RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙе ҡайҙа көтәләр?

31.05.2013 Беҙҙе ҡайҙа көтәләр?

Илдең йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе белгестәре Рәсәй халҡының йәй көнө ҡайҙа ял итергә йыйыныуын тикшергән. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, рәсәйҙәрҙең 33 проценты ялын сит илгә сығып үткәрергә теләй икән. Халыҡтың ҡап яртыһы тиерлек отпускыһында диңгеҙ йәки океан ярында ял итеүҙе хуп күрә. 2012 йылдың йәйендә респонденттарҙың 47 проценты өйҙә генә ятҡан, 25 проценты дача-баҡсаларына йөрөгән. Сит илгә сығыусылар − 8 процент.
Отпускылар мәле башланып тора. Йылдың 11 айында эшләп, законлы ялыбыҙҙы матур итеп уҙғарыу теләге бар. Ләкин, дәрт бар ҙа, дарман нисегерәк икән һуң? Йәйгә пландарын белешеү маҡсатында бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Альбина МОЗАФАРОВА, туристик агентлыҡта ете йыл эшләй:
− Республика халҡының сит илгә сығып ял итергә бөтә мөмкинлектәре лә бар – путевкаларҙы арзанға ла, ҡиммәткә лә алырға була. Эшләй башлаған ғына ваҡыттағы менән әлеге хәлде сағыштырырлыҡ та түгел. Туристарыбыҙ ҙа, путевкаларыбыҙ ҙа ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, тип әйтергә кәрәк.
Беҙҙең туристик агентлыҡҡа килгән клиенттарға ҡарап фекер йөрөтһәң, республика халҡының ял итергә иң яратҡан иле – Төркиә, унан һуң Мысыр икәне күренә. Былтыр Греция менән Кипрға барыр­ға теләүселәр ныҡ артты. Был илдәрҙә ял итеүҙең хаҡы ла Төркиәнекенән әллә ни айырылмай.
Минең шәхси фекерем – Башҡортостанда мосолмандар күп йәшәй, бәлки, шуғалыр ҙа беҙҙекеләр мосолман илдәренә ҡабат-ҡабат бара.
Эш аҡсала ғына, тип уйламайым. Ял итеү пляжда һуҙылып ятыу ғына түгел бит, башҡа мәҙәниәт, көнкүреш менән танышыу ҙа. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә һәм Вьетнамға барыусылар арта. Августа – туйҙар мәлендә Парижға барырға теләүселәр күбәйә. Хаҡтарға килгәндә, улар көн һайын үҙгәреп тора. Былтыр, мәҫәлән, июль – август айҙарында халыҡ араһында популярлыҡ менән файҙаланған бер илгә лә “янып барған” путевкалар булманы тиерлек, самолеттар алдан уҡ тулып, буш урындар ҡалманы. Әле арзаныраҡ хаҡҡа ял итергә барырға була (мәҫәлән, 15 мең һумға − Төркиәгә, 20 мең һумға – Кипрға), әммә июль уртаһынан хәл үҙгәрер, йәғни путевкаларҙың хаҡы артыр, тип уйлайым.

Лилиә ФӘЙРҮШИНА, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығының баш белгесе:
− Отпускымдың яртыһын Башҡортоста­ныбыҙҙағы бер санаторийҙа үткәрҙем инде. Ҡалған яртыһын тыуған йортомда, әсәйем янында ял итәсәкмен. Бер ниндәй ҙә сит илгә барырға йыйынмайым. Йәй айҙарында республикабыҙ үҙе үк ожмах кеүек матур. Ял итергә лә, еләк йыйырға ла, һыу инергә лә мөмкинлектәр бар.

Айрат ТӨХВӘТУЛЛИН, инженер-төҙөүсе:
− Ҡатыным һәм ике йәшлек кенә ҡыҙым менән Кипрҙан ҡайтып ҡына торабыҙ. Ҡыҙым тәпәй баҫыу менән былтыр Төркиәлә ял итеп ҡайтҡайныҡ. Бәләкәй сабыйы булған кешеләр юл йөрөүҙән ҡурҡмаһын – балабыҙ саҡ ҡына ла мыжыманы. Ә инде пляжда беҙҙең ҡыҙҙан да бәхетлерәкте табып булмаҫтай ине – ярты көн самаһы ғына тулҡындарға ҡарап ҡурҡыңҡырап торҙо ла, тиҙ генә өйрәнеп тә китте. Декрет ялында ултырған ҡатыным да бик ҡәнәғәт. Юҡһа, бала тапҡандан һуң тормошом ныҡ ауырлашыр, бер ниндәй ҙә ял итеү булмаҫ, тип ҡаңғыра ине.
Һүҙ ҙә юҡ, Башҡортостаныбыҙ ҙа бик матур. Ләкин үҙебеҙҙә ял итә алмайым – ауылға ҡайтһаң, бесәне, баҡсаһы, тағы әллә күпме бөтмәҫ мәшәҡәт көтөп кенә тора. Ауылда бот күтәреп аҙна буйы йылға буйында ҡыҙынып ятып булмай бит инде – күңел дә сыҙамай, оло йәштәге атайым да әрләп ташлаясаҡ. Ә ял итке килә. Шуға ла “ете диңгеҙ аръяғына” ҡасып тигәндәй барып киләбеҙ.

Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”