28.05.2013 “Йәшлек”һеҙ беҙ һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа”
Әбйәлилдәр, һәр ваҡыттағыса, матбуғатҡа әүҙем яҙыла
Хеҙмәт ялымдың беренсе аҙнаһы. Ҡала шау-шыуынан һуң ауылдағы яҙғы һауа, йәшеллек, ҡоштар һайрауы ожмахҡа тиң – рәхәтләнеп тыуған ауылымда ял итәм.
Үҙем ял итһәм дә, хеҙмәттәштәрем өсөн әле бик ҡыҙыу осор, матбуғатҡа яҙылыу бара. Мәйтәм, минең дә бер файҙам тейһен әле, ауылдаштарымдың хәлен белешеп, гәзиткә яҙылыу кампанияһы менән ҡыҙыҡһынып, Ташбулатты бер урап ҡайтайым. Эште электән матбуғатты күпләп алдырыусы Рауза инәй Ҡужәхмәтованан башларға булдым, етмәһә, уның йорто беҙҙекенән алыҫ түгел. Ауылдың “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле етәксеһе, хеҙмәт ветераны, абруйлы ағинәй мине ҡушҡуллап ҡаршы алды.
− Гәзит-журналға иртәгә барып яҙылам тип тора инем, был көндәрҙә бушамай киттем. Онотоу ҡайҙа, юҡ-юҡ, мотлаҡ алдырасаҡмын, − тине Рауза инәй. – Һиңә бер һорауым бар – әлегә гәзитте аҙнаһына ике тапҡыр алып ҡыуанабыҙ, тиҙҙән беҙҙең шатлыҡ ҡыҫҡара, тимәк?
Ауылдашыма гәзитте аҙнаһына бер тапҡыр 24 битлек булып сығарыу йәһәтенән былай тип аңлатам: “Был иң беренсе гәзит уҡыусыларыбыҙҙың баҫманы теүәл һәм ваҡытында алһын өсөн уйлап эшләнде. Сөнки ҡайһы бер яҡтарҙа почта өҙөклөктәре арҡаһында матбуғат аҙнаһына бер тапҡыр ғына таратыла. Бының өсөн борсолорға кәрәкмәй, сөнки биттәр күләменең артыуы гәзиттең йөкмәткеһен тағы байытасаҡ”.
− Мин хикәйәләр уҡырға яратам, ләкин уларҙы бүлеп биреү бәҫен төшөрә һымаҡ. Тағы яҙыусылар, артистар тураһында мәҡәләләрҙе йышыраҡ күрергә теләр инем, − тип уй-теләктәрен белдерҙе инәй хушлашҡанда.
Йәштәр урамына, халыҡ телендә, Өҫкө урамға, күтәреләм. Бирәм, тигән ҡолона − сығарып ҡуйған юлына, тигәндәй, миңә тәүге уҡытыусым, мәғариф ветераны Файза Кәбирова осраны. Беләм, тәү тапҡыр хәреф танырға өйрәтеүсе остазым “Йәшлек” гәзитен бик яратып уҡый, баҫылып сыҡҡан һәр мәҡәләгә ҡарата тиерлек үҙ фекере бар. Был хаҡта яратҡан уҡытыусым менән осрашҡан һайын әңгәмә ҡорорға яратабыҙ, яратҡан, үҙ күргән кешемдең һәр һүҙен хөрмәт итәм. Был юлы ла ҡосаҡлашып күрешеп, хәл-әхүәлде белешкәс, телде ҡытыҡлап торған һорауҙы бирәм:
− Файза Әбсәләм ҡыҙы, киләһе ярты йыллыҡта “Йәшлек”тән айырылмаҫһығыҙ инде...
− Үҙең беләһең, мин был гәзитте “Ленинсы” ваҡытынан уҡ, 1967 йылдан алдырам. Матбуғаттың һәр саҡ үҙ ҡарашы булырға тейеш, ә был йәһәттән республикала “Йәшлек”кә етеүсе юҡ, тип иҫәпләйем. Ошо көндәрҙә почтальонға аҡса биреп ебәрҙем, квитанцияһын килтерергә тейеш. Гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк? − тип яуапланы Файза апай. – Ана, Рәйлә әхирәтем дә сығып баҫҡан, ул да почтаға барып урағандыр, моғайын.
Беҙҙең янға яҡынлашҡан Рәйлә Рәхмәтуллина, хәбәрҙең асылына төшөнгәс, йылмайып ебәрҙе:
− Яҙылдым, әлбиттә, яҙылдым. Ә һин беләһеңме, ҡыҙым, Файза был тирәлә гәзит-журналға яҙылыу буйынса барлыҡ күрше-тирәне контролдә тота. Урындағы агитатор бит ул беҙҙең, кем яҙылмай ҡалған, уның менән бигерәк ҡаты һөйләшә!
Рәйлә инәй әйтеүенсә, кешене рухиәткә илткән юлда гәзит төп ролде уйнай. Күп рубрикалы, темаларға бай матбуғатҡа халыҡ үҙе тартылып тора. “Йәшлек” гәзитендә беҙҙең яҡтың кешеләре тураһында йыш баҫыла, шунлыҡтан уны уҡыуы икеләтә ҡыҙыҡ, ти.
− Ай-һай, бында ниндәй кәңәшмә? − боролоп ҡараһаҡ, баҡсаларында эшләп йөрөгән Ғәлиә һәм Сабит Ғүмәровтар ҡойма аша үрелеп ҡарап тора.
− Бына, кемдәрҙең гәзиткә яҙылыу-яҙылмауын тикшерәбеҙ әле, − тип шаяртты Файза апай.
Ғүмәровтар ҙа, рухлы, дәртле ғаилә булараҡ, бер тауыштан, “Йәшлек”кә яҙылдыҡ, тип белдерҙе. Улар, почта килеү менән, гәзиткә талашып та алабыҙ, ти уйынлы-ысынлы. Исеме “Йәшлек” булһа ла, гәзит бөтә йәштәгеләр өсөн, баҫмағыҙ бына тигән, маладистар, тип, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәнеләр.
Ауылда әҙәбиәткә, йыр-моңға ғашиҡ булып танылған әңгәмәселәрем менән һөйләшеү тағы йәнләнде. Күп тә үтмәй, яныбыҙға зыйылдатып бер машина килеп туҡтаны. “Тимер ат”тың хужалары Рәйлә һәм Рәүеф Ирназаровтар булып сыҡты. Магазиндан ҡайтып барыуҙары икән.
− “Йәшлек”һеҙ беҙ – һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа! Бына мин, мәҫәлән, Алһыу Ишемғолова алып барған “Сәйәсәт кенә түгел” рубрикаһын үле-еп яратам! – Рәүеф ағай шунда уҡ гәзитте тикшереүгә күсте. – Нимә оҡшай, тиһеңме, темаларҙың күп төрлө булыуы күңелемә яҡын. Шул уҡ ваҡытта ике-өс номерға һуҙылған хикәйә-мәҡәләләр бер аҙ ялҡыта.
Оҙаҡ йылдар география уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ағай, баҫмала топонимик хаталар ҙа булғылай, тип белдерҙе. Мәҫәлән, былтыр көҙ айында сыҡҡан бер мәҡәләлә Ырымбур өлкәһенең Диңгеҙ ҡасабаһында булған ваҡиға тураһында һүҙ барған, ә ысынында ул Дуңғыҙ ҡасабаһы икән. Эйе, гәзит эше һис тә еңел түгел, бер көн эсендә тиҫтәләгән мәғлүмәтте баштан үткәрергә кәрәк. Шуға күрә ҡайһы бер күҙҙән ысҡындырған хаталар өсөн ғәфү үтенергә тура килә. Рәүеф ағай, уңайын тура килтереп, бер лаҡап һөйләп үтте:
− Совет осоронда матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына етди ҡаранылар, хатта гәзит-журналға яҙҙыртыу мәжбүри ҙә булды. Шулай бер ауылға кампанияның барышын тикшерергә барҙыҡ. Баҡһаң, ауылда ни бары бер әбей бөтөнләй гәзит-журнал алдырырға теләмәй икән. Етәксе: “Ни эшләп улай?” – тип һораны. Уға: “Әбей һуҡыр бит”, − тип аңлаттылар. “Һуҡыр булһа ла, яҙылһын, гәзит йомортҡа төрөргә лә бара!” − тип екерҙе был түрә.
Гәзит уҡыусылар менән көлөшә-көлөшә хушлашҡас, артабан ауылдың модель китапханаһына инеп сығырға булдым. Китапханасы Әлфиә Әҡсәнова ла гәзит тураһында уй-фекерҙәрен еткерҙе.
− “Йәшлек” гәзитен энәһенән-ебенә тиклем уҡып сыҡмайынса күңел булмай, тормошто бөтә яҡлап та яҡтырта, миңә “Журналист мәсьәлә күтәрә”, “Фекер”, “Һорау-яуап” рубрикалары бигерәк оҡшай, аш-һыу рецептарын йыйып барам. Тарихҡа, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, сәйәсәткә, ауыл тормошона, социаль темаларға материал һорап мөрәжәғәт итеүселәргә тоттороп сығарырлыҡ мәҡәләләр “Йәшлек”тә йыш донъя күрә, был китапханасылар өсөн бик уңайлы.
Ташбулатта почтальондарҙан барыһы ла ҡәнәғәт. Рәсимә Килдейәрова − күрше Айыуһаҙы ауылынан, Фәйрүзә Мостафина, Покровканан килеп эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарҙы һис һуңлатҡандары юҡ, көнөндә үк тараталар, тип маҡтайҙар.
Әйтергә кәрәк, тағы бер маҡсатым – ауылдаштарымды “Минең Рәми” марафонына ҡушылырға саҡырыу теләге лә бар ине. Был эште ойоштороу һис тә ауыр булманы, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйөүселәр дәррәү ризалашты, бигерәк тә оло йәштәгеләр. Билдәләнгән ваҡытҡа улар ауыл китапханаһына ағылды. Тик мәктәп уҡыусылары менән аймылыш булдыҡ – шиғыр һөйләргә теләгән балалар Өфөлә билдәләнгән ваҡыт буйынса йыйылған, ә беҙ, ауылса, бер сәғәткә һуңлап башларға һөйләшкәйнек. Йәл, сараның башланыуын көтөп арыған уҡыусылар таралышҡан булып сыҡты. Барыбыҙ ҙа йыйылһаҡ, китапхана залына һыймаҫ инек, биллаһи.
Шулай ҙа, беҙҙәге марафон башҡаларҙыҡынан һис тә кәм булмағандыр, тип уйлайым. Телгә бай, йор, таҡмаҡ оҫтаһы булараҡ танылған “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле йыйылған ерҙә бер ҡасан да күңелһеҙ булмай. Ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнаған ағинәйҙәрҙең һәр һүҙе тос, әһәмиәтле. Уларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Илсиә Билалова һәм Айгөл Хисмәтова ҡушылды. Йөрәгендә Рәми рухын йөрөтөүселәр хисләнеп китеп шиғырҙар һөйләгәндә хатта күҙҙән йәштәр бәреп сыҡты. Мәҫәлән, нәфис һүҙ оҫтаһы Хәмдиә Фәйезованың “Аманат”ты тасуири һөйләүе береһен дә битараф ҡалдырманы. Еүәйрә Иҙрисова үҙ сиратында моңло тауышы менән “Кәкүк”те йырлап ебәрмәһенме. Уҡыусылар Зәлиә Ҡарағужина, Наҙгөл Сәйәхова, Илсиә Сөнәғәтова, оло быуындан өлгө алып, шиғырҙарын бик оҫта ятланы. Рәмиҙе күреп-белгән, аралашҡан Рәүеф Ирназаров, Гөлнур Хәлитова шағир хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Республиканың поэтик флешмобына ҡушылып, “Туған тел”де яңғыратҡас, арабыҙҙа бер аҙ тынлыҡ урынлашты. Күңелдәге хистәр ҡапма-ҡаршылыҡлы ине – Рәми Ғариповтың ҡыҫҡа һәм аяныслы ғүмере әсендерһә, ижадының үлемһеҙ булыуы, бөгөн уның рухы алдында баш эйеүебеҙ әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек тыуҙырҙы. Кисәне йомғаҡлап, “Минең Рәми” марафонында ҡатнашыусылар “Минең йондоҙом” йырын һуҙҙы.
Дәрт-дарманы ташып торған, үҙҙәре әйтмешләй, ауыл “авангарды”нан төшмәгән “Гөлнәзирә”гә, уңған, сая инәй-апаларға һоҡланып, был әһәмиәтле сараға битараф булмауҙары өсөн оло рәхмәтемде белдереп, ҡайтырға ҡуҙғалдым. Ә улар сираттағы ҡуйыласаҡ концерттарына әҙерләнеү өсөн репетиция үткәреп ҡалды.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.