28.05.2013 Көҙгө
Йәш ҡатын әсәһенә зарлана:
– Әсәкәйем, иремде күрә алмайым. Ул шул тиклем үҙгәрҙе! Мине бөтөнләй аңламай, хөрмәт итмәй һәм һәр ваҡыт әрләшә лә әрләшә. Минеңсә, ул мине яратмай башланы.
– Ә һин үҙең? Үҙең һуң уны хөрмәт итәһеңме? Уны аңлайһыңмы? – тип һорай әсәһе.
– Тағы нимә? – тип яуаплай ҡатын. – Уға үпкәләргә була, ә миңә – юҡмы ни? Ул миңә нисек, мин дә уға шулай! Ул мине хөрмәт итмәй икән, нишләп уны хөрмәт итергә тейешмен әле? Мине аңламай икән, ни өсөн мин аңларға тейешмен?
– Улай булғас, ҡыҙым, мөғжизә көтмә. Әле һин көҙгө һымаҡ. Ирең артынан уның хаталарын ҡабатлайһың. Әммә, көҙгөнән айырмалы рәүештә, ҡатын иренең етешһеҙлектәрен генә күрергә тейеш түгел, ә тәү ҡарашҡа күренмәгән башҡа нәмәләрҙе лә тойорға бурыслы. Әгәр ҡатын мөләйем, йомшаҡ күңелле икән, тимәк, ире лә шундай булырға тырышасаҡ. Ҡатын кеше ирен хөрмәт итһә, ире лә уны хөрмәт итәсәк. Ирен ярата икән, ире лә уны яратасаҡ. Шуның өсөн дә ҡыҙым, – ти әсәһе, – һин иреңдең бөтә яҡшы яҡтарын күрергә тырыш. Бер-берегеҙҙе аңлап йәшәһәгеҙ, алда бөтәһе лә яҡшы буласаҡ…
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.