RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бына был, исмаһам, беҙҙеңсә

24.05.2013 Бына был, исмаһам, беҙҙеңсә

Республика министрҙары һөнәрҙәрен алмаштырҙы
Бына был, исмаһам, беҙҙеңсәБР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙенсәлекле акция үткәрҙе. Улар чиновниктарға хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәр буйынса эшләргә тәҡдим итте. Шулай итеп, Башҡортостан министрҙары, эшлекле кәңәшмәләр үткәреү урынына, үҙҙәрен ябай эшсе сүрәтендә һынаны.
Мәҫәлән, БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев баш ҡалалағы “Өфө икмәге” заводында тир түкте. Уға ҡамыр баҫыу, йә икмәк бешереү эшен бирмәгәндәр, бының өсөн махсус белем һәм тәжрибә кәрәк. Георгий Анатольевичҡа “Черниковский” ҡара икмәген теҙеп һалыу­сы бурысы йөкмәтелгән. Йәғни ул конвейерҙан килгән икмәкте кәштәләргә һалып барған.
Бына был, исмаһам, беҙҙеңсәИкмәк һалыусылар төнгө һәм көндөҙгө сменалап тәүлегенә 12 сәғәт эшләй икән. “Черниковский” икмәге тәүлегенә ун ике тоннаға тиклем етештерелә. Ул арыш һәм беренсе сортлы бойҙай ононан бешерелә, сеймал Сибайҙан һәм Дәүләкәндән алына.
Георгий Анатольевич эш араһында журналистар менән һөйләшергә лә ваҡыт тапты:
– Бер ҡасан да икмәк заводында булғаным юҡ ине. Теҙеүсе эше ауыр түгел, бер ниндәй ҙә сере юҡ, шулай ҙа физик көстө ала. Был тәмле еҫле, аңлашылып торған хеҙмәт, ә иң мөһиме, эш һөҙөмтәһен шундуҡ күрәһең. Йәштәргә бында килергә кәңәш итер инем. Эш ҡатмарлы түгел, бары бурысыңды намыҫ менән үтәргә кәрәк. Хеҙмәт хаҡы яҡшылыр, тип уйлайым. Ни тиһәң дә, халыҡ икмәкте көн һайын һатып ала...
“Өфө икмәге” заводы директоры урынбаҫары Зимфира Власова әйтеүенсә, икмәк теҙеүсе булып ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эшләй ала. Раз­рядына ҡарап, уртаса эш хаҡы 15 − 20 мең һум тәшкил итә.
Бына был, исмаһам, беҙҙеңсәЖурналистар күңелен ҡытыҡлап торған һорауҙы бирмәй ҡала алманы. “Георгий Анатольевич, ә һеҙ­ҙең санитар китабығыҙ бармы?” – тигән һорауға министр:
– Юҡ. Әммә дәүләт хеҙмәткәрҙәрендә була торған махсус өлгөлө белешмәм бар. Ул йөкмәткеһе менән санитар китабынан бер нәмәһе менән дә айырылмай, – тине.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә токарь станогы артында эшләне. Алтынсы разрядлы токарь Михаил Козлов күҙәтеүе аҫтында Андрей Иванович СУ−30 МКИ хәрби самолетының двигателен йышты.
– Унынсы класта хеҙмәт дәресе “Гидравлика” ойошмаһында үтә торғайны. Бер йылдан беҙгә икенсе разрядлы токарь-револьверщик һөнәре бирелде. Был эште онотмағанмын икән, – тине ул оло ҡәнәғәтлек менән, эшен тамамлағас.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе – Рәсәйҙә иң эре двигателдәр етештереүсе предприятие. Бында, авиация изделиеларынан тыш, турбина энергетикаһы өлкәһе продукцияһы етештерелә. Бөгөн заводта уртаса эш хаҡы 40 мең һум тәшкил итә. Һәр кемгә социаль пакет бирелә, эшселәр ғаиләләре менән заводтың ял йорттарында көс туплай ала. Йәш белгестәрҙең белемен камиллаштырыу мөмкинлеге бар. Өфө дәүләт авиация техник университетында һәм авиация колледжында уҡыу хаҡын завод тулыһынса ҡаплай.
“Чиновник һөнәрен алмаштыра” акцияһында БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла ҡатнашты. Ул баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә маляр булып эшләне. Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәс, министрға эш кейеме тотторҙолар. Ленара Иванова 16 ҡатлы йорттарҙың береһендә обой йәбештерҙе.
– Профессионал түгелмен, шуға стена штукатурлау эшен миңә ҡушманылар. Ә обой йәбештереү эше миңә ят түгел, – тине ул.
Ә кисә БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко “Алексеевский” совхозында үҙен ябай ауыл хужалығы хеҙмәткәре булараҡ һынаны. Киләһе аҙнала БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин балта оҫтаһына әйләнәсәк.

Гүзәл ЙОСОПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”