RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гармунға һәйкәл асылды

28.05.2013 Гармунға һәйкәл асылды

Гармунға һәйкәл асылдыЯңауыл ҡалаһында етенсе тапҡыр Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика сараһы үтте. Байрамда 37 райондан, шулай уҡ Удмурт Республикаһынан, Ханты-Манси Автономиялы Округынан, Пермь крайынан 206 башҡарыусы − өлкәндәр һәм балалар, гармунсылар ансам­бл­дәре, тальянсылар ҡатнашты. Сығыштарҙы абруйлы жюри, шул иҫәптән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вячеслав Беляков баһаланы. Ҡатна­шыусылар яҡшы әҙерлек һәм юғары башҡарыу оҫталығы күрһәтте. Гран-приға Күгәрсен районынан Рафиҡ Ҡотлоғужин лайыҡ булды. Еңеүсегә Тула гармуны бүләк ителде.
Йылдан-йыл конкурс даирәһе киңәйә бара. Сараның кимәлен күтәреү һәм ҡатнашыусылар һанын арттырыу маҡ­сатында Бәләбәй, Күмер­тау ҡалаларында, Салауат райо­нында зона конкурстары үтә. Быйыл айырыуса мәсетлеләр, дыуандар, салауаттар, ҡыйғылар, балаҡатайҙар әү­ҙем булды. Сарала тәүге тапҡыр Бәләбәй ҡалаһы, Ейәнсура, Нуриман, Мәләүез, Стәрле­баш, Стәрлетамаҡ район­дары гармунсылары ла ҡатнашты.
“Орленок” һауыҡтырыу ла­герында конкурсанттарға, ҡунаҡтарға “Тәбиғәт илһам бүләк итә” тип аталған мәҙәни программа тәҡдим ителде. Яңауылдың бейеү, фольклор һәм йыр коллективтары ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар, йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Төрлө халыҡ уйындары ойошторолдо.
Байрам ҡала майҙанында гала-концерт менән тамамланды. Байрамды ябыу тантанаһы алдынан ҡаланың ял итеү паркында гармунға һәйкәл асылды. Бындай һәйкәлдәр Һарытау, Иваново ҡалаларында, Тверь өлкәһендә бар. Гармунлы Яңауылды ла һәйкәл биҙәп торасаҡ.

М. МОРАТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”