05.07.2013 Күптән кәрәк ине!
РФ Президенты Владимир Путин бәлиғ булмағандар араһында традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе пропагандалауҙы тыйған законға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ РФ Енәйәт кодексына “диниҙәрҙең тойғоларын мыҫҡыллаған өсөн яза” төҙәтмәләре индерелде.
Бәлиғ булмағандар араһында “ғаилә ҡиммәттәрен” инҡар итеүселәргә – 4 – 5 мең һум, ә вазифалы кешеләргә 40 – 50 мең һум штраф һалынасаҡ. Бындай “эш” менән шөғөлләнеүсе юридик берәмектәргә бер миллион һумға тиклем штраф сәпәйәсәктәр һәм 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәренә сик ҡуйыласаҡ. Әгәр ҙә пропаганда киң мәғлүмәт саралары йәки интернет аша барһа, 50 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ.
Ә РФ Енәйәт кодексының 148-се статьяһына индерелгән төҙәтмәгә ярашлы (халыҡ алдында диниҙәрҙең тойғоларынан көлөү, ихтирамһыҙлыҡ күрһәтеү), 300 мең һумға тиклем штраф һалыу, бер йылға тиклем иректән мәхрүм итеү йәки ошо уҡ ваҡытҡа мәжбүри эшкә йәлеп итеү язаһы бар. Әгәр ҙә дини йолалар башҡарыу урынында йә уны атҡарған саҡта тәртипһеҙлек ҡылынһа, хоҡуҡ боҙоусыға 500 мең һумға тиклем штраф һалына, уның өс йылға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп ителеүе йәки иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Г. ЯХИНА.