17.05.2013 Билде биштән быуыр мәл
Баҫыу батырҙарының ҡыуаныслы мәле – ямғырҙар тынып, шул уҡ ваҡытта ерҙең дымға туйынған сағы. Әле республикала ярауай культураларҙы сәсеүҙән туҡтаған хужалыҡтар ҙа бар – Мәләүез районы беренселәрҙән булып был эште тамамланы. Шулай уҡ мәләүездәр шәкәр сөгөлдөрөн дә сәсеп бөттө. Уларға “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Тәбиғәт шарттарының ауыл хужалығына ярҙамға килеүе һөҙөмтәләрен бирҙе – һуңғы тәүлектә генә сәсеү эштәре һиҙелерлек алға китте. Ошо көндәрҙә республикала ярауай культураларҙы 115 мең гектар майҙанда сәсеп тә ҡуйҙылар. Дөйөмләштереп алғанда, был эш планлаштырылған майҙандың яртыһынан күбеһендә тамамланған. Башҡортостан баҫыуҙарында, бойҙай кеүек культураларҙан тыш, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруз сәсеү ҙә шәп бара.
Республикала ярауай культураларҙы 2,1 миллион гектар майҙанда сәсеү планлаштырылған.
Хужалыҡтар минераль ашламалар алыуын дауам итә. Уларҙы хатта запасҡа һалырлыҡ кимәлдә туплаған райондар ҙа етерлек. Башҡортостанда планлаштырылған майҙандың өс процентында химик утау тамамланған.
Әле ужымды ашлау күрһәткестәре бик юғары түгел. Бөтә республикала ямғырҙар яуған ваҡытта был эште туҡтатып торорға тура килгәнлектән, күрһәткестәр ҙа артта ҡалған.
Л. СОЛТАНОВА.