Польша эшҡыуарҙарынан алыныуы билдәле. Туңдырылған ҡурай еләгенең яраҡлылыҡ ваҡыты 2014 йылдың аҙағына тиклем, шуға ла ул беҙҙең магазиндарҙа һаман һатыла.
Рәсәйгә 17000 килограмм вируслы еләк һатылған. Шулай уҡ ағыуланған тәмлекәс Австрия, Финляндия, Германия, Ирландия, Польша, Испания һәм башҡа илдәргә лә оҙатылған.
Норовирус бөтә донъяла киң билдәле ҙур бәлә. Уның ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары эпидемияһына килтереүе ихтимал.