RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҙмышмы, яңылышмы?

04.06.2013 Яҙмышмы, яңылышмы?

Яҙмышмы, яңылышмы? йәки бергә саҡтарҙың ҡәҙерен белегеҙ
Ҡәүиҙең ҡатыны үлеп китте. Тәүҙә ир быны аңламаны ла. Сөнки Хәлиҙә сиренә зарланмай ҙа ине. “Бөгөн бауырым сәнсә әле”, – тип әйткәненә ир иғтибар ҙа итмәне. Ҡырҡ йәшкә еткән кешенең ауыртмаған ере бармы ни инде ул?
Ҡатыны һәйбәт булған икән. Ҡәүи быны Хәлиҙәне ерләп ҡайт­ҡандан һуң бер аҙна үткәс аңланы. Ике бала менән тол ҡалғас, кистәрен тупһаға яңғыҙ сығып ултырыр ҙа, ҡатыны хаҡында уйлар ине. Ә ҡатыны иҫән саҡта уның барын да, юғын да, ҡәҙерен дә белмәне, ә бәлки, белергә лә теләмәгәндер, эш-мәшәҡәт мөмкинлек тә бирмәне, буғай. Хәйер, белмәне тип, аҡса-фәлән ҡатынында ине, нимә алһа ла, ирҙән рөхсәт кәрәкмәне. Ир етәксе урында эшләй, хеҙмәт хаҡын да, башҡа килемен дә мул ала, өйҙә аҡса етмәү мәсьәләһе тикшерелмәне. Ҡәүи эштән ҡай­тыу­ға тәмле аш-һыу әҙер, балалар, картуф, йәшелсә баҡсалары ҡарал­ған, күлдәк-салбар үтекләнгән. Ир өндәшмәй, ашай ҙа китеп юғала, төн уртаһында арып ҡайта. Ҡатын һөйләшмәй, тыныс ҡына ғаилә, донъя йөгөн һөйрәй. Бәлки, ул улар­ға ҡәнәғәт тә булмағандыр, иркәләү һәм наҙ, иғтибар ҙа кәрәк булғандыр, кем белә?..
Ир өсөн был ожмах мәңгелек кеүек ине. Ҡатыны үлеп, беренсе тапҡыр аш бешереп, табаҡ-һауыт, кер йыуғас, бала ҡарауҙың ни икәнен белгәс, аңланы – ҡатыны алтын булған, уның ҡәҙерен генә белмәгән икән. Ирҙең күңелендә әллә ниндәй бер һыҙланыу яралды, ваҡыт-ваҡыт был донъяның кәрәк­һеҙлеге, ҡатыны артынан теге донъяға киткеһе килде. Йәшәүҙең мәғәнәһе, донъяның ҡыҙығы бөттө.
Әммә балалары Ҡәүиҙе күңел­һеҙ уйҙарынан айнытты. Улар өсөн тормош көтөргә кәрәк ине. Йылға яҡын бер үҙе йәшәне, бер йылдан һуң бер матур ҡатын менән танышты. Осрашып йөрөнөләр, әммә ҡатын ауылға килеп, һыйыр һауып, 30 сутый баҡсаны эшкәртерлек, ике балаға наҙ бирерлек түгел ине. Шуға улар бер-береһенән әкренләп һыуынды, сөнки былай осрашып йөрөүҙең артабан мәғәнәһе булманы.
Ә бына Фәриҙә менән бөтөнләй икенсе хәл булды. Ҡәүи уны бер танышына ҡунаҡҡа барғас осратты. Урындары йәнәш тура килде. Беренсе һүҙҙәре үк ирҙең мейеһен томаланы. “Ҡәүи, ҡәҙерлем, ана теге салфетканы алып бирегеҙ әле”, – тине сибәр ҡатын матур акцент менән.
Йә, Хоҙай, 20 йыл ҡатын менән йәшәп, “ҡәҙерлем” һүҙен ишеткәне юҡ ине Ҡәүиҙең. Ул салфетканы ғына алып бирҙе, ҡалғанын Фәриҙә үҙе эшләне, тәмле ризыҡтарҙы ирҙең алдына өйҙө, ара-тирә “яңылыш ҡына” түше менән уның иңбаштарын “тарап” уҙҙы. Ҡәүиҙең һушы китте. Төндә был ҡатынды оҙатып ҡуйғанын саҡ хәтерләй, башы томан эсендә ине. Ҡапҡанан инеп киткәндә Фәриҙә быны шундай итеп ҡосаҡлап үпте, яҡындағы телефон бағанаһы булмаһа, ир ауған булыр ине. Булһа ла була икән ҡатындар. Икенсе, өсөнсө кистән һуң Ҡәүиҙең был ҡатын менән мәңге бергә йәшәгеһе, ожмах эсендә йөрөгөһө килде. Ә ҡатындың ире – “ужым быҙауы” Себерҙә икән. Ике балалары бар. Әммә мөхәббәткә кәртә юҡ, былар өйләнеште. Фәриҙә Ҡәүиҙең өйөнә йәшәргә килде. Фәриҙәнекеләр башта ирҙә ҡалһа ла, уларҙы ҡарау Ҡәүи иңенә төштө, бында үҙенең дә ике балаһы бар ине.
Ысынлап та, улар һәйбәт кенә йәшәп китте. Йәш ҡатын иртән Ҡәүиҙе үбеп уята, эшкә киткәндә тәҙрәнән тулы аҡ ҡулдарын болғап оҙатып ҡала. “Ҡәҙерлем”, “Һөйөк­лөм” тигән һүҙҙәрҙе аҙым һайын ҡабатлай. Бер-ике айҙан һуң был һүҙҙәр дежур һүҙҙәргә әйләнеп китте, ҡолаҡты яра башланы. Әммә уртаҡ улдары тыуғас, һөйөнөп бөтә алманылар. Бала тирәләй үҙҙәре лә сабый кеүек йүгереште.
Ике арала ҡара бесәй ҡасан йүгерә башланы икән? Ҡәүи былар хаҡында әле лә уйлана. Үҙ ҡыҙының бойоҡлоғон күреүҙән башланды, буғай. Ҡыҙы кисен тупһала бик күңелһеҙ ултыра ине.
– Ни булды, ҡыҙым?
Ҡыҙ өндәшмәне. Унан әкрен генә: “Фәриҙә апай әрләне”, – тине. Шунда ғына Ҡәүи аңланы – үҙенең шәхси бәхетен уйлап, улы менән ҡыҙын онотҡан бит. Йәш ҡатын уларға бөтөнләй иғтибар итмәй башлаған. Малайы, ярай, көн буйы үҙе янында йөрөй, ә ҡыҙ бала гел үгәй әсәһе янында. Уға нисек икән? Икеһе лә үҫкән инде. Үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Шулай ҙа әсә йылыһы етмәй шул. Фәриҙә быларға әсәй булырға теләмәне, биҙәнеп-төҙәнеп түрә бисәһе булып йәшәй бирҙе. Үҙ балалары ире янында ҡалһа ла, улар­ҙы онотманы, ә Ҡәүиҙең балалары баҡсала эшләне, мал ҡараны, һауыт-һаба йыуҙы.
Ир быларҙы һуң аңланы. Улы менән ҡыҙының моңһоу күҙҙәрен күргәс, айнып китте ул. Фәриҙә менән ныҡлап һөйләшергә ине лә һуң, ихтыяры етмәне. Ә бына Фәриҙәнең балалары өсөн аҡса ҡыҙғанманылар: икеһе лә Ҡәүиҙең аҡсаһына түләүле юғары белем алды, башлы-күҙле булды. Дөрөҫ, Ҡәүиҙең үҙ балалары ла уҡып, һөнәр алып сыҡты, ғаилә ҡорҙо. Уларҙың тиҙерәк үҙ ҡыуыш­та­рын булдырғылары килгәндер инде. Сөнки тыуған йортҡа юлды үгәй әсәй бик тиҙ япты.
Көндәрҙән бер көндө ирҙе эшенән алдылар, хеҙмәт хаҡы ла, башҡа килеме лә бөттө. Шул көндән үк Ҡәүи Фәриҙәнең һәм уның балаларының үҙенә ҡарата һыуынғанын тоя башланы. Иртә таңдан кискә ҡәҙәр иргә ҡарата дәғүәләр артты. Ике арала һүҙләшеү китте. Ауырыу иргә тәрбиә, тыныслыҡ кәрәк ине. Өлкән йәштәге ир өсөн ауыр көндәр башланды. Ул хәҙер йыш ҡына беренсе ҡатынын иҫенә төшөрә, уның менән үткән һәр минуты алтын булған, ҡәҙерен белмәгәнмен икән, тип уйлай башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, йәшәгеһе килмәгән саҡтары ла күп була, күҙҙәренә йәш килә. Әммә үҙенең өс балаһы барлығы ғына тота кеүек.
Ә бер көндө Фәриҙә айырылышыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Улай ғына ла түгел, өйҙө, байлыҡты бүлешергә кәрәк, тине. Эшләмәгән, килеме булмаған ҡатын Ҡәүи йыйған байлыҡты бүлешәсәк. Иҫәпләп ҡараһаң, бөгөн-иртәгә өлкән йәштәге ир урамда тороп ҡалырға ла мөмкин бит. Ә йәш ҡатын­ға, уның балаларына киткән аҡса елгә осто шул.
Ҡайҙа хаталандым, тип уйлай Ҡәүи, яҙмышмы, яңылышмы был ғибрәтле тормош?
Байлыҡ, аҡса алғы планға күскән был заманда һөйәркә тотоу ҙа, ҡатын алмаштырыу ҙа ҙур яңылыҡ түгел. Йәш, көслө ваҡытта биҙәнеп-төҙәнеп урамда баҫып торған йәш ҡатын, кухняла, бала янында мәж килеп, үҙен-үҙе ҡарарға ваҡыт та тапмаған ҡатындан яҡыныраҡ, мөхәббәте лә көслөрәк кеүек тә ул...
Ҡартайғас, көсөң бөткәс, һин ундайҙарға кәрәкмәйһең икән...

Рәзиф ЗИЯТДИНОВ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм
киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Борай районы.

(Исемдәр үҙгәртеп алынды).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”