RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изге йөрәк изгелек сәсә

28.05.2013 Изге йөрәк изгелек сәсә

Изге йөрәк изгелек сәсәБарыһы ла бер кешенән, бер изгелекле йөрәктән башлана. Медицина учреждениеларында йыш булып, ундағы ауыр мөхитте, стеналарға ғына түгел, ә һауаға ла һеңгән сир еҫен үҙ күңеле менән тоя Андрей Бикҡолов атлы егет. Ундай хәл-торош бит сәләмәт кешене лә хәүеф, өмөтһөҙлөк, юлһыҙлыҡ сигенә килтерә.
Кешеләргә нисек ярҙам итергә һуң? Әлеге мөхитте нисек бер аҙ булһа ла еңеләйтергә? Ниндәй юлдар менән сирлеләрҙең рухын күтәрергә? Егет алдында ошондай һорау­ҙар тыуа. Һәм ул… комедиялар күрһәтергә була. Был, һис шикһеҙ, кәйефте күтәрәсәк. “Шат йөрәк табиплыҡ кеүек шифа бирә, ә рух төшөнкөлөгө һөйәкте ҡорота”, – тип яҙыл­ған бит Тәүратта ла.
Андрей Өфө ҡалаһы онкология диспансерының баш табибы менән шәмбе көндәрендә фильм күрһәтеү буйынса килешә лә, республиканың төрлө райондарынан йыйылған кешеләрҙе дауахананың бер мөйөшөнә кино ҡарарға саҡыра башлай. Тәүҙә яңғыҙы эшләй. Егеттең игелеклелеге, яҡшы ниәттәре башҡаларға ла йоғонто яһай һәм ярҙамсылары ла табыла. Тиҙҙән “Изге йөрәк”тә татыу, берҙәм команда туплана. Уларҙың тырышлығы менән ике йыл эсендә бихисап кешене шатлыҡ, мөхәббәт һәм игелек ярҙамында һауыҡтырыуға өлгәшелә. Залдар тулы концерттар ҙа ҡуйыла, был бигерәк тә Пасха, Раштыуа кеүек байрамдарҙа була. Мобиль китапхана ла туплана – китаптарҙы сумкалап-сумкалап ташыйҙар, хатта тотош йорт китапханаһын бүләк итеүселәр ҙә табыла. Үҙ өйөн, мәшәҡәттәрен бер көнгә ҡалдырып, сирлеләр араһына килеүселәргә нисек һоҡланмайһың?! Бер йылы һүҙ көс тә, өмөт тә, ышаныс та бирә бит ул. Кеше йылмайыуҙан, ихлас ҡосаҡтан да шәбәйә!
“Изге йөрәк”тең Баш­ҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән берлектәге хәйриә проектын да атап үтеү мотлаҡ. “Урман йәрминкәһе” тип атал­ған сара ысын мәғәнәһендә байрам төҫө алды, йылылыҡ, иғтибар, хәстәрлек менән тулы булды.
Шахмат-шашка, домино турнирҙарын да ойошторҙо “изге йөрәк”тәр. Был сирлеләрҙе бер нисә сәғәткә ауырыуы тураһында онотторҙо, һәр кемдә ярыш сәме уянды. Кешеләр аралашыуҙан, дөйөм шатлыҡтан да энергия, көс алып, һауығыу юлына баҫты.
Бөгөн республика хәйриә ойошмаһы – “Изге йө­рәк”тең эштәре күп. Ул хәҙер бер Андрей ғына түгел, ә егермеләгән волонтерҙы үҙ эсенә алған. Барыһы ла йөрәге ҡушыуы буйынса дауахана­лар­ға еңеллек, ҡеүәт, йыуа­тыу алып килә.

Александр СТАРУХИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”